Бык (Днестр ҡушылдығы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бык
молд. Bîc
Raul Bac.jpg
Характеристика
Оҙонлоғо 155 км
Бассейн 2150 км²
Һыу ағымы
Тамағы Днестр
 · Координаталар 46°54′42″ с. ш. 29°27′59″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Ил Молдавия Молдавия
Бык (Днестр ҡушылдығы) (Молдавия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Бык Викимилектә

Бык (молд. Bîc) — Молдовалағы йылға. Днестрҙың уң ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо — 155 километр. Бык йылғаһында Молдавияның баш ҡалаһы – Кишинев урынлашҡан. Үрге ағышында Кодры ҡалҡыулығы буйынса үтә. Ҡайһы бер йылдарҙа бер нисә тәүлектән ике-дүрт айға тиклем ҡорой. Йылғала Гидигич һыуһыҡлағысы бар. Ҙур ҡушылдыҡтары: Быковец һәм Ишновец. Икеһе лә уң ҡушылдыҡ.

Йылғаның торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кишиневҡа яҡынлашҡан һайын һыуы бысрағыраҡ була бара. Ҡала эргәһендә һыу фаунаһының бер нисә төрө генә осрай. Ҡаланан сыҡҡанда йылғала бары тик үле һыу ғына ҡала, ә бысраныу кимәле норманы тиҫтәләрсә тапҡырға артып китә. Шул уҡ ваҡытта йылғаның баш ҡала участкаһында иң хәүефле хәл-торош күҙәтелә. Дәүләт Экологик үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 10 йыл инде Кишиневтан Гура Быкулуйға тиклем арауыҡта бер ниндәй йән эйәһе юҡ. Экспреттар белдереүенсә, йылғаны предприятиеларҙан ағып төшкән токсик матдәләр (97 процент) бысрата. Ҡалған өс процент көнкүреш ҡалдыҡтарын тура килә. Икенсе зыянлы фактор – йылға ярҙарында рөхсәтһеҙ автомобилдәр йыуыу.

Шулай уҡ йылғаның ағышы буйынса торбалар ҡуйылған һәм уларҙан ямғыр йәки йыйылған һыуҙар ағып төшә. Бынан тыш, ике яҡ ярға ла ҡалдыҡтар ташлана, ә Бык йылғаһын һуғарған каналдарҙы ләм баҫҡан. Ил властарына хәл-торошҡа ҡыҫылыуҙарын саырып юлламалар ебәрелә, әммә әле һаман улар ҡыбырларға ашыҡмай. Парламент спикеры Мариана Лупуға ла махсус ҡара ҡабул итеү һәм Бык йылғаһы территорияһын экологик һәләкәт зонаһы тип иғлан итеү тураһында мөрәжәғәт була, әммә бер ниндәй һөҙөмтә юҡ. Эксперттар, төбәктең мөхитен тергеҙеү өсөн махсус программа кәрәк, тип белдерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]