Быуындар анты һәйкәле (Батайск)
Быуындар анты һәйкәле (Батайск) | |
Административ-территориаль берәмек | Батайск |
---|---|
Дәүләт |
Быуындар анты һәйкәле — Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһында мемориал.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1943 йылдың 7 февралендә Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре немецтар оккупациялаған Батайск ҡалаһына яҡынлаша. Төндә ҡала үҙәге һәм тимер юл станцияһы өсөн алыштар бара. Беҙҙекеләр тиҙ һөжүм итә, һәм немецтар аҙыҡ-түлек менән тиҫтәләгән эшелондарын, хәрби техникаһын, ҡорамалдарын ташлап сигенә. Батайск станцияһында улар бөтәһе 17 эшелонын ҡалдыра. Сигенеп, немецтар ҡоролмалар һәм биналарҙы шартала, йорттарҙы яндыра, кешеләрҙе үлтерә.
Һуңынан немецтар ҡалаға яңы көстәр ташлай. «Ҡыҙыл Баҡса» районында яңы һуғыштар ҡыҙа. Көн уртаһында совет ғәскәрҙәре Көнбайыш Батайск үҙәген азат итә. 159-сы айырым уҡсылар бригадаһы яугирҙәре Дмитрий Клачко, Сергей Чевардов һәм Николай Дуденко тимер юл вокзалы стенаһына ҡыҙыл флаг ҡаҙай. Немец командованиеһының Ростов аша 1-се танк армияһын төньяҡҡа сығарыу планы килеп сыҡмай.
Батайск ҡалаһын азат итеүгә күп совет һалдаттары ғүмерен бирә.
1958 йылда ҡалала урындағы властар инициативаһы менән кинотеатрҙан алыҫ түгел, яугирҙәрҙең туғандар ҡәберлегендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Батайскты азат итеүҙә ҡатнашҡандар өсөн һәйкәл ҡуйыла, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Унда был һуғышта һәләк булған 996 яугир ерләнгән. Был гипстан торған һәйкәлдең бейеклеге ике метр самаһы булған.
70-се йылдарҙа Батайскта бер нисә яугирҙең ҡәберен туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләйҙәр. Шунда, ике мәрмәр плита аҫтында 1044 ике яугирҙың кәүҙәһе ята, унда Иҫтәлек Стенаһы Мемориалы асыла
Быуындар анты мемориалы 1975 йылдың 8 майында асыла. Һәйкәлдең авторҙары: скульпторҙар В. Д. Батяй, архитекторы Я. С. Занис һәм П. И. Оноколов.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Памятник «Клятва поколений»
- Клятва поколений
- Мемориал Клятва поколений 2017 йылдың 26 март көнөндә архивланған.