Бәзәкә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәзәкә
татар. Бәзәкә
55°55′43″ с. ш. 52°27′01″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Татарстан
Муниципаль район Менделеевск
Ауыл биләмәһе Бәзәкә
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00
Халҡы
Халҡы 725[1] кеше (2000)
Милли составы татарҙар[1]
Конфессиялар мосолмандар
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 +7 85549
Почта индексы 423650
Код ОКАТО 92 239 000 004
Код ОКТМО 92 639 410 101
Номер в ГКГН 0158856
Показать/скрыть карты
Бәзәкә (Рәсәй)
Точка
Бәзәкә
Red pog.svg
Мәскәү
Бәзәкә (Татарстан)
Orange pog.svg
Ҡазан
Blue pog.svg
Менделеевск
Точка
Бәзәкә

Бәзәкә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы. Бәзәкә ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Менделеевск ҡалаһынан көнсығыштараҡ 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Бәзәкә — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Бәзәкә түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет (1860 һәм 1875 йылдарҙа төҙөлгән) теркәлгән[1].

1920 йылдан Вотяк автономиялы өлкәһе (хәҙерге Удмуртия), 1921 йылдан — Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Татар АССР-ының Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан — Менделевск районы составында була[1].

1795 йылда ауылда ир енесле 334 йән башҡорт һәм типтәр; 1816 йылда — 316 йән башҡорт; 1834 йылда — 434 йән башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591892192019261938194919581970197919892000
155218772708217922481611153316561222781725

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

  • Шәмсетдин Усманов — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. «1812 йыл» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Зәки Ғимранов — Ҡазан коммуналь-төҙөлөш институты директоры (1930—1933).
  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия. Т. 1. — С. 380.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 49—51. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.