Бәйеттәр (ауыҙ-тел ижады)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бәйеттәр
Сәнғәт формаһы Йыр

Бәйеттәр (әзерб. Bayatı) — әзербайжан халҡының лирик шиғыр формаһындағы ауыҙ-тел ижадының бер төрө. Дүрт юллыҡ шиғыр юлынан тора. Әзербайжанда барлыҡ шиғри фиғылдағы ауыҙ тел ижады өлгөләре араһында иң киң таралғаны — бәйеттәр[1].

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Бәйет» — бик боронғо һүҙ. Бөгөнгө көндә әһәмиәте юғалған. Был төшөнсәнең бер нисә аңлатмаһы бар. Уның тәүге мәғәнәһе — «иҫке», «боронғо» тигәнде аңлата тип һанайҙар. Ысынлап та, бәйет төрки халыҡтарҙа шиғри жанрҙың иң тәүге формаларының береһе булып тора[1]. Был жанр килеп сығышы буйынса уғыҙҙарҙың бәйет исемле ҡәбиләһенә бәйле[2] тигән фараз бар.

Темалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлегә һаҡланып ҡалған, яҙып алынған, баҫылған бәйеттәрҙең эстәлегенә, теленә ҡарағанда, бик борон ижад ителгән өлгөләре беҙҙең көндәргә килеп етмәгән.

Һаҡланғандары араһында иң боронғолары хеҙмәт тураһындағылар.

Ҡайһы бер бәйеттәрҙә әзербайжан халҡы тарихының ауаздары сағылыш таба.

Мәҫәлән, 1584 йылда кырым татарҙары Мөхәммәт-гәрәй хан етәкселегендә Әзербайжанға баҫып итәләр. Карабах өлкәһен талап, бик күп халҡын, бигерәк тә, йәш ҡыҙ һәм егеттәрҙе ҡоллоҡҡа алып китәләр. Ҡырым баҙарҙарында һаталар. Унан һуңғы дәүерҙәрҙә улар тарафынан башҡа бәреп инеүҙәр булмай.

Профессор Гамид Араслы фаразлауынса, ҡайһы бер бәйеттәр шул баҫҡын осороныҡы булырға тейеш[1]:

« Злой татарин бьёт меня,
Он в полон ведёт меня.
Где бы я ни очутилась,
Верный друг найдёт меня.
Перевод Владимира Кафарова
»

Күп быуаттар эсендә тел бик ныҡ үҙгәргән. Бәйеттең был варианттарында архаизм элементтары булмаһа ла, һис шикһеҙ, эстәлеге билдәле бер тарихи ваҡиғаларҙа барып тоташа [3].

Бәйеттәрҙең иң күбеһе лирик формала ижад ителә. Мөхәббәт, һөйөү кеүек темаға арнала.

Шулай уҡ ғаилә һәм халыҡ, хеҙмәт һәм ял, тыуған ил һәм сит ил,һуғыш һәм тыныслыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, тыуым һәм үлем кеүек тормош күренештәренә ҡарата ла бәйеттәр бик ныҡ таралған.

Шулай итеп, тематика буйынса тарихи бәйеттәр, сәйәси бәйеттәр, шаян бәйеттәр, йола бәйеттәре, лирик бәйеттәр, һөйөү, ғаилә, бала көтөүгә бәйле бәйеттәрҙе айырырға була[3].

Формаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан халҡының бөтә ауыҙ-тел ижады төрҙәре кеүекк, бәйеттәре лә шиғри-музыкаль формала ижад ителә. Һәм тәү сиратта йырлау өсөн тәғәйенләнә.

Шулай уҡ бәйетте шиғыр итеп уҡырға ла мөмкин. Һәр бәйет тулыһынса шиғыр сифаттарына эйә: билдәле ритм һәм рифма менән билдәле бер ҙурлыҡта була[3].

Әзербайжан бәйеттәре ете ижекле дүрт юлдан тора. Өсөнсө юлы — ирекле. Ҡалған юлдар үҙ-ара рифмалаша. Бәйеттең төп фекере һуңғы ике юлында бәйән ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Векилов, 1978, с. 2626
  2. Баjаты // Азербайджанская советская энциклопедия / Под ред. Дж. Кулиева. — Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1976. — Т. I. — С. 542.
  3. 3,0 3,1 3,2 Векилов, 1978, с. 2727

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. П. Векилов. Народная поэзия Азербайджана / Под ред. Ф. Я. Прийма. — Народная поэзия Азербайджана. — Л.: Советский писатель., 1978. — Т. 2. — С. 26-31. — 448 с.