Бәҙәмшин Рөстәм Әхмәр улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] и профессор
Гражданлығы
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 12 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (74 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим
Тыуған урыны
Эш урыны

Бәҙәмшин Рөстәм Әхмәр улы (12 сентябрь 1950 йыл) — ғалим-инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Халыҡ-ара юғары мәктәп фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рөстәм Әхмәр улы Бәҙәмшин 1950 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР‑ының Туймазы районы Уяҙытамаҡ ауылында тыуған.

1973 йылда инженер-электромеханик һөнәре алып авиация институтын (ӨАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай: инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, доцент, профессор. 1990 йылдан алып фәнни эштәр буйынса проректор урынбаҫары, 2003 йылдан — фәнни һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор; бер үк ваҡытта 1994 йылдан башлап Башҡортостан инновациялы фәнни-технологик паркының генеральный директоры, 2012 йылдан — «Башҡортостан технопаркы» коммерцияға ҡарамаған партнёрлыҡ идараһы рәйесе. «Вестник УГАТУ» журналының редакция коллегияһы ағзаһы. Н. А. Пилюгин исемендәге Рәсәй Федерацияһы Космонавтика федерацияһы миҙалы менән бүләкләнгән (2008)[1][2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге төрлө физик тәбиғәтле ҡатмарлы системалар менән идара итеү проблемаларына арналған. Хәрәкәтле энергия сығанаҡтары булған бүленгән системалар менән оптималь идара итеүҙе анализлау һәм синтезлауҙың һөҙөмтәле математик ысулдарын, ток үткәреүсе есемдәрҙе индукцион ысул менән йылытыуҙың идара итеү системаларын булдырыуҙы тәьмин итеүсе техник алымдарҙы уйлап тапҡан. Был юғары етештереүсәнле һәм энергия талап иткән йылытыу ҡорамалдарын яһағанда ҡиммәтле һәм оҙайлы натураль эксперименттарҙан баш тартырға мөмкинлек биргән. Башҡортостан инновациялы фәнни-технологик паркын («Башҡортостан» технопаркы) ойоштороу инициаторҙарының береһе һәм директоры (1994 йылдан алып). Төрлө технологик процестар өсөн индукцион йылытыу ҡулайламаларын проектлауҙың ул уйлап тапҡан ысулдары Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының бер нисә предприятиеһында индерелгән. Н. А. Пилюгин исемендәге Рәсәй Федерацияһы Космонавтика федерацияһы миҙалы менән бүләкләнгән (2008). Халыҡ-ара юғары мәктәп фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[1][2][3].

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы, 7 уйлап табыуҙарға Рәсәй Федерацияһының авторлыҡ танытмаһы һәм патенты бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
  • Н. А. Пилюгин исемендәге Рәсәй Федерацияһы Космонавтика федерацияһы миҙалы (2008)

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оптимальное терминальное управление системами с распределёнными параметрами при неполном измерении их состояния. Өфө, 1997 (авторҙаш);
  • Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М., 2003 (автор7аш);
  • Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей. М., 2008 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]