Валелағы сиркәү

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Валелағы сиркәү
груз. ვალეს ღვთისმშობლის ეკლესია
Дәүләт
Башланыу датаһы X быуат
Рәсем
Нигеҙләү датаһы XVI быуат
Административ-территориаль берәмек Вале (Грузия)[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Урынлашыу
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Валелағы Санта Мария сиркәүе (грузинса:ვალეს ღვთისმშობლის ეკლესია - Грузияның көньяғында Самцхе-Джавахети төбәгендәге Вале ҡалаһында урта быуаттарҙа төҙөлгән грузин православ сиркәүе.

Ун алтынсы быуат ҡомартҡыһы булып һаналған, Санта Марияға (Мәрйәм Инәгә) бағышланған ғибәҙәтхана. Уны унынсы быуаттың ахырындағы көмбәҙле сиркәүҙән реконструкциялап эшләгәндәр. Бинаның өс нефлы базиликаһы бар, унынсы быуаттан зиннәтле биҙәктәр - ябай кешеләрҙең, руханиҙарҙың һәм һыбайлы изгеләрҙең рельефлы һындары, шулай уҡ кәрниз һәм тәҙрә рамдары һаҡланып ҡалған.

Ҡыйыҡтағы ҡыңғырауҙар ҡуйылған урын 18-се йә 19-сы быуаттарҙа өҫтәп һалынған.

Ун алтынсы быуаттағы грузин яҙмаһы сиркәү Самцхе Кенәзлеге принцессаһы, кенәз ҡатыны Дедисимеди тарафынан яңынан төҙөтөлгән булыуын бәйән итә. Вале ҡалаһы ул саҡта ошо кенәзлеккә ингән булған [1][2].

2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы сиркәү Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелә [3]

  1. Туманишвили, Дмитрий (2010). Памятники культурного наследия Грузии . Тбилиси: Национальное агентство по сохранению культурного наследия Грузии. р. 245. ISBN 978-9941-0-2725-3
  2. istoriisa da eTnologiis institutis Sromebi IX THE PROCEEDINGS OF THE INSTITUTE OF HISTORY AND ETHNOLOGY IX
  3. https://matsne.gov.ge/ka/document/view/99220?publication=0 ,,კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ“ грузинса