Валлабхаи Патель

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Валлабхаи Патель
ингл. Vallabhbhai Patel
Sardar patel (cropped).jpg
Флаг
Һиндостандың премьер-министр урынбаҫары
15 август 1947 йыл — 15 декабрь 1950 йыл
Алда эшләүсе вазифа булдырылған
Дауам иттереүсе Морарджи Десаи

Тыуған 31 октябрь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Вафат булған 15 декабрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)
Ҡатыны Jhaverben Patel[d]
Балалары Дахьябхай Патель[d] и Манибен Патель[d]
Фирҡәһе
Белеме
Дине индуизм
Наградалары
Бхарат Ратна
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Валлабхаи Патель (ингл. Vallabhbhai Patel, шулай уҡ Сарҙар Патель; 31 октябрь 1875 йыл — 15 декабрь 1950 йыл) — адвокат, сәйәсмән, Һиндостандың милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Һиндостан милли конгресы лидерҙарының, Һиндостан Конституцияһы авторҙарының һәм илдең сәйәси ҡоролошон ойоштороусыларҙың береһе. Джавахарлал Нерунан айырмалы Һиндостан милли конгресының уң, консерватив өлөшөнөң сағыу вәкиле. 1947—1950 йылдарҙа Һиндостандың тәүге вице-премьер-министры һәм тәүге эске эштәр министры.

Валлабхаи Патель 1875 йылдың 31 октябрендә ул саҡтағы Британия Һиндостанының ҙур булмаған Надиада ҡалаһында тыуған. Урта белем алғандан һуң, юридик колледжға уҡырға инә һәм унда адвокат һөнәре үҙләштерә.

1900—1910 йылдарҙа Годхра һәм Балсад ҡалаларында енәйәт эштәре буйынса адвокат булып эшләй, был осорҙа Патель Британ Һиндостанының иң билдәле һәм уңышлы адвокаттарының береһенә әйләнә.

2018 йылдың 31 октябрендә уға ҡуйылған һәм рәсми нигеҙҙә «Берҙәмлек һәйкәле» тип аталған статуя[1] бөгөнгә көндә донъялағы иң ҙуры: уның бейеклеге 182 метр, постаменты менән дөйөм бейеклеге — 240 метр. Ул Нью-Йорктағы Азатлыҡ статуяһынан (бейеклеге 46 метр, ә постаменты менән бергә — 93 метр) дүрт тапҡырға тиерлек юғарыраҡ.

Statue of Unity in 2018.jpg
Билдәле стауяларҙың сағыштырмаса ҙурлыҡтары: Берҙәмлек һәйкәле — 240 м (постамент менән), Будда Весеннего Храма (Лушань) — 153 м (постамент менән), Азатлыҡ статуяһы (Нью-Йорк) — 93 м (постамент менән), Ватан-әсә (Волгоград), Статуя Христа-Искупителя (Рио-де-Жанейро) һәм Давид Микеланджело (Флоренция)

.