Вандом майҙаны
Вандом майҙаны | |
франц. Place Vendôme | |
Файл:Place Vendome, Paris (52064660143).jpg | |
Хөрмәтенә аталған | Луи Жозеф де Вандом[d] |
---|---|
Рәсми атамаһы | франц. place Vendôme[1] |
Административ-территориаль берәмек | Пляс-Вандом[d][2] и I округ Парижа[d] |
Дәүләт | |
Файл:Plaque Place Vendôme - Paris I (FR75) - 2021-06-14 - 1.jpg | |
Нигеҙләү датаһы | 7 апрель 1699 |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Сиктәш | улица Даниэллы Казанова[d], Кастильонская ул.[d], Рю де ла Пэ[d], улица Капуцинок[d] и ул. Сент-Оноре[d] |
Киңлек | 22 метр[3] |
Файл:Place Vendôme vue aérienne.png | |
Оҙонлоҡ |
|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Вандом майҙаны (франц. Place Vendôme), элек Бөйөк Людовик майҙаны (le Place Grand Louis) — Париждың «биш король майҙандарының» береһе. Метро линиялары: 3, 7, 8, Opéra станцияһы
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Париждың 1-се муниципаль округында, Париж операһынан алыҫ түгел урында урынлашҡан. 1699 йылда Людовик XIV хөрмәтенә архитектор Жюль Ардуэн-Мансар проекты буйынса төҙөлгән, ә исемен Сезар де Вандом һарайынан алған. Майҙанды уратып алған классицизм стилендәге бер иш биналар төҙөлөшө 1720 йылда тамамлана.
Вандом майҙаны уртаһында өҫтә Наполеон һыны менән рим Траян колоннаһы өлгөһөндә үтәлгән 44 метрлыҡ Вандом колоннаһы ҡуйылған.
Майҙандың көнбайыш өлөшөндә 15 һаны аҫтында Цезарь Риц нигеҙ һалған ҡупшы «Риц» ҡунаҡханаһы урынлашҡан. 1979 йылдан «Риц» ҡунаҡханаһы принцесса Диана менән бергә һәләк булған Доди-әл-Фәйедтең атаһы мысыр миллиардеры Мөхәмәд әл-Файедҡа ҡарай. Тап Риц ҡунаҡханаһынан әл-Фәйедтең мерседесы шул төндә сыға һәм д’Альма майҙаны эргәһендә аварияға осрай. «Риц» ҡунаҡханаһында булып киткән билдәле кешеләр араһында графиня ди Кастильоне һәм Коко Шанель (ғүмеренең 37 йылын шунда йәшәгән), Эрнест Хэмингуэй, Чарли Чаплин, Марсель Пруст һ.б. тора.
12-се йортта 1849 йылда Шопен вафат булған. Ошо уҡ бинала Наполеон III буласаҡ ҡатыны Евгения менән танышҡан.
21-се йортта 1934 йылдан Эльза Скиапарелли мода йорто урынлашҡан.
Вандом майҙанында күп бутиктар, шул иҫәптән, ювелир бутиктары, мәҫәлән, Chanel штаб-фатиры, Cartier һәм Chaumet бутиктары урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ opendata.paris.fr (фр.)
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 http://www.v2asp.paris.fr/commun/v2asp/v2/nomenclature_voies/Voieactu/9691.nom.htm