Ванццино Хосе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Спорт төрө Футбол
Командалағы уйын позицияһы һаҡсы
Һөнәр төрө футболсы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1930
Заты ир-ат
Спорт командаһы ағзаһы Футбол буйынса Уругвай йыйылма командаһы и Насьональ[d]
Рәсем
Тыуған көнө 7 май 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) или 1895
Әүҙемлек осороноң башланыуы 19111930
Вафат булған көнө XX быуат
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Хосе Ванццино (исп. José Vanzzino; яҡынса 1895 йыл, Уругвай — 1950 йылдан һуң) — Уругвай футболсыһы, Уругвай йыйылма командаһының Монтевидеоның «Бристоль» һәм «Насьональ» клубтарының ярымһаҡсыһы. 1916, 1917 һәм 1926 йылдарҙа Көньяҡ Америка чемпионы. «Насьональ» клубы өсөн сығыш яһаған йылдар һаны буйынса рекордсмен, дөйөм алғанда унда 19 йыл уйнай.[1]

Клуб[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Профессиональ карьераһын 1911 йылда «Бристоль» клубында башлай. Бер йылдан һуң, 1912 йылда, клубҡа Монтевидеоның «Насьоналынан» күсә, шул уҡ йылда Монтевидеоның «Ривер Плейт» клубына ҡаршы матчта дебюты була. «Насьональ» составында 1930 йылдың 17 авгусында «Сентраль Эспаньол»ға ҡаршы матчта карьераһын тамамлағанға тиклем уйнай. Барлығы 420 уйын үткәрә, команда менән бергә 9 тапҡыр Уругвай чемпионы була һәм команда өсөн сығыш яһаған йылдар һаны буйынса рекорд ҡуя..

Йыйылма командала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уругвай милли йыйылма командаһы составында 1915 йылдың 15 авгусында уйнай башлай, ә һуңғы уйынын 1927 йылдың 20 ноябрендә уҙғара, команда өсөн барлығы 37 матчта уйнай. 1916 йылда команда составында тарихта беренсе тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы титулын яулай, Бразилияға ҡаршы иң беренсе матчта уйнай.

1917 йылда команда составында уңышты ҡабатлап, тағы ла Көньяҡ Америка чемпионы була. Был юлы инде турнирҙа команданың өс уйынында ла ҡатнаша.

Көньяҡ Америка чемпионатының сираттағы уйыны ике йылдан һуң ғына үтә, был юлы уругвайҙар бары тик икенсе урын ғына ала. Беренселектә турнир хужалары — Бразилия футболсылары. Был уйында Хосе команда өсөн турнирһың барлыҡ матчтарында ла уйнай.

Сираттағы тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионатында Хосе Ванццино өс йылдан һуң, 1922 йылда ғына ҡатнаша һәм команда өсөн турнирҙың барлыҡ матчтарында ла уйнай, әммә был юлы уругвайҙар Бразилия һәм Парагвай командаларынан ҡалышып, өсөнсө урын ғына яулай.

1926 йылда Хосе өсөнсө һәм карьераһында һуңғы тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы була, турнирҙың барлыҡ матчтарында ла ҡатнаша.

1927 йылда карьераһында һуңғы тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионатында ҡатнаша. Барлыҡ матчтарҙа ла уйнай, әмәм дүртенсе титулын яуларға насип булмай, сөнки беренсе уйында уругвайҙар Аргенитан командаһынан еңелә. Хосеға үҙ карьераһында бер тапҡыр ҙа ҡаршы яҡ командаһына шгол индереү бәхете йылмаймай.

Көньяҡ Америка чемпионы: (3)

Көньяҡ Американың вице- чемпионы: (2)

Уругвай чемпионы: (9)

  1. Ídolos. José Vanzzino 2007 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған. — статья на неофициальном сайте ФК «Насьональ» (исп.)