Вараждин соборы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вараждин соборы
Административ-территориаль берәмек Вараждин
Дәүләт
Бағышланған Дева Мария[d]
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1646
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Cathedral of Varaždin - Interior[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Епархия Епархия Вараждина[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Вараждин соборы, Вознесение Пресвятой Дева Марии соборы — Хорватияның Вараждин епархияһының кафедраль соборы, архитектура ҡомартҡыһы. Вонесение Пресвятой Девы Марии хөрмәтенә изгеләндерелгән.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вараждин соборы иҫке ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Хәҙерге заманда торған сиркәү биналары1642 йылда төҙөлә башлай һәм 4 йыл үткәс башлыса тамамлана. Ғибәҙәтхананы иезуиттар төҙөй. Төҙөлөш урындағы бай граф Гаспар Драшкович аҡсаһына төҙөлә. Ризницаны төҙөү 1656 йылда тамамлана, ә һуңғы ҡиәфәтен ғибәҙәтхана саңдар манараһы күтәртелгәс 1676 йылда ала.

1679—1691 йылдарҙа ғибәҙәтхана янында иезуит колледжы төҙөлә Хәҙер колледжы бинаһында Загреб университетының ойоштороу һәм информатика факультеты урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта берҙәм архитектура комплексы итеп йәмәғәт гимназияһы бинаһы (хәҙер Вараждин епискобы резиденцияһы) төҙөлә.

1773 йылда иезуиттар ордены тарҡатылғандан һуң һуң ҡорам монах-паулиндар ҡулына күсә, һуңынан епархия сиркәүе була. Айырым Вараждин епархияһы барлыҡҡа килгәндән һуң, 1997 йылда ҡорам афедраль собор сиркәүе була

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Соборҙың интерьеры

Ҡорам иртә барокко стилендә төҙөлә, ул бер нефлы, алты ҡабырға капеллалы сиркәү. Ғибәҙәтхананың тышҡы ҡиәфәте бик ябай, әммә эсендәге интерьеры бай декорлы. Айырыуса ике кимәлдә торған миһрабы бик бай, ул 1737 йылда төҙөлгән. Түбәнге кимәлдәге миһраб образы үҙәгендә — Вознесение Богоматери күренештәре төшөрөлгән, уң һәм һул яҡта — изге апостолдар Петр һәм Павел статуялары, шулай уҡ Игнатий Лойола, Франциск Ксаверий, Иоанн Непомуцкий һәм изге Донаттың статуялары тора. Юғары кимәлдәң үҙәгендә — изге Иоаким һәм Анна һындары һәм евангелсыларҙың статуялары.

Элек бөтә алты капеллала ла миһбар ҡуйылған була, хәҙер уларҙың өсәүһе генә һаҡлана. Соборҙың органы күп тапҡыр үҙгәрә,хәҙерге замандағыһы 1988 йылдан 1998 йылға тиклем төҙөлгән. Вараждин соборында йыл һайын «Вараждин барокко кисәләре» үткәрелә һәм концертта сиркәү органында музыкаль әҫәрҙәр уйнала.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]