Вардананц майҙаны
Вардананц майҙаны | |
Административ-территориаль берәмек | Гюмри[d] |
---|---|
Оҙонлоҡ |
|
Дәүләт | |
Хөрмәтенә аталған | Мамиконян, Вардан[d] |
Нигеҙләү датаһы | 1930-е |
Архитектор | Таманян Александр Оганесович |
Киңлек | 140 метр |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Вардананц майҙаны (әрм. Վարդանանց Հրապարակ) — Әрмәнстан ҡалаһы Гюмрила ҙур майҙан.
Аварайр яланында Вардан Мамиконян етәкселегндә әрмән ғәскәрҙәренең фарсы армияһы менән Һуғышы иҫтәлегенә атала.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Май еңеүҙәре майҙаны (әрм. Մայիսյան Ապստամբության հրապարակ) — совет власы осоронда Әрмәнстанда коммунистик көстәрҙең 1920 йылғы ихтилалы хөрмәтенә майҙан тап шулай атала — 1930 йылда Гюмри ҡалаһы үҙәгендә асыла, проектының авторы билдәле архитектор Таманян Александр[1].
2016 йылдың 25 июнендә өс көнлөк апостолдар визиты менән Әрмәнстанда булған Рим Папаһы Франциск латин йолаһы буйынса Вардананц майҙанында литургия үткәрә[2]. Тантанала шулай уҡ бөтә әрмәндәр Католикосы Гарегин II ҡатнаша[3].
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вардананц майҙаны тура мөйөшлө формала (280×140 м). Төньяҡтан ул Гай урамы менән сикләнгән, көньяҡтан — Ваган Чераз урамы, көнбайыштан — Абовян урамы, көнсығыштан Шаумян урамы менән сикләнгән.
Майҙанды бер нисә фонтан биҙәй, ә уның үҙәгендә Аварайр алышына арналған мемориал урынлашҡан. Ул 2008 йылда төҙөлгән һәм Сәсәниҙәр дәүләте һөжүменән һаҡлаусы әрмән ғәскәрҙәре етәкселәренең бронза скульптураларын үҙ эсенә ала. Мемориал үҙәгендә Әрмәнстандың милли геройы Вардан Мамиконян һыны урынлашҡан, уның хөрмәтенә майҙан үҙ исемен алған. Ҡалған дүрт скульптурала әрмән католикосы Овсеп I, кенәз Аршавир II Камсаракан, Гевонд Ерец, шулай уҡ Мамиконян Вардандың әсәһе һүрәтләнә[4].
Майҙанға йәнәш территорияла Изге Богородица сиркәүе, Изге Ҡотҡарыусы сиркәүе, ҡала хакимиәте бинаһы, «Октябрь» кинотеатры урынлашҡан[1].
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Gyumri Saint Vardan and the city hall.jpg
Мэрия бинаһы
- 7 verq 3.JPG
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Центральная площадь - Площадь Вардананц . armenia2u.com. Дата обращения: 7 ноябрь 2018. 2018 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Папа римский провел литургию в армянском Гюмри . РИА Новости (25 июнь 2016). Дата обращения: 7 ноябрь 2018.
- ↑ Pope Francis’ Mass begins in Gyumri (ингл.). Armenpress (25 июнь 2016). Дата обращения: 7 ноябрь 2018.
- ↑ Площадь Вардананц . visitgyumri.com. Дата обращения: 7 ноябрь 2018.