Вартанян Гоар Левоновна
әрм. Գոհար Լևոնի Վարդանյան | |
Гражданлығы | |
---|---|
Ғәскәр төрө | разведка[d] |
Хәләл ефете | Геворк Андреевич Вартанян[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | разведчица |
Вафат булған урыны | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1926 |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған көнө | 25 ноябрь 2019 (93 йәш) |
Ерләнгән урыны | |
Һуғыш/алыш | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Вартанян Гоар Левоновна (әрм. Գոհար Լևոնի Վարդանյան; тыумыштан Пахлеванян; 1926—2019) — легендар йәшерен совет разведчигы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вартанян Гоар Левоновна 1926 йылдың 25 ғинуарында Ленинакан (бөгөнгө Гюмри) ҡалаһында тыуа. 1930 йыл башында Вартанян Гоар Левоновналар ғаиләһе Иранға күсеп килә.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фотография с мужем |
Вартанян Гоар Левоновна Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙенең фекерҙәше һәм буласаҡ ире — Вартанян Геворктың антифашистик төркөмөнә инә, уның менән бергә разведка эштәре алып бара. 1943 йылда был төркөм составында «Большая тройка» лидерҙарының хәүефһеҙлеген Тәһран конференцияһы барышында һаҡлау операцияһында ире Вартанян Геворк менән бергә әүҙем ҡатнаша[1].
1946 йылдың 30 июнендә Геворк Вартанян һәм Гоар Вартанян Тәһран ҡалаһында туйҙарын үткәрә. Улар икеһе бергә тағы ла алты йыл дауамында Иранда эшләй. 1951 йылда был разведчиктарҙың үтенесе буйынса уларға юғары белем алыу мөмкинлеге бирелә, һәм Гоар Левоновна Вартанян Ереван университетының сит ил телдәре факультетын тамамлай. Бындағы уҡыуҙы һәм махсус әҙерлек мәктәбен тамамлағандан һуң, артабан ирле-ҡатынлы Вартаняндар, төрлө фамилиялар һәи исемдәр аҫтында йәшеренеп, байтаҡ сит илдәрҙә күп йыллыҡ йәшерен эшмәкәрлектәрен дауам итәләр.
Вартанян Гоар һәм Геворктың йәшерен разведка эше, коллегаларының әйтеүенсә, «Вартаняндар дуэты шул тиклем күп төрлө һәм күпте эсенә алған разведкалау эшен башҡарҙы, улар эшенең сере бер ваҡытта ла асылмаясаҡ»[2][3] оҙаҡ ваҡыттар буйына үҙенең йәшерен серен сисмәйәсәк.
Вартанян Гоар Левоновна 2019 йылдың 25 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була. Легендар разведчик ҡатын — Вартанян Гоар Левоновна Мәскәү ҡалаһының Троекуров зыяратында ире менән йәнәш ерләнгән.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вартанян Гоар Левоновна Ҡыҙыл Байраҡ һәм Рәсәйҙең II дәрәжә Ватан һуғышы Почет ордены менән һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ТЕГЕРАН-1943 — ТОЛЬКО ПРАВДА: Геворк и Гоар Вартанян
- ↑ Долгополов, 2014
- ↑ Ю. И. Дроздов. Записки начальника нелегальной разведки. — М.: ОЛМА-Пресс, 2000. — 416 с. — (Досье). — 9000 экз. — ISBN 5-224-00750-0.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Долгополов Николай Михайлович Вартанян. 2-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2014. — 201 с.:ил. — (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып. 1470): ISBN 978-5-235-03707-6.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гоар Вартанян. Женщина-легенда. 2020 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
- Юбилей Гоар Вартанян
- Биография на сайте Энциклопедии фонда «Хайазг»
- Почёт ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Гюмриҙа тыуғандар
- 25 ғинуарҙа тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- 25 ноябрҙә вафат булғандар
- 2019 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- СССР разведчиктары
- Бөйөк Ватан һуғышы разведчиктары