Варшава конфедерацияһы (1573)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Конфедерация актының оригиналы

Варшава конфедерацияһы — Речь Посполитаяла дини түҙемлекте тәьмин итеү маҡсатында 1573 йылдың 28 ғинуарында Варшавала беренсе конковацион сеймында төҙөлгән конфедерация.

Варшава конфедерация акты Европала бындай тәүге документ булып иҫәпләнә. Акт дини низағтарҙы бөтөрмәһәлә, Европаның күп өлөшө менән бигерәк тә Утыҙ йыллыҡ һуғыш осоро менән сағыштырғанда, Речь Посполитаяны ваҡытлыса күпкә хәүефһеҙерәк һәм толерантлы урын итә.

Конфедерацияла Бөйөк һәм Кесе Польша, Бөйөк Литва кенәзлеге, Киев, Волынь, Подляшье һәм Урыҫ воеводалыҡтары, Пруссия, Померания, Жемайтия, Лифляндия һәм таж ҡалаһының вәкилдәре ҡатнаша[1].

Варшава конфедерацияһының маҡсаты Люблин унияһын ҡабул иткәндән һуң барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итеү була. Люблин унияһына ярашлы берҙәм короле, сеймы, аҡсаһы, һалымы һәм берҙәм тышҡы сәйәсәте булған яңы дәүләт Речь Посполитая ойошторола[2]. Әммә бында дөйөм сиркәү булмай — көнсығыш ерҙәрҙә православиелылар өҫтөнлөк итһә, илдең көнбайышында һәм төньяғында төбәк протестантизмы таралыу ала.

Варшава конфедерацияһы Речь Посполитаяла дини иректе һаҡлауҙа әүҙем роль уйнай, унда ҡатнашыусылар үҙ-ара толерантлы булырға, артабанғы быуындарҙа был толерантлыҡты һаҡларға, ниндәйҙә булһа хөкүмәт ниндәйҙә булһа динде эҙәрлекләһә ирекле дин тотоу өсөн берҙәм көрәшергә килешәләр. Католик епископтары Варшава конфедерацияһына ҡул ҡуймайҙар һәм конфедерацияның «башҡа бөтә диндарҙарға, мосолмандарға, йәһүдтәргә, протестанттарға һәм башҡа „схизматиктарға“ ирекле дин тотоуҙың иғлан итеүе польша дәүләтселеге нигеҙҙәрен емерә, Хоҙайҙың бөйөклөгөн мыҫҡыл итә»[3].

2003 йылда конфедерация тексы ЮНЕСКО-ның Тыныслыҡ хәтере исемлегенә индерелә[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • W. Budka, Kto podpisał Konfederację Warszawska 1573 r.?, [w:] Reformacja w Polsce, R. I, nr, 4, 1921.
  • N. Davies, Boże igrzysko. Historia Polski, Kraków Społeczny Instytut Wydawniczy Znak 1999.
  • A. Jobert, La tolerance religieuse en Pologne au XVIc siecle, [w:] Studi di onore di Ettore Lo Gato Giovanni Maver, Firenze 1962, s. 337—343.
  • M. Korolko, Klejnot swobodnego sumienia, Warszawa 1974.
  • Konfederacja warszawska 1573 roku wielka karta polskiej tolerancji, opr. M. Korolko, J. Tazbir, Warszawa Instytut Wydawniczy PAX 1980.
  • G. Schramm, Der Polnische Adel und die Reformation, Wiesbaden 1965.
  • J. Tazbir, Państwo bez stosów. Szkice z dziejów tolerancji w Polsce XVI—XVII w., Warszawa 1967.
  • J. Tazbir, Reformacja, kontrreformacja, tolerancja, Wrocław 1996.
  • Paweł Janowski [współautor Ołeksandr Dobrojer], Konfederacja Warszawska, [w:] Encyklopedia Katolicka, Lublin 2002, t. IX, kol. 564—565.
  • Bob Scribne, Tolerance and Intolerance in the European Reformation, Cambridge University Press, 2002, ISBN 0-521-89412-3, Google Print, p.264+
  • A. Jobert, La tolerance religieuse en Pologne au XVIc siecle, [w:] Studi di onore di Ettore Lo Gato Giovanni Maver, Firenze 1962, s. 337—343,
  • Norman Davies, God’s Playground. A History of Poland, Vol. 1: The Origins to 1795, Vol. 2: 1795 to the Present. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-925339-0 / ISBN 0-19-925340-4
  • M. Korolko, J. Tazbir, Konfederacja warszawska 1573 roku wielka karta polskiej tolerancji, Warszawa Instytut Wydawniczy PAX 1980.
  • G. Schramm, Der Polnische Adel und die Reformation, Wiesbaden 1965.
  • PWN Encyclopedia entry