Вахау Европа Форумы
Вахау Европа Форумы 1995 йылдан башлап Түбәнге Австрия федератив ерендәге Кремский өлкәһенең бенедикт Готвайг аббатлығында йыл һайын үтә. Был сараға нигеҙ һалыусылар һәм ойоштороусылар булып Европа һәм халыҡ-ара эштәр Федераль министрлығы һәм Түбәнге Австрия хөкүмәте Идаралығы менән бергә хеҙмәттәшлек иткән «Вахау Европа Форумы» берләшмәһе сығыш яһай. Күп йылдар буйына Форумдың модераторы, шулай уҡ уға нигеҙ һалыусы булып публицист Пауль Лендвай тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вахау 1995 йылда Австрия Европа Союзына ингән саҡта күрше илдәрҙең европа мөнәсәбәттәрен нығытыу һәм Европа Союзын артабан киңәйтеү буйынса[1] ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн дискуссия платформаһы булдырыу ниәте менән Австрия сит ил эштәре министры Алоиз Мок һәм Түбәнге Австрия федератив еренең губернаторы Эрвин Прелль тарафынан булдырылған. Форумды Түбәнге Австрия европа һәм халыҡ-ара эштәр Федераль министрлығы һәм Түбәнге Австрия хакимиәте Идаралығы менән хеҙмәттәшлек алып барған «Вахау Европа Форумы» берләшмәһе ойоштора. Дунай төбәгенең региональ сәйәсәте үҫешенә, шулай уҡ хәүефһеҙлек мәсьәләләренә, төбәк иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә төп иғтибар бүленә. Австрия публицисы Пауль Лендвай 1995 йылда уҙған беренсе ултырыштан бирле Форум рәйесе булып тора[2][3]. Күп йылдар дауамында был сарала билдәле европа сәйәсмәндәре ҡатнашты.
Нигеҙе һәм ойошмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1995 йылда башланған йыл һайын үтә торған Вахау Европа Форумы Дунай төбәгендә европа ҡиммәттәрен әүҙемләштереү һәм таратыу маҡсаты менән ойошторолған. Шулай уҡ 1994 йылдың 12 июнендә үткән бөтә халыҡ референдумынан һуң Австрияның Европа берләшмәһенә ҡушылыуы ла уны төҙөүгә сәбәп булған. Форумды үткәреү урыны, атап әйткәндә, Вахауҙағы Готтвайг аббатлығы, христианлыҡтың евр-сәйәси әһәмиәтен һәм граждандарға яҡын булыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу маҡсатында һайланған[4]. Йыл һайын был ваҡиғаны Түбәнге Австрия федератив ере хөкүмәте европа сәйәсәте һәм сәйәси хәүефһеҙлек Австрия институты, шулай уҡ төбәктең уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп ойошторған. Бынан тыш, Вахау Европа Форумына төрлө спонсорҙар ярҙам итә, һәм улар араһында Райффайзен, Австрия Иҡтисади палатаһы һ. б. булған[5].
Форумдың тәүге ун йылы 1995—2004[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1995 йылда, «тимер шаршау» ҡолатылғандан һуң теүәл алты йыл үткәндән һәм Европа ҡабаттан берләштерелгәндән һуң, Готтвайгтың бенедикт монастырында Вахауҙағы Европа форумында беренсе дискуссия уҙғарыла. Түбәнге Австрия губернаторы Эрвин Прёлль һәм элекке федераль канцлер Вольфганг Шюссель, Дунай төбәге илдәренең европаға интеграция процесына булышлыҡ итеү маҡсатында[6], 1995 йылдан башлап 2004 йылға саҡлы форум ултырыштарынды ҡатнаша. 2004 йылдың аҙағында Европа Союзы тағы ла ун ағза-илгә артҡас, Түбәнге Австрия, сәйәси яҡтан да, географик яҡтан да Европа Союзының үҙәгендә ҡалған. Был күрше илдәр, Чехия һәм Словакия, менән яйлап сиктәрҙе асыуға килтергән. Бының сәбәбе булып, 2004 йылдың 1 майында Түбәнге Австрия федераль ере үҙенең күршеләре менән "Өс ил көнө"н ойоштороуы тора. Европа форумының төп темаһы Яңы «Европа Союзы 25» булды[6].
2013 һәм 2014 европа форумдары — кризис һәм демократия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2013
Вахау Европа Форумы 2013 йылдың 15 һәм 16 июнендә үтте, унда Европа Союзы илдәрендәге көрсөк ситуацияһы тураһында һүҙ барҙы. «Көрсөк өҫтөндә — яңы Европа контуры» девизы менән балҡан илдәре, Европа Союзы һәм Авсртияның бер нисә сәйәсмәне араһында бәхәс дискуссия асыла. Ул саҡтағы форум өсөн бигерәк тә Сербия һәм Косово Республикаһы хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуы мөһим. Европа Союзына әһәмиәтле аҙым яһау мөмкинлеген биргән Ивица Дачич һәм Хашим Тачиҙың осрашыуы өсөн Сит ил эштәре министры Михаэль Шпинделеггер яуаплы булған. Шулай уҡ Мигель Херц-Кестранек, Эрвин Прёлль, Йоханнес Хан һәм Валдис Домбровскис хөрмәтле ҡунаҡтар сифатында ҡатнаша һәм докладтар менән сығыш яһай[7].
2014
2014 йылдың 17 һәм 18 майҙарында Вахау Европа Форумы «Европала демократия — беҙ һайлай алабыҙ».лозунгыһы аҫтында үтә. 2014 йылда дискуссиялар европа хәүефһеҙлек сәйәсәте мәсьәләләрендә Украина менән Рәсәй араһындағы низағҡа тирәһенә йүнәлтелгән[8]. Билдәле ҡунаҡтар араһында Эрвин Прёлль, Альфред Гузенбауэр, Себастьян Курц,Йоханнес Хан һәм Михаэль Шпинделеггер булған. Сербия премьер-министры Александр Вучич, Сербияла ташҡын булыу сәбәпле, сәфәрен өҙөргә мәжбүр була, уның исеменән Сербия илсеһе Перо Янкович сығыш яһай[9].
Европа Форумы 2015[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Егерменсе Европа Форумының темаһы «Европа үҙенең сиктәренә етерме? Европаның донъялағы роле»"[10]".. булған. Осрашыуҙа Грузияның оборона министры Тина Хидашели, Европа Союзы комиссары Йоханнес Хан, Сербияның премьер-министры Александр Вучич һәм Райнхольд Миттерленер мөһим докладсылар булған[11]. Сара аҙағында Эрвин Прёлль, форум үткәреү ваҡытында модерация һәм хеҙмәте өсөн, Пауль Лендвайҙы изге Леопольд статуэткаһы менән бүләкләй. Бынан тыш, был ваҡиға сиктәрендә беренсе тапҡыр европа премияһы тапшырыла[12].
Европа Форумы 2016[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вахау исеме аҫтында форум үтәсәк. 12 июнь 2016 йылда европа буйынса, 11: «Европа — сәскә атыуы берләштереп, көрсөкт бүлә.» Пауль Лендвай һәм модераторҙар был юлы сығыш яһан"[13]. Ошо темаға фекер алышыуҙар индерелгән, тип: проблемалар ҡасаҡтар, ҡурҡыныс милләтселек һәм популизм һәм европа иҡтисадындағы роле.. Докладсылар араһында булған сәйәси вәкилдәрен саҡырып, эшлекле, мәҙәни һәм түңәрәк медийный, улар араһында сит ил эштәре министры австрияла булып Курц Себастьян рәйесе, федераль ерҙәр түбәнге австрия Эрвин Прелль, Болгария сит ил эштәре министры Мит Даниэль һәм башҡа[14].
2017 Европа Форумы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вахау Европа Форумы 2017 «Европала граждандарға яҡыныраҡ» лозунгыһы аҫтында үтте, һәм уның эше дүрт төркөмдә тупланғайны, атап әйткәндә: хәүефһеҙлек мәсьәләләре: «Европа Союзының глобаль стратегияһы һәм ул нисек итеп уның хәүефһеҙлеген тәьмин итә ала?», төбәк проблемалары: «Күп төрлөлөк Европаһы һәм субсидиарлыҡ: граждандарҙың ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеге һәм» иҡтисади аспект: "Азия һәм АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр: Европа нисек итеп конкурентлыҡҡа һәләтле булып ҡала ала икән?" һәм мәҙәни мәсьәләләр: "Быларҙың бөтәһе лә мәҙәниәтме? :Миграция, демократияһын һәм хоҡуҡ өҫтөнлөгө мөнәсәбәтендә көсөргәнеш "[14] Тәүге тапҡыр 2017 йылда Вахау Европа Форумының ҡаҙаныштары һәм бурыстары Вена университетының Австрия Викимедиаһы менән хеҙмәттәшлектә тикшерелә. Дәрес ваҡытында, шулай уҡ Форумдың университет студенттары ҡатнашҡан бәхәсле төркөмдәре ултырыштарынан һуң, Готтвайгта Форумдың проблемаларын һәм мәғлүмәтте энциклопедик формала әйтеп биреү һәм уны арауыҡта таратыу маҡсатында тәржемә итеү мөмкинлектәрен тәьмин итеү тураһында һөйләшелгән[15].
Европа форумында йәштәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вахау Европа Форумының 10 йыллығына 2004 йылда ул саҡтағы Түбәнге Австрия еренең хеҙмәт, ғаилә, социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе Йоһанна Микль-Ляйтнер үҫмерҙәр пленумын ойоштора. Европа Союзына ингән ике дәүләттең 18 йәштән 25 йәшкә тиклемге йәш вәкилдәре йәштәр пленумында ҡатнашырға саҡырыла. Был саҡырыуҙың маҡсаты булып Европа йәштәрен шәхси контакттар урынлаштырыу һәм европа проблематикаһы менән ҡыҙыҡһындырыу торған. «Яңғыҙ көйө — беҙ һүҙ, бергә — шиғыр. Европа һүҙ генә булып ҡалырға тейеш түгел, Европа шиғыр булырға тейеш»,[16],— Вахау Европа Форумының 15 йыллығын байрам иткәндә Эрвин Прёлль ошо өҙөмтәне әйтеп ишеттерә. Санкт-Пёльтен ҡалаһынң техник мәктәбе студенттары сараға саҡлы, уның барышында һәм сара үткәндән һкң күп халыҡҡа тәғәйенләнгән социаль селтәр мәғлүмәт саралары өсөн төрлө PR — Вахау Европа Форумы концепцияһын эшкәрткән. Атап әйткәндә, Европа Форумы хәбәрҙәрен техник саралары аша нисек таратырға. Ҡайһы бер идеялар ҡабул ителә һәм тормошҡа ашырыла[17][18].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Europa-Forum Wachau (Hrsg.): 5 Jahre Europa-Forum Wachau. 1995 bis 1999. Redaktion: Mag. Brigitte Karner, 1999, S. 15
- ↑ Lendvai: «Vorhänge sind im Kopf geblieben» vom 14.6.2015, abgerufen am 28. April 2017, http://noe.orf.at/radio/stories/2716045/
- ↑ https://europaforum.at/archiv/european-forum-wachau-2016/ 2017 йылдың 23 август көнөндә архивланған.
- ↑ Europa-Forum Wachau (Hrsg.): 5 Jahre Europa-Forum Wachau. 1995 bis 1999. Redaktion: Mag. Brigitte Karner, 1999
- ↑ Europa-Forum Wachau: Sponsoren
- ↑ 6,0 6,1 Europa-Forum Wachau (Hrsg.): Jubiläumsfestschrift Europa-Forum Wachau. 10. Europa-Forum Wachau. Schwerpunkte, Diskussionsbeiträge und Zitate aus den Jahren 1999 bis 2003. Redaktion: Mag. Brigitte Karner, 2004
- ↑ Margaretha Kopeinig : ‘‘Heikles Zusammentreffen der Balkan-Politiker. Spindelegger bringt Serben und Kosovaren beim Europa-Forum in Göttweig zusammen.‘‘ Kurier vom 16. Juni 2013, abgerufen am 28. April 2017
- ↑ H. Bütler: «Suche nach Antworten in der Ukraine-Krise. Notizen vom Europa-Forum Wachau» NZZ vom 21. Mai 2014
- ↑ «Pläne für Europas Zukunft.» ORF vom 18. Mai 2015
- ↑ 20. Europa-Forum: «Stößt Europa an seine Grenzen? Zur Rolle Europas in der Welt»
- ↑ Österreichische Landesregierung, Presseaussendung 14. April 2015
- ↑ Erstmalige Verleihung der Europa-Staatspreise des Außenministeriums in drei Kategorien.
- ↑ Presseaussendung 2016
- ↑ 14,0 14,1 Europa-Forum Wachau: "https://europaforum.at/program/deutsch/» 2017 йылдың 29 август көнөндә архивланған., abgerufen am 28. April 2017.
- ↑ Seite der Lehrveranstaltung (SS 2017) des Instituts für Kommunikationswissenschaft und Publizistik in Kooperation mit Wikiversity
- ↑ Europa-Forum Wachau (Hrsg.): Jubiläumsfestschrift Europa-Forum Wachau. 10. Europa-Forum Wachau. Schwerpunkte, Diskussionsbeiträge und Zitate aus den Jahren 1999 bis 2003. Redaktion: Mag. Brigitte Karner, 2004, S. 29
- ↑ Europa Forum Wachau 2016
- ↑ PR-Konzept für Europa-Forum Wachau