Ваһап

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Ваһап (Ваһип) — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваһап (Ваһип) — «башлаусы», «бүләк биреүсе» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].[2].

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваһапов Рәшит Ваһап улы (7 май 1908 йыл — июль 1937 йыл) — 1941—1962 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы солисы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (1949) һәм халыҡ (1967) артисы.

Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (10 май 1904 йыл — 7 август 1992 йыл) — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1940 йылдан БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. 1950—1954 йылдарҙа СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы, СССР, РСФСР һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.

Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11 июль 1942 йыл — Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Санъяп ауылы) — анатом, медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мəктəп хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мəғарифы отличнигы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Рәсәй Фәндәр Академияһы Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге /2-се т.». — Мәскәү: «Русский язык», 1998 й. — С. 214-се б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ