Венгр-төрөк дуҫлығы паркы
Венгр-төрөк дуҫлығы паркы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1994 |
Урынлашыуы | |
46°04′26″ с. ш. 17°48′50″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Венгр-төрөк дуҫлығы паркы (мадьярса Magyar-Török Barátság Park, төр. Macar-Parkı Dostluk Türk) — Венгрияның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан парк. Сигетвар алышы иҫтәлегенә төҙөлгән, әлеге алыш барышында Ғосман империяһы ғәскәрҙәре венгр һәим хорваттар обороналаған Сигетвар ҡәлғәһен баҫып ала. Парк 1994 йылда венгр һәм төрөк чиновниктары тарафынан булдырыла.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1566 йылдың йәйендә яҡынса 80 меңлек Ғосман армияһы Сигетвар ҡәлғәһен ҡамай. Төрөк армияһына Сөләймән I шәхсән үҙе етәкселек итә, әлеге ҡәлғә Габсбургтар империяһының иң эре ҡалаларының береһе булған Венаға алып барған юлды ҡаплап тора. Ҡәлғәне ике мең ярым тирәһе һалдат һаҡлай. Ҡамау 6 августан 8 сентябргә тиклем дауам итә[1][2].
6 сентябрҙә Сөләймән I, үҙ тирмәһендә булған саҡта, көтмәгәндә вафат була, уға был ваҡытта 72 йәш була. Уның үлемен йәшерәләр, ә ғәскәрҙәрҙе Бөйөк вәзир Сокколлу Мәхмәт паша етәкләй. Тиҙҙән ҡәлғә оборонаһы менән етәкселек иткән Миклош Зриньи үлтерелә һәм ҡәлғә ҡолатыла. Венаға поход туҡтатыла һәм ғәскәрҙәр кире әйләнеп ҡайта, әммә уларға Сөләймән солтандың вафаты тураһында хәбәр ителмәй[1][3].
Сигетвар 122 йыл дауамында ғосман импеерияһының бер өлөшө булып тора[1][3]. 1596—1600 йылдарҙа был ҡала Сигетвар виләйәте баш ҡалаһы була, ә һуңғараҡ Каниж виләйәте составына индерелә.
«Ғосман осоронда» ҡалала мәсетәре, төрөк мунсалары һәм мәктәптәре төҙөлә. Ул ваҡытта төҙөлгән йорттарҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡала, әммә ҡайһы берҙәре, Габсбургтар ҡаланы үҙҙәренә ҡайтарып алғас, емерелә[1][3].
Дуҫлыҡ паркы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Легенда буйынса, Сөләймән солтандың вафатынан һуң уның эске органдары ҡырҡып алына һәм ҡайҙалыр Сигетвар тирәһендә күмелә[4], ә кәүҙәһе бәлзәмләнә һәм Империя баш ҡалаһына алып киленә[2][3].
Сөләмән солтандың 500 йыллығына төрөк хөкүмәте башланғысы менән һәм уның аҡсаһына фаразлау буйынса уның йөрәге күмелгән урында Дуҫлыҡ паркы төҙөлә[2]. 1994 йылдың сентябрендә үткән паркты асыу тантанаһында Венгрия мәғариф министры Фодор Габор һәм Төркиә президенты Сөләймән Демираль ҡатнашалар[1][3][5].
Парк ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡв табан 2-3 километрҙа урынлашҡан һәм уға тикелм автобуста барып етеп була[6]. Парк майҙаны 60-ҡа 60 метр тирәһе тәшкил итә, йәғни бер сутый самаһы. Парк йыл әйләнәһенә эшләй.
1996 йылда эсәр һыу фонтаны төҙөлә, ул ғосман архитектура стилендә эшләнгән, плитәләр һәм мрамор төркиәнән килтерелә. Паркта Күркәм Сөләймәндең эске органдарының символик ҡәбере урынлашҡан, мраморҙан символик төрбә һәм Күркәм Сөләймәндең туғраһы[1].
Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Парк асылған осорҙа венгр киң матбуғатында парктағы Сөләймән солтандың бик ҙур кәүҙәләнеше тәнҡитләнә. 1997 йылда уның эргәһендә Миклош Зриньиның шундай уҡ менән кәүҙәленеше өҫтәмә рәүештә эшләнә[1][6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Karikó, Sándor & Tibor Szabó. A Hungarian-Turkish Cultural Heritage: Scandal and Reconciliation (инг.) // PROCEEDINGS 4th International Congress on “Science and Technology for the Safeguard of Cultural Heritage in the Mediterranean Basin” : journal / Ferrari, Angelo. — Cairo, Egypt. — Vol. 1. — P. 18.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Orhan, Saim. Süleyman the Magnificent’s unknown grave in Hungary (29 май 2008). 27 август 2013 тикшерелгән. 2015 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Auf der Suche nach Sultan Süleymans Herz (нем.) (25. August 2013). 25 август 2013 тикшерелгән.
- ↑ Muhteşem Süleyman burada aranacak (Turkish) (23 ноябрь 2012). 26 август 2013 тикшерелгән.
- ↑ Macar-Türk dostluk parkı (Turkish) (30 март 2008). 26 август 2013 тикшерелгән.
- ↑ 6,0 6,1 Hebbert, Charles & Norm Longley, Dan Richardson. Hungary - The Hungarian-Turkish Friendship Park. — С. 297.