Венгр диаспораһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Венгр диаспораһы
Файл:Madarska diaspora.png
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Зоны проживания венгерских национальных меньшинств, по данным Ласло Шебёка[1]

Венгр диаспораһы (мадьярса  Magyar diaszpóra) — Венгриянан ситтә йәшәүсе этник сығышы буйынса венгр халҡы. Венгр диаспораһы ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә 1920 йылғы (1947 йылда Париж солох килешеүе буйынса үҙгәрешһеҙ ҡала) Трианон солох килешеүе буйынса Венгрия юғалтҡан территорияларҙағы венгр халҡы — 3,3 млн самаһы. Икенсе төркөмгә үҙ илен төрлө йылдарҙа ҡалдырып киткән этник венгрҙар (1956 йылдағы күтәрелеш менән бәйле ваҡиғалар ваҡытында, йәки Венгрия ЕС-ҡа ингәндән һуң) инә[2].

Төрлө илдәрҙәге венгр диаспораһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Страна Венгерское население Примечания Статья
Граничат с Венгрией
Румыния Румыния 1,227,623 (2011)[3] (без учёта чангошей[4]) Автохтонные в Трансильвании,[5] чангоши в Румынии Венгры в Румынии
Словакия Словакия 458,467 (2011)[6] Автохтонные[7] Венгры в Словакии
Сербия Сербия 253,899 (2011) Автохтонные в Воеводине Венгры в Сербии
Украина Украина 156,600 (2001) Автохтонные в Закарпатской области Венгры на Украине
Австрия Австрия 55,038 (2014)[8] Автохтонные в Бургенланде Венгры в Австрии
Хорватия Хорватия 14,048 (2011)[9] Автохтонные в Хорватии, кроме Истрии и Далмации Венгры в Хорватии
Словения Словения 6,243 (2001) Автохтонные в Восточной Словении Венгры в Словении
Другие страны
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1,563,081 (2006)[10] Иммигранты Венгры в США
Канада Канада 315,510 (2006)[11] Иммигранты Венгры в Канаде
Израиль Израиль от 200,000 дo 250,000 (2000-е) Иммигранты, преимущественно евреи
Германия Германия 120,000 (2004)[12] Иммигранты Венгры в Германии
Франция Франция от 100,000 дo 200,000 (2000-е)[13] Иммигранты Венгры во Франции
Бразилия Бразилия 80,000 (2002)[14] Иммигранты Венгры в Бразилии
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 76,500 (2002) Иммигранты Венгры в России
Австралия Австралия 67,616 (2006)[15] Иммигранты Венгры в Австралии
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 52,250 (2011)[16][17][18] Иммигранты Венгры в Великобритании
Чили Чили 50,000 (2012)[19] Иммигранты Венгры в Чили
Аргентина Аргентина 40,000 to 50,000 (2000s) Иммигранты Венгры в Аргентине
Швейцария Швейцария 20,000 to 25,000 (2000s) Иммигранты
Швеция Швеция 16,193 (2014)[20] Иммигранты
Чехия Чехия 14,672 (2001) Иммигранты
Төркиә Төркиә 6,800 (2001) Иммигранты Венгры в Турции
Мексика Мексика 3,500 (2006) Иммигранты Венгры в Мексике
Ирландия Ирландия 3,328 (2006)[21] Иммигранты
Польша Польша 1,728 (2011)[22] Иммигранты
Яңы Зеландия Яңы Зеландия 1,476 (2006) Иммигранты Венгры в Новой Зеландии
Венгрия Венгрия 4,9-5,1 млн.

1990-сы йылдарҙа венгрҙар күпләп Көнбайыш Европаға китә башлай, бигерәк тә Венгрия 2004 йылда Евросоюзға ингәндән һуң был ағым көсәйә. Венгрҙар Бөйөк Британияла, Ирландия, Финляндия, Швеция, Испания һәм Португалияла эшләй.

Венгрия гражданлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Румыния венгрҙарының демократик союзы 2004 йылда Румынияла йәшәүсе бөтә венгрҙарға ла Венгрия гражданлығын биреү тәҡдиме менән сығыш яһай. 2004 йылда Венгрияла был мәсьәлә буйынса референдум үтергә тейеш була, ләкин союздың тәҡдиме Венгрия закондарына тап килмәүе һәм һайлаусыларҙың бик аҙ килеүе арҡаһында был план ғәмәләгә ашмай[23]. Күрше дәүләттәрҙәге этник венгрҙар партиялары етәкселәре 2005 йылдың ғинуарында Венгриянан ситтә йәшәүсе венгрҙарға Венгрия гражданлығын биреү өсөн көрәшеүсе ойошма төҙөй[24].

2010 йылда Венгрияның гражданлыҡ тураһындағы закондарына төҙәтмәләр индерелә,улар сит илдәрҙә йәшәүсе венгрҙарға Венгрия гражданлығын алыуҙы еңеләйтә. Гражданлыҡ алыу өсөн мотлаҡ Венгрияла йәшәүҙе талап итеүҙән баш тартырға ҡарар ителә[25].

2011 йылдан 2012 йылға тиклем 200 мең яңы ғариза бирелә[26], 2012 йылдың йәйендә тағы ла 100 мең ғариза бирелә[27]. 2013 йылдың февраленә Венгрия гражданлығы 400 мең сит ил кешеһенә бирелә[28].2013 йылдың июнендә премьер-министр урынбаҫары Жолт Шемьен йыл аҙағына 500 мең кеше Венгрия гражданлығын аласаҡ тип белдерә[29]. 2011 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәләгә ингән закон буйынса Венгрияла йәшәмәгән яңы Венгрия гражданлығы алғандар (натуралләштереү үткәндәр) һайлауҙа ҡатнаша алмай[30]. Бер айҙан һуң ФИДЕС партияһы яңы Венгрия гражданлығы алған венгрҙарға һайлаусы хоҡуҡтарын биреүҙе яҡлап сыға[31]. 2014 йылда сит илдәрҙә йәшәүсе венгрҙар парламент һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала, тик улар партия исемлеге буйынса ғына тауыш бирә, тәғәйен бер кандидат өсөн тауыш бирә алмай .

2010 йылдың майында Словакия Венгрия гражданлығын алыуға ғариза биреүселәрҙе Словакия гражданлығынан мәхрүм итеү тураһында иғлан итә ref>Slovaks retaliate over Hungarian citizenship law, BBC, 26 May 2010</ref>. Шул уҡ йылдың октябрь айында Румыния президенты Траян Бэсеску венгрҙарҙың Венгрия гражданлығын алыуына ҡаршы түгеллеген белдерә[32].

Башҡортостанда венгрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында Башҡортостан Республикаһында 35 кеше милләтен венгр тип күрһәткән. Уларҙың 19 ир кеше, 16 — ҡатын-ҡыҙ[33].

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Sebők László's ethnic map of Central and Southeastern Europe. Архивировано из оригинала 26 февраль 2009 года. 2009 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған.
  2. See page 21 of this report. 2017 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
  3. 2011 Romanian census. 2013 йылдың 17 июль көнөндә архивланған.
  4. 1,370 человек 2009 йылдың 2 март көнөндә архивланған. назвали себя чангошами по переписи 2002 года, однако по некоторым подсчётам, чангошей гораздо больше. Так, Совет Европы 2008 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған. называет цифру в 260 тысяч человек
  5. Patrick Heenan, Monique Lamontagne. The Central and Eastern Europe Handbook. — Taylor & Francis, 1999. — P. 70. — ISBN 978-1-57958-089-6.
  6. Slovak census 2011 2012 йылдың 14 ноябрь көнөндә архивланған.
  7. Roseann Duenas Gonzalez, Ildiko Melis. Language Ideologies: Critical Perspectives on the Official English Movement. — Lawrence Erlbaum Associates, 2001. — P. 302. — ISBN 978-0-8058-4054-4.
  8. AUSTRIA, STATISTIK Bevölkerung nach Staatsangehörigkeit und Geburtsland. www.statistik.at.
  9. World Directory of Minorities and Indigenous Peoples - Croatia : Overview (2001 census data). United Nations High Commissioner for Refugees (июль 2008). Дата обращения: 16 март 2009.
  10. Bureau, U.S. Census American FactFinder - Search. factfinder.census.gov. 2020 йылдың 12 февраль көнөндә архивланған.
  11. Canadian Census 2006. 2018 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.
  12. Hungarians in Germany 2007 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
  13. Hungarians in France 2007 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
  14. Hungarians in Brazil 2007 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
  15. Estimation 2002 2010 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған. Hungarian-Australians according to national census 2006, Australia.
  16. Census 2011 - Country of birth (expanded). Office for National Statistics (26 март 2013). Дата обращения: 29 апрель 2014.
  17. Scotland's Census 2011 - National Records of Scotland - Country of Birth (detailed). National Records of Scotland. Дата обращения: 29 апрель 2014.
  18. Census 2011 - Country of Birth - Full Detail_QS206NI. Northern Ireland Statistics and Research Agency. Дата обращения: 29 апрель 2014. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  19. Los obreros húngaros emigrados en América Latina entre las dos guerras mundiales. Ilona Varga. webcache.googleusercontent.com.
  20. Statistics Sweden(недоступная ссылка)
  21. Irish census 2006 2011 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
  22. Ludność. Stan i struktura demograficzno-społeczna. Narodowy Spis Ludności i Mieszkań 2011 (National Census of Population and Housing 2011). GUS. 2013. p. 264.
  23. Rogers Brubaker. Nationalist Politics and Everyday Ethnicity in a Transylvanian Town. — Princeton University Press, 2006. — P. 328. — ISBN 978-0-691-12834-4.
  24. Divided Nations and European Integration. — University of Pennsylvania Press. — P. 112. — ISBN 978-0-8122-4497-7.
  25. Mária M. Kovács, Judit Tóth, Country report: Hungary 2018 йылдың 30 август көнөндә архивланған., Revised and updated April 2013, EUDO Citizenship Observatory, page 1 and 7
  26. Mária M. Kovács, Judit Tóth, Country report: Hungary 2018 йылдың 30 август көнөндә архивланған., Revised and updated April 2013, EUDO Citizenship Observatory, page 11
  27. Mária M. Kovács, Judit Tóth, Country report: Hungary 2018 йылдың 30 август көнөндә архивланған., Revised and updated April 2013, EUDO Citizenship Observatory, page 18
  28. Hungary and Romania. Flag wars, 21 Feb 2013, The Economist
  29. Open wound. Trianon remembered 93 years on 2013 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған., Budapest Times, 12 June 2013
  30. New double citizenship law does not change voting rights, EUobserver, 28.05.2010
  31. Dual citizenship at its logical conclusion. Policy Solutions’ analysis: A vote for lost Hungarians is a vote for the right 2016 йылдың 10 август көнөндә архивланған., Budapest Times, 7 February 2011
  32. Romania backs Hungarian citizenship law, 18 October 2010, AFP text syndicated to eubusiness.com.
  33. bashstat.gks.ru/…/Национальный+состав+населения+Республики+Башкортостан.p…