Вересов Гавриил Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Шахматный титул халыҡ-ара мастер[d] и шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d]
Гражданлығы
Вафат булған көнө 12 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны
Спорт төрө шахмат
Вафат булған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Һөнәр төрө шахматсы
Спортта ил өсөн сығыш яһай
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Тыуған көнө 28 июль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Эш урыны
Һуғыш/алыш

Вересов Гавриил Николаевич (28 июль 1912, Минск18 ноябрь 1979, шунда уҡ) — совет шахматсыһы һәм тарихсыһы. Шахмат буйынса СССР спорт мастеры (1937), халыҡ-ара мастер (1950).

Алты тапҡыр Беларусь чемпионы (1936, 1939, 1941, 1956, 1958 һәм 1963 йыл — 1956 йылдарҙа Б. Гольденов менән 1-2-се урындарҙы бүлә)[1]. СССР чемпионатында өс тапҡыр ҡатнаша. Шахмат теоретигы, Вересов истемаһы тигән исем алған дебют авторы, (1. d4 d5 2. Кc3 Кf6 3. Сg5).

1938 йылда Белорус дәүләт университетын «математик» һөнәре буйынса тамамлай[2]. 1941 йылдың июль айында үҙ теләге менән фронтҡа китә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың октябрь айында ҡаты яралана, 1942 йылдың мартына тиклем госпиталдә дауалана[3]. 1942 йылдың көҙөндә ВКП(б.)-ға ҡабул ителә Гвардия капитаны дәрәжәһендә запасҡа сыға

1944—1945 йылдарҙа Польша хөкүмәте ҡарамағында БССР халыҡ комиссарҙары советы эштәре буйынса вәкил булып эшләй. 1948—1951 йылдарҙа ВКР)б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый[3].

Тарих фәндәре кандидаты (1951, диссертацияһының темаһы «СССР и борьба народно-демократической Польши за западные земли»). 1952 йылда[4] һәм 1958 йылдан 1960 йылға тиклем БССР Фәндәр академияһының Тарих институтынджа өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй; 1952—1958 йылдарҙа сит илдәр менән Белорус дуҫлыҡ йәмғиәте менән етәкселек итә. 1940 йылдарҙа бер ни тиклем ваҡыт шахмат-шашка секцияларын етәкләй, ә 1950 йылдан БССР спорт комитеты ҡарамағындағы шахмат федерацияһын етәкләй.

Төп спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Һөҙөмтә Урын
1934 9-сы СССР чемпионатына һайлап алыу турниры (Тбилиси) 13-тән 6½ 6-7
1934/1935 9-сы СССР чемпионаты 19-ҙан 9  13-14
1937 В.Панов менән квалификацион уйын 9 : 7
1940 12 -се СССР чемпионаты 19-ҙан 10½ 7-9
1944 13-се СССР чемпионаты 16-нан 7½ 8-10

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Aaron Shustin. Шахматный перфекционист Г. Вересов (ингл.). Independent Israeli site / אתר ישראלי עצמאי / Независимый израильский сайт / Незалежны iзраiльскi сайт (26 декабрь 2019). Дата обращения: 12 ғинуар 2020.
  2. Aaron Shustin.Ещё немного о Гаврииле Вересове(англ.).Independent Israeli site / אתר ישראלי עצמאי / Независимый израильский сайт / Незалежны iзраiльскi сайт(10 January 2020).Дата обращения 12 января 2020.
  3. 3,0 3,1 Aaron Shustin.Ещё немного о Гаврииле Вересове(англ.). Independent Israeli site / אתר ישראלי עצמאי / Независимый израильский сайт / Незалежны iзраiльскi сайт(10 January 2020).Дата обращения 12 января 2020.
  4. Aaron Shustin.Ещё немного о Гаврииле Вересове (англ.). Independent Israeli site / אתר ישראלי עצמאי / Независимый израильский сайт / Незалежны iзраiльскi сайт (10 January 2020).Дата обращения 12 января 2020.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шахматный словарь / гл. ред. Л. Я. Абрамов; сост. Г. М. Гейлер. — М.: Физкультура и спорт, 1964. — С. 216. — 120 000 экз.
  • Шахматы : энциклопедический словарь / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 58. — 624 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-005-3.
  • Институт истории НАН Беларуси в лицах, 1929—2008 гг. Минск, 2008. С. 129. ISBN 978-985-08-0855-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]