Верченко Иван Яковлевич
Ғилми етәксе | Колмогоров Андрей Николаевич |
---|---|
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | член-корреспондент Академии педагогических наук СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | математик |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Ойошма ағзаһы | Российская академия образования[d] |
Вафат булған көнө | 15 ноябрь 1995 (88 йәш) |
Эш урыны | |
Эшмәкәрлек төрө | Математика и Криптография |
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1907 |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] (29 сентябрь 1949) |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү ҡалаһы |
Тыуған урыны |
Верченко Иван Яковлевич (11 сентябрь 1907 йыл — 15 ноябрь 1995 йыл) — СССР математигы, криптографы, педагогы, физика-математика фәндәре докторы (1949), СССР Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1968). 1963—1972 йылдарҙа КГБ Юғары мәктәбенең техник факультеты (хәҙер — Криптография, элемтә һәм информатика институты) начальнигы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иван Яковлевич Верченко 1907 йылда Екатеринослав губернаһының Славяносербский өйәҙе Иваново улусы үҙәге Ивановка ауылында (хәҙер — Луганск өлкәһенең Ивановка ҡала тибындағы ҡасабаһы) украин ғаиләһендә тыуған. Атаһы — тимер юл эшсеһе.
1922 йылда ауыл хеҙмәт мәктәбен (ете йыллыҡ) тамамлай. 1925 йылда, динамит заводының ФЗУ мәктәбен тамамлағандан һуң, химик лабораторияла лаборант булып эшләй.
1925 йылдың аҙағында, заводта авария арҡаһында, терһәккә тиклем тиерлек уң ҡулын юғалта. Йыл буйы дауалана, инвалид булып ҡала, яңынан яҙырға өйрәнә.
1926—1928 йылдарҙа Мариуполдәге Ильич исемендәге заводта күсереп яҙыусы булып эшләй, үҙаллы Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инергә әҙерләнә.
1929 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Бында йәш профессор А. Н. Колмогоров, буласаҡ академик, уның һәләтен күрә. Уның етәкселеге аҫтында Верченко диплом эше яҙа. Университетты тамамлағас Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Ғилми-тикшеренеү математика институты аспирантураһына уҡырға инә. Бында шулай уҡ Колмогоров уның ғилми етәксеһе була. Колмогоров менән авторҙашлыҡта «Доклады Академии наук СССР» журналында (1934 йылдың № 3 һәм № 7 һандары) ике үҙгәреүсәнле функцияларҙың өҙөклөк нөктәләре тураһында ике мәҡәләһен баҫтыра.
Аспирантураны тамамлап, Колмогоров етәкселегендә диссертация яҡлағас, 1937 йылда физика-математика фәндәре кандидаты Верченко Дондағы Ростов дәүләт университетына ебәрелә. Бында 1938 йылда доцент булып китә. Доцент Верченко студент Александр Исаевич Солженицынға, буласаҡ яҙыусыға, математика буйынса лекция уҡый.
Һуғыш башланғас Баҡыға эвакуациялана. Унда Яковлев Конструкторлыҡ бюроһына инженер-конструктор сифатында эшкә күсә, һәм бында һуғыш бөткәнсе тиерлек эшләй. 1943 йылда Конструкторлыҡ бюроһы менән бергә Мәскәүгә ҡайта. Эшләп йөрөү менән бер рәттән, фән, атап әйткәндә, күп үҙгәреүсәнле функциялар теорияһы менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1949 йылдың 29 сентябрендә В. А. Стеклов исемендәге математика институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1947 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитетының кадрҙар Идаралығы Верченконы СССР Дәүләт именлеге министрлығына эшкә саҡыра. Июлдән ул — өлкән лейтенант дәрәжәһендә өлкән оперуполномоченный, һуңынан СССР Дәүләт именлеге министрлығының 6-сы Идаралығының 1-се бүлеге начальнигы урынбаҫары була. Верченко машина шифрлау системаларын эшләү һәм криптанализ мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
1948 йылдың 21 ғинуарында Дәүләт именлеге министрлығы Марфинола телефон аша һөйләшеүҙәрҙе йәшерен итеү өсөн аппаратуралар булдырыу буйынса «Лаборатория № 8» («Марфинская шарашка» тип аталыусы, һуңыраҡ — Автоматика ғилми-тикшеренеү институты) ойоштора.
1949 йылдың июленән 1950 йылдың ғинуарына тиклем Верченко бында 6-сы Идаралыҡта шифрлағыстарҙы анализлау һәм экспертизалау өсөн булдырылған 29 кешенән торған төркөм етәксеһе була. Бында шулай уҡ тотҡон Солженицын эшләй, һуңынан ул Иван Яковлевичты Петр Трофимович Веренев исеме аҫтында «В круге первом» романының 10-сы бүлегендә һүрәтләй.
Эш һөҙөмтәһендә ВЧ-бәйләнеш линияларында телефон аша һөйләшеүҙәрҙе йәшерен итеү өсөн тотороҡло аппаратура булдырыу проблемаһы хәл ителә, тәжрибә өлгөләре 1950 йылдың 29 июлендә хөкүмәт комиссияһы тарафынан ҡабул ителә.
1950 йылдың авгусынан башлап — ғилми-тикшеренеү институты-1-ҙең ғилми эш буйынса начальнигы урынбаҫары.
Именлек хеҙмәте хеҙмәткәре карьераһы 1953 йылдың апрелендә Л. П. Берияның күрһәтмәһе буйынса тамамлана, сөнки Верченко уның алдында, кәңәшмәлә, абсолют ныҡ шифрҙар булыуы мәсьәләһе буйынса бәхәсләшә башлай. Иван Яковлевич уҡытыу эшенә күсә.
1953 йылдан — профессор, һуңынан В. П. Потемкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институтының математик анализ кафедраһы мөдире. 1960 йылдан, юғары уҡыу йорттары үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, — В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының математик анализ кафедраһы профессоры.
1962 йылдың 5 июленән — КГБ Юғары мәктәбенең техник факультетының юғары математика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1963 йылдың майынан — факультет начальнигы. 1972 йылдың ғинуарына тиклем ике вазифаны ла биләй.
1972 йылдан алып 1986 йыл буйынса — Мәскәү электрон машиналар эшләү институтында юғары математика кафедраһы мөдире, математик анализ буйынса лекциялар уҡый.
КГБ Юғары мәктәбенең техник факультетында, шул иҫәптән 1986 йылдан һуң, ваҡыты-ваҡыты менән математик анализ буйынса лекциялар уҡый.
1995 йылдың 15 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Иван Яковлевичтың биш балаһы булһа, шул иҫәптән бер улы тәрбиәгә алынған.
Наградалары, исемдәре һәм дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1937 — физика-математика фәндәре кандидаты.
- 1949 сентябрь — физика-математика фәндәре докторы, диссертация темаһы «Исследования по теории площади поверхностей».
- 1951 — профессор.
- 1968 йыл ғинуар — СССР педагогия фәндәре академияһы ағза-корреспонденты.
- 1971 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — «Дәүләт именлеген тәьмин итеү буйынса эшендә ыңғай һөҙөмтәләре өсөн һәм СССР КГБ махсус хеҙмәтенең 50-йыллығы менән бәйле».
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Комплекслы стратегик тикшеренеүҙәр институты И. Я Верченко исемендә олимпиадалар үткәрә:
- Мәктәп уҡыусыларының криптография һәм математика буйынса И. Я. Верченко исемендәге төбәк-ара олимпиадаһы[1]
- Мәктәп уҡыусыларының информатика һәм компьютер хәүефһеҙлеге буйынса И. Я. Верченко исемендәге төбәк-ара олимпиадаһы[2]
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Верченко И. Я. Об ациклических континуумах, непрерывно отображаемых в себя без неподвижных точек. — В: Математический сборник // АН СССР. — М., 1940. — Т. 8 (50), № 2. — С. 295—306.
- Верченко И. Я. О поверхностной мере множеств. — В: Математический сборник // АН СССР. — М., 1942. — Т. 10 (52), № 1—2. — С. 11—32.
- Верченко И. Я. Исследования по теории площади поверхностей. — В: Успехи математических наук // АН СССР. — М., 1950. — Т. 5, № 2 (36). — С. 205—207.
- Памяти И. Я. Верченко // Математика в школе. — 1996. — № 1.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Межрегиональная олимпиада школьников им. И. Я. Верченко по математике и криптографии . Дата обращения: 7 декабрь 2019.
- ↑ Межрегиональная олимпиада школьников им. И. Я. Верченко по информатике и компьютерной безопасности . Дата обращения: 7 декабрь 2019.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Емельянов Г., Ларин Д. Советский криптограф И. Я. Верченко // BIS Journal № 2(29)/2018.
- YouTube сайтында Код Верченко — док. фильм Александра Трофимова (Video Press, 2007), телеканал РБК.
- Верченко Иван Яковлевич // «Летопись Московского университета».
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- 15 ноябрҙә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- 11 сентябрҙә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- Екатеринослав губернаһында тыуғандар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар