Веселов Артемий Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Ғилми исеме профессор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө уҡытыусы, ғалим, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө педагогика[1]
Заты ир-ат[1]
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 18 октябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 1994[1]
Әүҙемлек урыны СССР[1]
Тыуған урыны

Веселов Артемий Николаевич (18 октябрь 1906 йыл — 1994 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, педагог, педагогия фәндәре докторы, профессор. Курск педагогия институты ректоры.

Артемий Николаевич Веселов 1906 йылда Ярославль губернаһының Марьино ауылында тыуған. 1928 йылдан алып КПСС ағзаһы булып тора.[2]. 1930 йылда К.Либкнехт исемендәге Мәскәү педагогия институтының ижтимағи-иҡтисади бүлегендә уҡый һәм шул уҡ йылда юғары мәктәптә педагогик эш башлай. 1943 йылдан 1994 йылға тиклем Курск педагогия институтында эшләй, ректор, кафедра мөдире, педагогика кафедраһы профессоры була. Рәсәй профессиональ-техник белем биреү тарихын тәрән тикшерә һәм анализлай. Педагогия фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, 1952 йылда «Очерки истории низшего профессионально-технического образования и подготовки рабочих кадров в РСФСР» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлай. 1964 йылда профессор ғилми исемен ала[3].

Веселов 50 фәнни эш, шул иҫәптән педагогика тарихы өсөн әһәмиәтле булған бер нисә рәт монографиялар авторы булып тора. 1982 йылда «Очерки истории профессионально-технического образования в СССР» монографияһын әҙерләүҙә ҡатнашҡаны өсөн К. Д. Ушинский исемендәге СССР педагогия фәндәре академияһы премияһына лайыҡ була[4][5].

Курскиҙа йәшәгән. 1994 йылда вафат була.

Маҡтаулы исмедәре һәм ашҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Веселов А. Н. Низшее профессионально-техническое образование в РСФСР. — М., 1955;
  • Веселов А. Н. Среднее профессионально-техническое образование в дореволюционной России. — М., 1959;
  • Веселов А. Н. Профессионально-техническое образование в СССР. — М., 1961.
  • Педагогическая энциклопедия. Том 1. Гл. ред.- А. И. Каиров и Ф. Н. Петров. М., 'Советская Энциклопедия', 1964. 832 столб. с илл., 7л. илл.