Видади Молла Вәли

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
әзерб. Molla Vəli Vidadi
Жанр шиғриәт
Вафат булған көнө 13 май 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (100 йәш)
Балалары Осман-эфенди Велизаде[d]
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө шағир, уҡытыусы
Заты ир-ат
Рәсем
Тыуған көнө 17 март 1709({{padleft:1709|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Сәнғәт йүнәлеше суфыйлыҡ
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Молла Вәли Видади (әзерб. ملا ولی ودادی, Molla Vəli Vidadi; 17 март 1709 йыл13 май 1809[2], Икинжи Шихлы, Грузия губернаһы) — XVIII быуат әзербайжан мәғрифәтсе шағиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видади 1709 йылда Сәфәүиҙәр дәүләте Гәнжә бәйләрбәйлийинә ҡараған Шәмкир ҡалаһында тыуа. Ҡарабахта, ә һуңынан Тифлиста йәшәй. Грузин батшаһы Ираклий II-нең писары булып хеҙмәт итә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видади әзербайжан шиғриәтен үҙенең лирик шиғырҙары менән байыта, парлы рифмалы шиғырҙарҙың айырым формаһы — «гошма» оҫтаһы була.

Шағирҙың реалистик лирикаһы ашуғ шиғриәтенә яҡын. Молла Вәли Видадиҙың әҫәрҙәре ислам суфыйсылығы рухында яҙылған. Ул үҙ-ара һуғыштарҙы һәм феодаль ҡанһыҙлыҡты тәнҡитләй. Мәҫәлән, Видадиҙың дуҫы Хөсәйен Хан Муштағтың үлтерелеүенә яуап булған билдәле «Мусибат-наме» шиғырында шағир ҡан ҡойошло феодаль низағтарҙың ҡот осҡослоғон, наҙан һәм аяуһыҙ хандарҙы, уларҙың халыҡ алдындағы яуызлыҡтарын һәм енәйәттәрен фашлай:

Молла Вәли Видади билдәле әзербайжан шағиры Молла Панаһ Вәғифтең[3]яҡын дуҫы була. Видади ижадында уның Молла Панаһ Вәғиф менән шиғри хат алышыу-диалогы биләй, улар йөкмәткеһе менән ашуғтар ярыштарын хәтерләтә. Вәғифтең әҫәрҙәрендә мажор тондары өҫтөнлөк итһә, Молла Вәли Видади шиғырҙарында унан айырмалы күңелһеҙлек һәм ҡотолғоһоҙлоҡ күҙәтелә. Шағирҙың пессимистик кәйефе «Журавли», «Послание поэту Вагифу», «Поплачешь» шиғырҙарында сағылыш таба. Фүзули[4]ижадының эйәрсене тип һанала.

Уның ҡайһы бер ғәзәлдәре һәм гошмалары рус теленә тәржемә ителгән: «Мусаддас», «Ряд за рядом», «Там, где любви наши сердце ждет…». Константин Симонов Молла Вәли Видади әҫәрҙәрен тәржемә итеүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән:


Тоҡомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Молла Вәли Видади әсәһе яғынан рәсәй һәм әзербайжан генералы Әли-Аға Шихлинскийҙың олатаһы була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Молла Панах Вагиф

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Väli Vidadi // Faceted Application of Subject Terminology
  2. Molla Vəli Vidadi (әзерб.). GlobalNews.az (5 сентябрь 2017). Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано из оригинала 12 июнь 2018 года. 2018 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
  3. Махмуд Исмаил, История Азербайджана (Краткий обзор с древнейших времен до 1920 г.). — Б.: Азернешр,1995.108 с.
  4. [ Видади Молла Вәли] — Ҙур энциклопедик һүҙлектән