Викимедиа хәрәкәте
Викимедиа хәрәкәте |
---|
Викимедиа хәрәкәте, йәки Викимедиа — Викимедиа проекттарында ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың глобаль берләшмәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәрәкәт Википедия берләшмәһе нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм артабан Викимедианың башҡа проекттарына, шул иҫәптән Викимилек һәм Викимәғлүмәттәр проекттарына, Медиавики программа тәьминәтен эшләүселәр берләшмәһенә ҡағыла. Был ирекмәндәргә бөтә донъяла күп һанлы ойошмалар, шул иҫәптән Викимедиа Фонды, Викимедиа төбәк ойошмалары, Рәсәйҙә «Викимедиа РУ», шулай уҡ «Башҡортостан викимедиясылары», «Эрзә телендә яҙышҡан викимедиасылар» һәм «Дон викимедиасылар төркөмө» кеүек тематик ойошмалар һәм ҡулланыусылар төркөмдәре ярҙам күрһәтә.
«Викимедиа» атамаһы вики и медиа тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Уны тәүге тапҡыр Америка яҙыусыһы Шелдон Рамптон 2003 йылдың мартында инглиз телле Викиһүҙлекте почта аша таратҡанда файҙалана[1] . Был вики-проект Википедиянан һуң Джимми Уэйлс урынлаштырған икенсе проект була. Тағы өс айҙан Викимедиа фонды ойошторола[2][3]. «Викимедиа» термины Викимедиа проекттарына ҡарата ла ҡулланылырға мөмкин.
Вики-проекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Википедия — ирекле энциклопедия;
- Викиһүҙлек — ирекле һүҙлек;
- Викидәреслек — асыҡ дәреслектәр;
- Викияңылыҡтар — ирекле яңылыҡтар сығанағы;
- Викиөҙөмтә — өҙөмтәләр һәм цитаталар тупланмаһы;
- Викикитапхана — ирекле китапхана;
- Викиуниверситет — асыҡ белем биреү берләшмәһе;
- Викисәйәхәт — бөтә донъя ирекле сәйәхәтсе ҡулланмаһы;
- Викитөрҙәр — тере организмдар төрҙәренең асыҡ каталогы;
- Викимилек — ирекле медиабанк;
- Викидата — түләүһеҙ һәм ирекле белемдәр базаһы, уны кешеләр ҙә, машиналар ҙа ҡуллана һәм мөхәррирләй ала.
- Абстракт Википедия — Википедияның телдәргә бәйләнмәгән версияһын булдырыу проекты, Викидаталағы структуралаштырылған бирелмәләрҙе файҙалана.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Rampton, Sheldon Wikipedia English mailing list message (16 март 2003). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 1 ноябрь 2005 года.
- ↑ Jimmy Wales. Announcing Wikimedia Foundation (20 июнь 2003). Дата обращения: 26 ноябрь 2012. Архивировано 30 март 2013 года.
- ↑ Florida Department of State, Division of Corporations. Wikimedia Foundation, Inc. Record 2016 йылдың 18 июнь көнөндә архивланған. and Letters of Incoporation, Wikimedia Foundation 2016 йылдың 18 июнь көнөндә архивланған., filed June 20, 2003
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Wikimedia movement/ru Мета-викиҙа Викимедиа хәрәкәтенең структураһын тасуирлау
- strategy:Wikimedia movement
- Movement Архивная копия от 19 октябрь 2021 на Wayback Machine — Strategy Glossary