Викрам Акула

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викрам Акула
ингл. Vikram Akula
2008 йыл, Викрам Акула Нью-Дели ҡалаһындағы Бөтә донъя экономик форумында
2008 йыл, Викрам Акула Нью-Дели ҡалаһындағы Бөтә донъя экономик форумында
Тыуған көнө около 1968
Тыуған урыны Рякал, Медак, Андхра-Прадеш, Һиндостан
Белеме Тафтс университеты
Йель университеты
Чикаго университеты
Компания SKS Microfinance
Вазифаһы Рәйес (2011 йылға тиклем)
Компания AgSri
Вазифаһы Директор
Наградалары һәм премиялары
Сайт vikramakula.com

Викрам Акула — Һиндостандың ярлы ҡатын-ҡыҙҙарын страховкалау һәм микрокредитлау ярҙамында Һиндостанда ярлылыҡ кимәлен әҙәйтеү миссияһы булған SKS Microfinance микрофинанслау компанияһының нигеҙләүсеһе һәм элекке етәксеһе.

Тәүге йылдары һәм белем алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викрамдың атаһы, Акула В. Кришна — хирург, ул ғаиләһе менән Америка Ҡушма Штаттарының Нью-Йорк штатында урынлашҡан Скенектади ҡалаһына күсеп китә, шунда уның балаһы мәктәпкә уҡырға бара[1]. Викрам урта мәктәпте 1986 йылда һәм Тафтс университетына уҡырға керә, шунда ул, 1990 йылда уҡыуҙы яҡшылыҡ билдәһе менән тамамлап, философия һәм инглиз теле буйынса ике юғары белем ала[2]. Ошонан һуң Викрам халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса магистр дәрәжәһен алыр өсөн Йель университетына уҡырға керә. 1994—1995 йылдарҙа Һиндостанда микрофинанслау буйынса проект өсөн Фулбрайт программаһы буйынса грант ала. 2004 йылда Викрам Акула Чикаго Университетында политология буйынса доктор дәрәжәһен ала[3].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылда Тафтс университетын тамамлағас, Акула Һиндостанға ҡайта һәм шунда Deccan Development Society, ҙур булмаған ауылдағы коммерциялы булмаған ойошма, менән эшләй. Бынын һуң Вашингтонда урынлашҡан Бөтә донъяны ҡарау институтында фән эшсе булып эшләй, шунда ул ярлылыҡ һәм тотороҡло экономик үҫешеү тураһында мәҡәләләр яҙа. Deccan Development Society һинд компанияһы менән эшләгән ваҡытта Акула коммерциялы булмаған микрофинанслауҙың мөмкинселектәре сикләнгән булыуын күрә һәм баҙар ҡарашын тәҡдим итә[4]. Был мәсьәләнең хәл итеүен ул 2010 йылда «Harvard Business Press» нәшриәте баҫтырып сығарған «A Fistful of Rice: My Unexpected Quest to End Poverty Through Profitability» китабында күрһәтә[5][6].

SKS Microfinance[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда Викрам Акула Фулбрайт гранты буйынса проектын тамамлай һәм политология буйынса фән докторы дәрәжәһен алыр өсөн Чикаго университетына уҡырға керә. Шунда ул коммерциялы булмаған макрофинанслау компания өсөн бизнес-план төҙөй, ә 1997 декабрендә үҙенең бизнес-планы нигеҙендә SKS (Swayam Krishi Sangam) ойошмаһын нигеҙләр өсөн Акула Һиндостанға ҡайта. Тәүҙә коммерциялы булмаған SKS Microfinance 2005 йылда коммерциялы ойошмаға әйләнә[3].

2010 йылдың август уртаһында SKS Microfinance Мумбай ҡалаһының фонд биржаһында үҙҙәренең акцияларын ҡуя. Уларға һорау тәҡдимгә ҡарағанда 14 тапҡырға ҙурыраҡ була һәм компания Джордж Сорос кеүек инвесторҙарҙы ала[7][8]. 2011 йылдың 23 ноябрендә Акула SKS рәйесе эшенән китә һәм 2014 йылдың 3 майында промоутер вазифаһын ташлай[9].

Йоғонто яһауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

SKS-ты нигеҙләгән ваҡытта Акула Мөхәммәт Юныстың эштәренән дәрт ала. Мөхәммәт Юныс — 2006 йылда Нобель премияһы лауреаты һәм донъялағы иң тәүге микрофинанс ойошмаларҙың береһенең Бангладештағы «Grameen Bank» ойоштороусыһы[10].

Бүләктәре һәм танылыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2006 йылда «Time» журналының версияһы буйынса «Йылдың иң абруйлы 100 кешеләр»ҙең береһе[11]
  • Һиндостанда йыл социаль эшҡыуары, 2006[12]
  • «Ernst & Young» версияһы буйынса Һиндостанда йыл эшҡыуары (Start-up, 2006)[13]
  • «Ernst & Young» версияһы буйынса Һиндостанда йыл эшҡыуары (Business Transformation, 2009)[14]
  • «India Today» версияһы буйынса «Һиндостандың иң абруйлы 50 кешеләр»ҙең береһе, 2009[15]
  • Forbes журналының версияһы буйынса, «Йыл кешеһе» исеменә номинант, 2009[16]
  • World Economic Forum’s Young Global Leader award, 2008[17]
  • Echoing Green Poverty Alleviation Economic Development — 1998 Fellow[18]
  • Real Wealth Creators for the Communitie категорияһында Karmaveer Puraskaar, 2006—2007[19]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Asha Chopra. NRI named TIME 100: The People Who Shape Our World (ингл.). NRI Entrepreneurs (1 май 2006). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  2. Alumni Hall of Fame Honorees, Niskayuna CSD, Niskayuna, NY (ингл.). Niskayuna. Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 Vilram Akula (ингл.). Echoing Green. Дата обращения: 30 апрель 2015.
  4. Vikram Akula, A90 (ингл.). The Fletcher School, Tufts University. Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
  5. Vikram Akula (ингл.). India Development Service. Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йылдың 3 май көнөндә архивланған.
  6. Book. Vikramakula.com. Дата обращения: 30 апрель 2015.
  7. Ruth David. SKS Microfinance Shares Jump in Mumbai Trading Debut (ингл.). Bloomberg Business (16 август 2010). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  8. SKS share offer oversubscribed 14 times. The Hindu (2 август 2010). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  9. Swati Rathor. Vikram Akula is no longer the 'promoter' of SKS Microfinance Limited (ингл.). The Times of India (3 май 2014). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  10. Megha Bahree. A Big Split Over Microfinance (ингл.). Forbes (10 ғинуар 2010). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  11. Rawe, Julie. [conserveicontent.time.com/time/specials/packages/article/0,28804,1975813_1976769_1976772,00.html TIME 100: The People Who Shape Our World - Vikram Akula], Time (30 апреля 2006). 1 май 2015 тикшерелгән.
  12. Akula named Social Entrepreneur (ингл.). The Tribune (27 ноябрь 2006). Дата обращения: 1 май 2015.
  13. Entrepreneur of the Year 2011: Start-up companies - Ernst & Young - India. Ernst & Young. Дата обращения: 1 май 2015.
  14. Anand Mahindra wins E&Y 'Entrepreneur of the Year' award 2009 (ингл.). Business Standard (17 февраль 2010). Дата обращения: 1 май 2015.
  15. S. Prasannarajan. Power Pyramid (ингл.). India Today (26 март 2007). Дата обращения: 1 май 2015.
  16. Shloka Nath. The TightRope Walker (ингл.). Forbes (19 декабрь 2009). Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  17. World Economic Forum - Vikram K. Akula. World Economic Forum. Дата обращения: 1 май 2015.
  18. Vikram Akula - 1998 Fellow. Echoing Green. Дата обращения: 1 май 2015.
  19. Awardees - By Category (ингл.). Karmaveer Puraskaar. Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.