Музей Я.И.Потапенко исемендәге виноградсылыҡтың һәм шарап яһауҙың Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты янында 1972 йылда ойошторола. Музейға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып энтузиаст-тарихсы А. И. Потапенко тора, шулай уҡ уны ойоштороу өҫтөндә археолог-тарихсылар Е. И. Савченко, М. И. Крайсветный эшләй.
Дон виноградына һәм шарабына дан йырлаған А.С. Пушкинға арналған экспозицияла шағирҙың мәрмәр бюсы һәм шағирҙың замандашы булған «Цимлян» шарабы менән шешә ҡуйылған.
Институт тарихы тураһында айырым залда ҡуйылған экспозиция һөйләй. Бында институт селекцияһы виноград сорттарының төрлө муляждарын, шараптар өлгөһөн, төрлө конкурстарҙа һәм күргәҙмәләрҙә алған бүләктәрҙе күрергә мөмкин. Шулай уҡ институт ғалимдары Я И. Потапенко, Е. И. Захарова, М. А. Лазаревский, А М. Алиевтарҙың портреттары ҡуйылған.