Витвер Иван Александрович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Ғилми исеме профессор
Һөнәр төрө иҡтисадсы, географ
Уҡыусылар Вольский, Виктор Вацлавович[d], Максаковский, Владимир Павлович[d], Машбиц, Яков Григорьевич[d] и Валев, Эмиль Борисович[d]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған урыны
Аспиранттар йәки докторанттар Вольский, Виктор Вацлавович[d], Максаковский, Владимир Павлович[d] и Слука, Александр Евгеньевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Сталин премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
Вафат булған урыны
Тыуған көнө 25 февраль 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Эш урыны
Ерләнгән урыны
Вафат булған көнө 15 август 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (75 йәш)
Эшмәкәрлек төрө иҡтисади география[d], Страноведение[d] и Политическая география[d]

Витвер Иван Александрович (1891 йыл1966 йыл) — иҡтисадсы-географ, илдәр өйрәнеүсе белгес, география фәндәре докторы (1938), М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (1935) һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты профессоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Совет фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле, сит илдәрҙең социаль-иҡтисади географияһы буйынса дәреслектәр серияһы авторы.

Иван Александрович Витвер 1891 йылдың 25 февралендә Тверь губернаһы Керчев өйәҙе Ильин улусының Ильино ауылында сыр яһаусы швейцар һәм рус дворян ҡатыны ғаиләһендә тыуған. Хәҙер был Маловасилевское ауыл биләмәһе Кимры районына инә.

19101913 йылдарҙа буласаҡ ғалим-илдәрҙе өйрәнеүсе Мәскәү университетында физика-математика факультетының тәбиғи бүлегендә уҡый, унда профессор Дмитрий Анучиндың антропология һәм георгафия буйынса лекцияларын тыңлай. Артабан уҡыуын ташлай һәм Мәскәү консерваторияһына уҡырға инә. Университетҡа 1916 йылда ҡайта һәм 1921 йылда «тарих» һөнәре буйынса тарих-филология факультетын тамамлай. 19221926 йылдарҙа Мәскәү университетында аспирантурала уҡый, параллель Тарих институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Буш ваҡытында мәктәптә тарих һәм иҡтисади география һәм уҡыта. 1925 йылда диссертация яҡлай һәм тарих магистры дәрәжәһен ала. Бынан һуң «Большая Советская Энциклопедия» нәшриәтенә эшкә күсә, унда 1933 йылға тиклем хеҙмәт итә[2].

1929 йылда Н. Н. Баранский Витверҙы Мәскәү дәүләт университетының иҡтисади география кафедраһына Латин Америкаһы буйынса курстар уҡырға саҡыра[3]. 1933 йылда Витвер кафедра доценты вазифаһын башҡара. Бер йылдан һуң, 1934 йылда, Рәсәйҙә беренсе ойошторолған капиталистик илдәрҙең сәйәси һәм иҡтисади география кафедраһы мөдире була. Тағы ла бер йылдан һуң — диссертация яҡламайынса география фәндәре докторы һәм профессор була (шул ваҡытта ғәҙәти практика). 20 йыл буйы ул ошо вазифаны биләй.

19411943 йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, эвакуацияла Ашхабадта һәм Свердловскиҙа география факультетының деканы булаң. 19441945 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетында уҡыта (МГИМО сит ил эштәре министрлығы). Артабан административ һәм ғилми эштәргә иғтибар бирә, 1954 йылда сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле иҡтисади география кафедраһы мөдире вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр була .

Фәнгә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. А. Витвер — фән ойоштороусыһы, сит ил иҡтисади географияһының һәм илдәр өйрәнеү фәненең фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Латин Америкаһы илдәре, Франция, Германия һәм башҡа Европа илдәрен өйрәнеүҙә махсуслаша. «Экономическая география зарубежных стран» (1935—1955 йылдарҙа был 16 баҫма) дәреслек авторы . Дәреслектәр Польша, Чехословакия, Болгария, Венгрия, ГДР, Ҡытай, Япония, Бөйөк Британия, Францияла нәшер ителгән. МДУ-ла донъя хужалығы географияһы, сит илдәрҙең иҡтисади һәм сәйәси географияһы тарихы, Германия, Франция һәм Бөйөк Британия буйынса махсус курстар ойоштора.

Витвер Иван Александрович, башҡа совет географтары кеүек үк, СССР сиктәрендә бер тапҡыр ҙа булмай, был уға сит илдәрҙең иҡтисади географияһын уҡытырға һәм илдәр фәне буйынса дәреслектәр яҙыуға ҡамасауламай.

Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Витвер ҡәбере
  1. 1 2 Витвер Иван Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. К шестидесятилетию Ивана Александровича Витвера // Вопросы географии.. — Москва: Государственное издание географической литературы, 1952. — Т. 29. Зарубежные страны. — С. 3—5. Архивировано 6 март 2019 года.
  3. Кафедра экономической и социальной географии России МГУ :: История кафедры
Алдан килеүсе:
Андрей Войцехович Гедымин
декан географического факультета МГУ
1941—1943
Һуңынан килеүсе:
Мария Виссарионовна Карандеева