Эквтиме Такаишвили «Яңы Зугдиди сиркәүе Леван V Дадиани хакимлығы осоронда, 1825 йылдан алып 1830 йылға саҡлы таштан, грузин стилендә, төҙөлгән» тип билдәләй.
Төҙөлөшкә рәсәй императоры Александр I аҡса бүлгән, ул, риүәйәт буйынса, Константинополде дошман һөжүменән ҡотҡарған тигән исемлектәге Ғайса пәйғәмбәр әсәһе иконаһын кире ҡайтарған.
XVIII быуаттың 10-сы йылдарында Георгий IV Гуриели имеретин батшаһы Александр IV ҡаршы поход башлай. Гурияға алып киткән хазиналар араһында Влахерн иконаһы ла телгә алына. 1805 йылда мегрель кенәз ҡатыны (Григол Дадианиҙың тол ҡатыны) Нино мегрель кенәздәре депутацияһы менән бергә император Александр I батшаға иконаны бүләк иткән. Ул иконаны бик бай итеп биҙәй һәм мегрель халҡына кире ҡайтара.