Водовозов Василий Иванович
Гражданлығы | |
---|---|
Хәләл ефете | Елизавета Николаевна Водовозова[d] |
Балалары | Николай Васильевич Водовозов[d] и Василий Васильевич Водовозов[d] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Үлем сәбәбе | Ашҡаҙан яман шеше[d] |
Патроним или матроним для человека | Иванович[d] |
Вафат булған урыны | |
![]() | |
Һөнәр төрө | яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Тыуған көнө | 27 сентябрь (9 октябрь) 1825 |
Ерләнгән урыны | |
Вафат булған көнө | 17 май 1886 (60 йәш) |
Тыуған урыны | |
![]() |
Водовозов Василий Иванович (27 сентябрь [9 октябрь] 1825, Санкт-Петербург — 17 [29] май 1886, шунда уҡ) — урыҫ педагогы, переводчик, балалар яҙыусыһы; яҙыусы һәм педагог Е. Н. Водовозованың ире.
Биографияһы
Коммерция училищеһы (1835-1842) һәм Санкт-Петербург университетының филология факультетында уҡый. Университетты тамамлағас (1847 йыл) Варшава гимназияһында, 1851 йылдан 1-се Петербург гимназияһанда уҡыта.
Йәкшәмбе мәктәбен ойоштора, уның етәксеһе (1861-1862) була, Смольный институтында (1860—1862), ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыусылар семинарияһанда (1863), һуңыраҡ Аларчин ҡатын-ҡыҙҙар курсында (1870) уҡыта. Сит илгә булған сәфәрҙәрендә халыҡ мәғарифы менән таныша
Водовозовтарҙың «шишәмбеһендә» В. А. Слепцов, П. И. Якушкин, В. С. Курочкин һәм Н. С. Курочкин, П. А. Гайдебуров була. 1866 йылда дәүләт уҡыу йорттары эшенән бушатыла. Төп эше әҙәби эшмәкәрлек була.
Смоленск православие зыяратында ерләнә[2].
Әҙәби эшмәкәрлеге
Тәүге мәҡәләһе — «Заметки о современном образовании в Германии» мәҡәләһе («Журнал Министерства народного просвещения», 1856). «Библиотека для чтения», «Отечественные записки», «Современник», «Вестник Европы», «Русское слово» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа 120-нән ашыу эшен: тәржемәләр, педагогика буйынса мәҡәләләр, Европа илдәрендәге мәктәптәр тураһында очерктарын, тәнҡит мәҡәләләр, балалар өсөн әҫәрҙәрен баҫтырып сығара. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләрендә һәм әҙәбиәтте уҡытыу методикаһы буйынса хеҙмәттәрендә әҫәрҙең художество әһәмиәтен уның ижтимағи һәм әхлаҡи мәғәнәһенә бәйле икәнлеген күрһәтә.
Балалар өсөн популяр китап төҙөүсе булараҡ танылған. «Рассказы из русской истории» (выпуск 1—2, Санкт-Петербург, 1861—1864) Водовозовтың инеш һүҙҙәре һәм аңлатмалары менән тарихи документтар йыйынтығынан ғибәрәт. «Книга для первоначального чтения в народных школах» (ч. 1, Санкт-Петербург, 1871; 18-е издание 1887) һәм уға «Книга для учителей» (Санкт-Петербург, 1871; 5-е издание, 1879) методик ҡулланмаһы К. Д. Ушинский премияһы менән билдәләнә. «Детские рассказы и стихотворения» (Санкт-Петербург, 1871, 1876), «Новая русская литература (От Жуковского до Гоголя включительно)» (Санкт-Петербург, 1866; 7-е издание, 1908), «Древняя русская литература. От начала грамотности до Ломоносова» (Санкт-Петербург, 1872), «Русские сказки в стихах» (Санкт-Петербург, 1883) китаптары авторы һәм төҙөүсеһе.
Тәржемәләре
Ун тел белә һәм рус теленә Анакреон, Софокл, Гораций, Катулл, Лукиан, Дж. Байрон, И. В. Гете, Генрих Гейне, П.Ж. Беранже әҫәрҙәрен тәржемә итә. Бынан тыш, сит ил әҙәбиәте тураһындағы мәҡәләләре менән сығыш яһай. Тәржемәләре «Переводы в стихах и оригинальные стихотворения» (Санкт-Петербург, 1888) йыйынтығына ингән
Хеҙмәттәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Водовозов Василий Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Могила на плане кладбища // Отдел IV // Весь Петербург на 1914 год, адресная и справочная книга г. С.-Петербурга / Ред. А. П. Шашковский. — СПб.: Товарищество А. С. Суворина – «Новое время», 1914. — ISBN 5-94030-052-9.
Әҙәбиәт
- Водовозов Василий Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Русские писатели. 1800—1917: Биографический словарь. — Мю: Большая Российская энциклопедия, 1992. — Т. 1: А — Г. — С. 454—455.
- Василий Иванович Водовозов : Биогр. очерк В. Семевского. — СПб. : тип. Ф. С. Сущинского, 1888. — 170 с.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1825 йылда тыуғандар
- 17 майҙа вафат булғандар
- 1886 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- С английского языка тәржемәселәре
- С немецкого языка тәржемәселәре
- С французского языка тәржемәселәре
- С латинского языка тәржемәселәре
- РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр (тип: q5)
- XIX быуат рус яҙыусылары
- Алфавит буйынса рус яҙыусылары
- Рәсәй империяһы педагогтары
- Алфавит буйынса балалар яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- XIX быуат тәржемәселәре
- Рәсәй тәржемәселәре
- Рәсәй империяһы тәржемәселәре
- XIX быуат Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- Рәсәй империяһы яҙыусылары