Волицкая Стефания

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
пол. Stefania Wolicka
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d]
Гражданлығы
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө тарихсы, переводчица, писательница, активистка за права женщин
Вафат булған көнө 1 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш)
Эшмәкәрлек төрө тарих
Заты ҡатын-ҡыҙ
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 31 август 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][2]
Уҡыу йорто
Файл:Stefania Wolicka (grób) 01.jpg
Тыуған урыны

Волицкая Стефания (1851 йыл — 1937 йыл) — поляк тарихсыһы. Цюрих университетында доктор дәрәжәһен алған беренсе ҡатын-ҡыҙ — 1875 йылда Цюрих университетында философия докторы дәрәжәһен ала[3][4].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стефания Волицкая Рәсәй Польшаһы ваҡытындағы Варшавала тыуа. Рәсәй хөкүмәтенең ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан юғары белем алыуына юл ҡуймауҙарына ҡарамаҫтан, тарих буйынса дәрәжә алырға тырыша[5]. 1873 йылда ул сит илдә белем алған Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына уҡыуҙан баш тартырға ҡушҡан указды боҙа[5]. Волицкая указдан азат итеү үтенесе кире ҡағылғандан һуң уҡыуын дауам итергә ҡарар итә[5]. Ул туранан тура мәғариф министры Дмитрий Толстойға мөрәжәғәт итә. Рәсәй хөкүмәте Фричтар түңәрәгенең (Цюрих пансионының хужабикәһе фрау Фричи хөрмәтенә аталған) радикаль социалистик активистарында күргән сәйәси хәүеф арҡаһында Цюрихтан бер нисә студентты ҡыуыуға өлгәшә. Уларҙың ҡайһы берҙәре 1877 йылда Рәсәйҙә илле процессы ваҡытында судҡа бирелә, бер нисә кеше хөкөм ителә һәм иректән мәхрүм ителә. Волицкаяның Фричи түңәрәгенең ағзаһы булыуына дәлилдәр юҡ, Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Цюрихта бер нисә студент хөкүмәт тарафынан революционерҙар иҫәбенә индерелә, сөнки улар 1872—1873 йылдар осоронда Швейцариялағы университетҡа бара[6] Шуға ҡарамаҫтан, Волицкая исеме Толстой ебәргән 45 урыҫ студенты исемлегендә була, уларға Рәсәй империяһында уҡытыуҙы тыялар һәм 1874 йылдың 1 ғинуарына уларҙы Швейцариянан китергә мәжбүр итәләр[7].

Цюрих университеты яҙмаларына ярашлы, Волицкая Позендан була (Познань), Варшавала тыуа, Цюрих университетында уҡыған саҡта уның ата-әсәһе Цюрихта йәшәй[8]. Швейцариянан китергә тура килһә лә, 1875 йылда ул философия докторы дәрәжәһен ала. Уның докторлыҡ диссертацияһы «Griechische Frauengestalten, 1. Teil» (Греческие образы женщин, часть 1) тип атала[9]. Уны «тәүге поляк ҡатын-ҡыҙ-академигы» тип атайҙар[10]. Ян Хулевич билдәләүенсә, ул «башлыса героик шәхестәрҙән торған» поляк студенттарының беренсе быуынына ҡарай[11].

Волицкая кейәүгә сығып, Стефания Волицкая-Арнд исеме аҫтында билдәле була[12]. Уның докторлыҡ диссертацияһы 1875 йылда Цюрихта «Zürcher und Furrer» нәшриәте тарафынан нәшер ителә[13]. Ул Польшала ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары тураһында билдәле яҙыусы булып китә. 1895 йылда ул поляк «Athenåum» юридик журналында «Егерме биш йыл ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн парламент көрәше» исеме аҫтында мәҡәлә баҫтыра[14].

Волицкая яңы ваҡытта Европала философия докторы дәрәжәһен алған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Европала беренсе ҡатын-ҡыҙ-философия докторы булып 1678 йылда Падуя университетында дәрәжә алған Елена Корнаро иҫәпләнә[15]. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итә башлаған Швейцариялағы университеттар тәүге хәҙерге заман эраһы университеттары була. Польша, Австрия, Бельгия һәм Европаның башҡа илдәренең ҡатын-ҡыҙ- ғалимдары XIX быуат аҙағында университетҡа инеү өсөн Швейцарияға күсенә[16] мәҫәлән, университеттың беренсе сығарылыш уҡыусыһы, Бельгиянан врач Исала Ван Дист.

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Griechische Frauengestalten. 1. Theil., 1875, Zürich[17]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Stephanie Wolicka // CERL Thesaurus (ингл.)Consortium of European Research Libraries.
  2. Stefania Wolicka // NUKAT — 2002.
  3. Women's Movements: Networks and Debates in Post-communist Countries in the 19th and 20th Centuries. — Böhlau Verlag Köln Weimar, 2006. — С. 555—. — ISBN 978-3-412-32205-2.
  4. Shifting Voices: Feminist Thought and Women's Writing in Fin-de-siècle Austria and Hungary. — McGill-Queen's Press (инг.)баш., 2008. — ISBN 9780773532861.
  5. 5,0 5,1 5,2 Johanson, Christine. Women's Struggle for Higher Education in Russia, 1855–1900. — McGill-Queens, 1987. — С. 57—58. — ISBN 9780773505650.
  6. Johanson. Women's Struggle for Higher Education in Russia, 1855–1900. — McGill-Queen's University Press (инг.)баш., 1987. — С. 54—6. — ISBN 9780773505650.
  7. Johanson. Women's Struggle for Higher Education in Russia, 1855–1900. — McGill-Queen's University Press (инг.)баш., 1987. — ISBN 9780773505650.
  8. Matrikeledition der Universität Zürich. University of Zurich. Дата обращения: 31 мая 2012. Архивировано из оригинала 31 декабря 2011 года.
  9. Matrikeledition der Universität Zürich. University of Zurich.Дата обращения: 31 мая 2012.Архивировано из оригинала 31 декабря 2011 года.
  10. Ach, te uparte filozofki.ALMA MATER – miesięcznik Uniwersytetu Jagiellońskiego w Krakowie (2004). Дата обращения: 2 июня 2012.Архивировано из оригинала 30 июня 2010 года.
  11. Jan Hulewicz. Sprawa wyższego wykształcenia kobiet w Polsce w wieku XIX. — Nakł. Polskiej Akademii Umiejętności; skł. gł. w księg. Gebethnera i Wolffa, 1939. — С. 225.
  12. Saurer, Edith; Margareth Lanzinger, Elisabeth Frysak. Women's Movements: Networks and Debates in Post-communist Countries in the 19th and 20th Centuries. — Böhlau Verlag Köln Weimar, 2006. — С. 555. — ISBN 9783412322052.
  13. Estreicher, Karol Józef Teofil. Bibliografia polska, Volume 5. — Johnson Reprint Corp. [1964–1978], 1880, 1880. — С. 146.
  14. Milewski. Na gościnnych łamach, cz. II. Palestra. Дата обращения: 31 мая 2012. Архивировано 4 марта 2016 года.
  15. Schwartz, Agata. Shifting Voices: Feminist Thought and Women's Writing in Fin-de-siècle Austria and Hungary. — McGill-Queen's Press – MQUP, 2008. — С. 248. — ISBN 9780773532861.
  16. Saurer, Edith; Margareth Lanzinger, Elisabeth Frysak. Women's Movements: Networks and Debates in Post-communist Countries in the 19th and 20th Centuries. — Böhlau Verlag Köln Weimar, 2006. — С. 554. — ISBN 9783412322052.
  17. http://www.worldcat.org/title/griechische-frauengestalten-1-theil/oclc/48859610&referer=brief_results. Worldcat.org. Дата обращения: 31 мая 2012. Архивировано 3 августа 2016 года.