Вологда хоҡуҡ һәм иҡтисад институты
Вологда хоҡуҡ һәм иҡтисад институты | |
Дәүләт | |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1979[1] |
Рәсми сайт | vipe.fsin.su |
Уҡыусылар һаны | около 1500 |
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Вологда хоҡуҡ һәм иҡтисад институты (тулы исеме «Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Вологда иҡтисад һәм хоҡуҡ институты» федераль ҡаҙна юғары белем биреү учреждениеһы; ҡыҫҡартылған исеме Рәсәй ВИПЭ ФСИН) — Вологдалағы юғары профессиональ уҡыу йорто, енәйәт-башҡарма системаһы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн белгестәр әҙерләүҙе бойомға ашырыусы уҡыу йорто.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
СССР Эске эштәр министрлығының 1979 йылдың 5 мартындағы № 0150 бойороғона ярашлы Вологдала Вологда урман техник училищеһы нигеҙләнә, унда холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары өсөн урта белемле техник белгестәр әҙерләй башлайҙар. Ярты йыл үткәс был уҡыу йорто СССР Эске эштәр министрлығының етәкселек составын әҙерләүсе Вологда махсус урта мәктәбе тип үҙгәртелә, уның беренсе начальнигы итеп эске хеҙмәт майоры Валерий Константинович Покровский тәғәйенләнә[2]. Тәүге курсантарҙы «Урмандар әҙерләү технологияһы» һәм «Ағас эшкәртеү технологияһы» һөнәренә ҡабул итәләр; уҡытыу өсөн 7 цикллы дисциплиналар — кафедраларҙың прототиптары булдырыла: урман әҙерләү технологияһы, урман бысыу-ағас эшкәртеү производствоһы технологияһы, дөйөм техник дисциплиналар, дөйөм махсус дисциплиналар, юридик фәндәр, ижтимағи фәндәр, хәрби һәм физик әҙерлек дисциплиналары.
Уҡыу йорто 1997 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы Рязань хоҡуҡ һәм иҡтисад институтының Вологда филиалы итеп үҙгәртелә. Шулай уҡ «Юриспруденция» һөнәре буйынса ситтән тороп уҡыу бүлегенә беренсе студенттар ҡабул ителә, ә 1998 йылдың көҙөндә — шул уҡ һөнәргә курсанттар йыйылмаһы ҡабул ителә[3]. Рязань ҡалаһынан подполковник Куприн псков өлкәһе буйынса Хеҙмәттәше Пыталовоға 2335-се ғәскәр часына күсә, әммә хеҙмәттәше купринға сыҡмай.
1999 йылдың 17 декабрендә филиал яңынан үҙаллылыҡ ала, ул Рәсәй Юстиция министрлығының Вологда хоҡуҡ һәм иҡтисад институты. тип үҙгәртелә. 2000-се йылдың баштарында уҡыу йортонда ситтән тороп уҡыу һәм квалификацияны күтәреү факультеты ойошторола, юридик, психологик, инженер-иҡтисади һәм бюджеттан тыш белем алыу, шулай юридик һәм психология һөнәрҙәре буйынса адъюнктурала уҡыу асыла[3].
2005 йылда юғары уҡыу йорто Рәсәй Федераль язаны үтәү хеҙмәте Вологда иҡтисад һәм хоҡуҡ институты тип атала. 2012 йылдың сентябрендә Австрияның «CERT CRO» компанияһы үткәргән аудит һөҙөмтәләре буйынса уҡыу йортона Халыҡ-ара ІЅО 9001:2008 стандартына ярашлы сертификат бирелә, ә декабрь айында ул дәүләт аккредитацияһын үтә[3].
Начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1977 — Валерий Константинович Покровский;
- 1994 — Геннадий Георгиевич Никитин;
- 1995 — Виктор Владимирович Попов;
- 2011 — Сергей Витальевич, Бабурин;
- 2017 — Евгений Леонидович Харьковский.
Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2011 йылдың 1 сентябрендә уҡый йортона Рәсәй ФСИН директоры генерал-эске хеҙмәт полковнигы Александр Реймер тарафынан Рәсәй ФСИН ВИПЭ профессиональ белем биреү учреждениеларының Байрағы тапшырыла, байраҡ сыбар ҡара-күк төҫтәге тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт, туҡыманың ситтәре алтынланған таҫма менән уратылған, байраҡта Рәсәй гербы, Вологда өлкәһе гербы һәм ФСИН эмблемаһы төшөрөлгән[4][5].
Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2020 йылда Рәсәй ВИПЭ ФСИН белем биреү процесында 5 факультетта 15 кафедра ҡатнаша[6]:
- юридик факультет
- психология факультеты
- инженер-иҡтисад факультеты
- профессиональ уҡытыу һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты;
- хоҡуҡ һәм психология факультеты.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт ВИПЭ ФСИН России 2020 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
- Официальная страница ВИПЭ ФСИН России в социальной сети «ВКонтакте»
- Видеоканал ВИПЭ ФСИН России на YouTube
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Судаков, 2006
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Историческая справка . ВИПЭ ФСИН России. Дата обращения: 28 ноябрь 2020. 2020 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ итут
- ↑ рава
- ↑ эко
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. Р. Павлушков. Вологодский институт права и экономики // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006. — ISBN 5-87822-305-8.