1916 йылда гимназияны, 1924 йылда — медицина институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ленинградта табип эшмәкәрлеген башлай. 1920-се йылдар аҙағында Обухов дауаханаһында билдәле профессор М. А. Горшков етәкселек иткән терапевтар курсында уҡый[1]. Горшков тәҡдиме буйынса Волынский дауахананың терапия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1932 йылдан алы төп эше менән бер рәттән М. А. Горшков етәкләгән терапия кафедраһы ассистенты вазифаһын башҡара.[2] 1932 йылда РККА-ла хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1938 йылда Ленинград хәрбиҙәренең ежов ҡулға алыуҙары менән бәйле ҡулға алына һәм бер аҙ ваҡыт төрмәлә ултыра, ғәйебен танымай һәм төрмәнән азат ителә[3].
1938 йылда Обухов дауаханаһы базаһында 3-сө Ленинград медицина институты асыла һәм терапия факультеты профессор М. А. Горшков тәҡдиме буйынса Зиновий Волынский терапия факультеты терапия кафедраһы ассистенты итеп тәғәйенләнә 1939 йылда ошо кафедра менән профессор А. Л.Мясников етәкселек итә, ул Волынскийҙы тәжрибәле уҡытыусы һәм дауалау эшен яҡшы ойоштороусы булғанлыҡтан кафедрала эштә ҡалдыра. Оҙаҡламай Мясеников Волынскийҙы үҙекнең урынбаҫары итеп тәғәйенләй. 1940 йылда 3-сө Ленинград медицина институты Ленинград Хәрби-диңгеҙ медицина академияһы итеп үҙгәртелә[4] (ХДМА, хәҙер С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы), А. Л. Мясников терапия кафедраһы башлығы булып китә, ә З. М. Волынский кафедраһы уҡытыусыһы вазифаһына раҫлана[2].
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы: 1941 йылда блокадалағы Ленинградта госпиталь начальнигы була, 1942 йылдан алып Ленинград фронтында — госпиталь начальнигы һәм санитария бүлеге начальнигы.