Вольск тыл хәрби институты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вольск тыл хәрби институты
Административ-территориаль берәмек Вольск[d]
Дәүләт
Адрес 12903, Һарытау өлкәһе, Вольск ҡалаһы, М. Горький урамы, 3
Нигеҙләү датаһы 23 февраль 1928
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Рәсми атамаһы укр. Перше Вольське військове авіаційно-технічне училище
рус. Объединённая школа лётчиков и авиационных техников
рус. Вторая Вольская военная школа авиационных техников
рус. Вольское военное авиационно-техническое училище
рус. Первая Вольская военная авиационная школа авиамехаников
рус. Первое Вольское военное авиационно-техническое училище
рус. Вольское командно-техническое училище имени Ленинского Краснознамённого комсомола
рус. Вольское военное училище имени Ленинского Краснознамённого комсомола
рус. Вольское высшее военное училище тыла имени Ленинского Краснознамённого комсомола

Вольск тыл хәрби институты (рус. Вольский военный институт тыла) — юғары хәрби-уҡыу йорто, СССР Ҡораллы Көстәренең һәм Рәсәй Федерацияһының тыл хеҙмәте өсөн офицер кадрҙары әҙерләү маҡсатында 1928 йылдың 23 февралендә нигеҙләнә. 1998 йылдың 16 сентябренән, филиал булараҡ, А. В. Хрулев исемендәге матди-техник тәьминәт хәрби академияһы структураһына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1821 йылда Вольск ҡалаһына Воронеж губернаһы губернаһынан Елисаветград гусар полкы дислокациялана. 1823—1829 йылдарҙа полк базаһында, 1829—1853 йылдарҙа Һарытау хәрби кантонсылар батальондың 3-сө бригадаһы базаһында кантонист егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерлек алып барыла, барлығы 13 меңдән ашыу кеше әҙерләнә. 1858 йылда хәрби кантонсылар мәктәбе базаһында Һарытау хәрби ведомствоһы мәктәбе асыла, 1868 йылда хәрби ведомство училищеһы хәрби прогимназия итеп үҙгәртелә[1].

1882 йылда хәрби гимназиялар кадет корпустарына әйләндерелә, ә хәрби прогимназиялар ябыла һәм бары тик 1885 йылда ғына Вольск хәрби прогимназияһы Вольск хәрби мәктәбенә үҙгәртелә. 1908 йылда мәктәп базаһында Вольск кадет корпусы ойошторола, ул Рәсәй империяһы кадет корпустарының 36-сыһы була. 1914 йылдың 29 майында Вольск кадет корпусында тәүге сығарылыш үтә. 1918 йылдың 19 апрелендә Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары Вольск кадет корпусы ябыла[1][2][3].

Төп тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Революцион хәрби советтың 1928 йылдың 13 июлендәге 221 һанлы бойороғо менән Вольскиҙа осоусылар һәм авиация техниктары берләштерелгән мәктәбе ойошторола. 1928 йылдың 7 ноябрендә уҡыу процесы башлана. СССР Революцион хәрби советының 1931 йылдың 6 июнендәге бойороғо менән Осоусылар һәм авиация техниктары берләштерелгән мәктәбе Икенсе Вольск авиация техниктары хәрби мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1932 йылдың 11 мартында ВЦИК-тың 10 һанлы ҡарары менән мәктәбенә «Ҡыҙыл байраҡлы Ленин комсомолы» почетлы исеме бирелә[3][4].

1937 йылдың 13 майында СССР Оборона халыҡ комиссариатының 067-се бойороғона ярашлы, мәктәп базаһында Вольск хәрби авиация-техник училищеһы ойошторола. 1941 йылдың 5 февралендә СССР Оборона халыҡ комиссариатының 048-се бойороғо менән 23 февраль (1928 йылдың 23 февралендә училище асыла) уҡыу йортоноң байрамы тип билдәләнелә, 049-сы бойороҡ менән авиация-техник хәрби училище базаһында Беренсе Вольск авиамеханиктарҙың хәрби авиация мәктәбе ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда училище фронт ихтыяждары өсөн хәрби-һауа көстәренең авиация офицерҙарын әҙерләй. Шул осорҙа училищены тамамлаусыларҙың тотош бер плеядаһы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[3][5].

СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының 1951 йылда директиваһына ярашлы, авиамеханиктар хәрби авиация мәктәбе Беренсе Вольск хәрби авиация-техник училище итеп үҙгәртелә. Унда ике йыл уҡығандан һуң урта махсус белем таныҡлығы бирелә, 1953 йылдан уҡыу мөҙҙәте бер йылға арттырыла. СССР Оборона министрының 1959 йылдың 31 декабрендәге бойороғо менән Беренсе Вольск хәрби авиация-техник училищеһы СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре составына күсерелә. 1962 йылдың 22 декабрендә авиация-техник хәрби училище базаһында Ҡыҙыл байраҡлы, Ленин комсомолы исемендәге Вольск команда-техник училищеһы ойошторолар[3][5].

1964 йылдың 2 июлендә СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы һәм СССР Ҡораллы Көстәренең тыл начальнигы директиваһы менән команда-техник училище Ҡыҙыл байраҡлы, Ленин комсомолы исемендәге Вольск хәрби училищеһы тип үҙгәртелә һәм СССР Ҡораллы Көстәренең тыл структураһына тапшырыла. СССР Министрҙар Советы ҡарары һәм СССР Оборона министры бойороғо менән 1971 йылдың 24 июнендә Вольск хәрби училищеһы Ҡыҙыл байраҡлы, Ленин комсомолы исемендәге Вольск юғары хәрби училищеһы тип үҙгәртелә һәм дүрт йыл уҡытыу ваҡыты менән юғары хәрби-белем биреү йортона әйләнә. 1978 йылдың 13 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Вольский юғары хәрби училищеһы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

1994 йылдан училище биш йыллыҡ уҡыуға күсерелә. 1998 йылдың 16 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы оборона министрының 417 һанлы бойороғо менән Вольск юғары хәрби училищеһы, филиал булараҡ, Тыл һәм транспорт хәрби академияһы составына инә. 2005 йылдың 1 ғинуарынан Хәрби академияның Вольский филиалы Вольск тыл хәрби училищеһы (Тыл хәрби институты) тип үҙгәртелә[3]. Институттың профессор-уҡытыусылар составы: 9 доктор һәм 119 фән кандидатынан тора[6]. Вольск хәрби училищеһы эшләй башлағандан алып уның 35 тамамлаусыһы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, шул иҫәптән И. С. Полбин һәм В. И. Мыхлик был исемде ике тапҡыр ала. Ике кеше — Социалистик Хеҙмәт Геройы, берәү — Рәсәй Федерацияһы геройы. Һуңынан уыуҡ йортон тамамлаусыларҙың 80-дән ашыуы генерал дәрәжәһенә лайыҡ була.

Етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 19281931 йылдар — комбриг Жаров Федор Иванович
  • 19861993 йылдар — комдив Николаев Михаил Тимофеевич
  • 19331936 йылдар — комдив Якубов Роза Абдуллаевич
  • 19361937 йылдар — 1-се ранг хәрби инженер Баранов Кирилл Яковлевич
  • 19371941 йылдар — инженер-полковник Хадеев Степан Петрович
  • 19421949 йылдар — инженер-полковник Христюк Крестовых Степан
  • 19491955 йылдар — инженер-полковник Никифоров Яков Александрович
  • 19551959 йылдар — инженер-полковник Терехов Сергей Дмитриевич
  • 19591965 йылдар — генерал-майор Кичигин Александр Иванович
  • 19651968 йылдар — генерал-майор Гаретнин Николай Иванович
  • 19681976 йылдар — генерал-майор Горюн Владимир Федорович
  • 19761986 йылдар — генерал-лейтенант Толмачев Николай Михайлович
  • 19861991 йылдар — генерал-майор Мукомолов Владимир Николаевич
  • 19912001 йылдар — генерал-майор Громов Евгений Сергеевич
  • 20012002 йылдар — генерал-майор Мухоед Сергей Дмитриевич
  • 20022015 йылдар — генерал-майор Горбунов Михаил Михайлович
  • 20152020 йылдар — генерал-майор Рихель Сергей Григорьевич
  • 2020 йылдан полковник Зенков Вячеслав Юрьевич

Билдәле тамамлаусылар һәм уҡытыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Hero of the Soviet Union medal.png Hero of the Soviet Union medal.pngПолбин Иван Семенович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Hero of the Soviet Union medal.png Мыхлик Василий Ильич
  • Рәсәй Федерацияһы Геройы Булгаков Дмитрий Витальевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Кокушкин Олег Иоильевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Бочаров Владимир Михайлович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Гомоненко Никита Васильевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Вдовенко Иван Тимофеевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Кузьмин Георгий Павлович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Серов Анатолий Константинович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Гавриш Иван Фомич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Грошев Николай Петрович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Ерёмин Борис Николаевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Жабинский Дмитрий Иванович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Ишанкулов Абдусаттар
  • Hero of the Soviet Union medal.png Карпухин Михаил Терентьевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Коленников Василий Фёдорович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Коряков Василий Николаевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Котляр Феодосий Порфирьевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Лёвин Григорий Тимофеевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Масленников Виталий Иванович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Пусэп Эндель Карлович
  • Hero of the Soviet Union medal.pngРумянцев Михаил Ильич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Глазыкин Николай Георгиевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Евсевьев Иван Иванович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Зеленцов Виктор Владимирович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Мартынов Михаил Иванович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Полынин Фёдор Петрович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Рыкачёв Юрий Борисович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Фирсов Илья Петрович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Власов Иван Павлович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Калина Александр Данилович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Сиренко Иван Лаврентьевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Сыченко Пётр Фёдорович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Хвоя Никита Фёдорович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Хохлов Пётр Ильич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Чупиков Павел Фёдорович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Грязнов Викентий Григорьевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Нечепуренко Иван Иванович
  • Hero of the Soviet Union medal.png Рябых Пётр Георгиевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Зашибалов Михаил Арсентьевич
  • Hero of the Soviet Union medal.png Игнатьев Владимир Митрофанович
  • Hero of Socialist Labor medal.png Большаков Анатолий Иванович
  • Hero of Socialist Labor medal.png Капитонов Николай Михайлович

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Становление и развитие Вольского военного училища до 1918 года. ВАМТО имени А. В. Хрулёва. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
  2. Вольский кадетский корпус. Кадеты России. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Тыл, равный фронту. Военно промышленный курьер. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
  4. История института. ВАМТО имени А. В. Хрулёва. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
  5. 5,0 5,1 Журнал: «Актуальные проблемы гуманитарных и социально-экономических наук» / Историко-истографический анализ источников по проблеме роли вольской земли в истории российских воинских частей середины ХХ — начала ХХI века(недоступная ссылка) // С. В. Постников, Изд. Вольский военный институт материального обеспечения (филиал) Военной академии материально-технического обеспечения имени генерала армии А. В. Хрулёва, Вольск: № 3 (74) — 2020 г. — С.192—198
  6. Филиал сегодня. Дата обращения: 14 декабрь 2020.
  7. Ведомости Верховного Совета СССР / Изд. Верховный Совет СССР, Том 41: 1978 г. — С.590

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • От гусар и кадетов к советскому военному училищу (неопр.). Вольск. Дата обращения: 14 декабря 2020.
  • Выпускники из Вольска служат в каждой части (неопр.). Красная звезда. Дата обращения: 14 декабря 2020.

[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]