Воронеж дәүләт техник университеты
Воронеж дәүләт техник университеты | |
Алыштырған | Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты |
---|---|
Рәсми сайт | cchgeu.ru |
Рәсми атамаһы | рус. Воронежский государственный технический университет |
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Воронежского государственного технического университета[d] |
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 28 август 1956 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Уҡыусылар һаны | 17 284 |
Воронеж дәүләт техник университеты (ВДТУ) — Воронеждағы һәм Рәсәйҙең бөтә Үҙәк-ҡара тупраҡлы төбәгендәге юғары уҡыу йорто. 2016 йылдан —Воронеж өлкәһенең төбәк терәк университеты[2][3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1956 йылдың 28 авгусы: Воронеж машиналар эшләү киске институты булараҡ ойошторола[4];
- 1958 йылдың17 июле: Воронеж политехник киске институты тип үҙгәртеп ҡорола;
- 1962 йылдың 19 июне: Воронеж политехник институты тип үҙгәртелә (ВПИ);
- 1993 йылдың 22 сентябре: Воронеж дәүләт техник университеты (ВГТУ) тип үҙгәртелә[5].
- 2016 йылдың 17 марты: Рәсәй Федерацияһы фән һәм мәғариф министрлығының 224-се бойороғона ярашлы, ВДТУ һәм Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты берләштерелеп, Воронеж өлкәһенең төбәк терәк университеты ойошторола. Ул Воронеж терәк университеты (ВТУ) тип атала.
Рейтингы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1RAEX (РАЭКС-Аналитика) Рейтинг агентлығы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегендә Воронеж дәүләт техник университеты 2018 йылда 100-сө урынды биләй ([1]).
Ректорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Проскурин Дмитрий Константинович (2020 йылдан хәҙерге көнгә тиклем)
- Колодяжный, Сергей Александрович (2016—2020)
- Петренко, Владимир Романович (2006—2016)
- Фролов, Вадим Николаевич (1983—2006)
Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төҙөлөш факультеты
- Юл-транспорт факультеты
- Инженер системалары һәм ҡоролмалар факультеты
- Мәғлүмәт технологиялары һәм компьютер хәүефһеҙлеге факультеты
- Машиналар эшләү һәм аэрокосмост ехника һыфакультеты
- Радиотехника һәм электроника факультеты
- Мәҙәни-ағартыу факультеты
- Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө факультеты
- Иҡтисад, менеджмент һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты
- Энергетика һәм идара итеү системалары факультеты
Өҫтәмә белем биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әҙерлек һәм өҫтәмә белем биреү факультеты
- Ситтән тороп уҡыу факультеты
- Магистратура факультеты
- Урта профессиональ белем биреү факультеты
ВДТУ/ВТУ ғалимдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Станислав Александрович Гриднев — физика.-математика фәндәре докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Золотухин Иван Васильевич — техник фәндәр докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Валентин Михайлович Иевлев — физика.-математика фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы
- Владимир Романович Петренко — техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, ВДТУ ректоры (2006—2016 йылдар)
- Эмилия Павловна Комарова — педагогия фәндәре докторы, сит телдәр һәм тәржемә итеү технологиялары кафедраһы профессоры.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета, Интерфакс (18 апрель 2017). 7 апрель 2018 тикшерелгән.
- ↑ Анна Макеева. Вызов для вузов // Коммерсантъ. — 2017. — ISSN 1563-6380.
- ↑ Распоряжение Совета Министров СССР от 28 августа 1956 года
- ↑
- Распоряжение Правительства Российской Федерации от 11 сентября 1992 г. № 1691-р
- Постановление Совета Министров от 16 июня 1993 г. № 549