В. М. Коков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт аграр университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
В. М. Коков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт аграр университеты
Административ-территориаль берәмек Нальчик
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Кабардино-Балкарского государственного аграрного университета[d]
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 25 июнь 1981
Рәсми сайт kbgau.ru
Уҡыусылар һаны 8000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2]

В. М. Коков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт аграр университеты— Төньяҡ Кавказдағы иң эре[3] ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттарының береһе[4]. Тулы исеме «юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы „ В. М. Коков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт аграр университеты“». Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында урынлашҡан.

Тарихы

СССР Министрҙар Советының 1981 йылдың 25 июнендәге 585-се ҡарары менән Ҡабарҙы-Балҡар агромелиорацмя институты (КБАМИ) ойошторола[5]. КБАМИ Х. М. Бербеков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт университетының ауыл хужалығы факультеты базаһында асыла.

Атамаһының тарихы

Ҡабарҙы-Балҡар агромелиорация институты (ҠБАМИ), 1981—1991[6];

Ҡабарҙы-Балҡар аграр институты (ҠБАЙ), 1991—1995;

Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт ауыл хужалығы академияһы (ҠБДАХА), 1995—2007;

В. М. Коков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт ауыл хужалығы академияһы, (ҠБДАХА), 2007—2012;

В. М. Коков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт аграр университеты (ҠБДАУ), 2012 — хәҙерге көнгә тиклем;

Университет ректорҙары

Фиапшев Борис Хамзетович, 1981—2000;

Жеруков, Борис Хажмуратович, 2000—2012;

Шахмурзов, Мухамед Музачирович , 2013—2014;

Апажев, Аслан Каральбиевич, 2014 — хәҙерге көнгә тиклем.

Университет тураһында

Юғары профессиональ белем биреү 59 программа, магистр әҙерлегенең 16 йүнәлеше, урта һөнәри белем биреүҙең 9 программаһы буйынса алып барыла. Аспирантурала һәм докторантурала 25 фәнни һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү тормошҡа ашырыла.

Педагогик коллектив составын 42 кафедрала эшләгән 457 уҡытыусы тәшкил итә, шул иҫәптән: 76 фән докторы, 72 профессор, 294 фән кандидаты, 230 доцент эшләй. Университетта федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге маҡтаулы исемгә эйә булған 47 хеҙмәткәр эшләй[7]

Институттары

Иҡтисад институты

Идара итеү институты

Факультеттары

  1. Ер төҙөлөшө һәм агробизнес факультеты
  2. Биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы факультеты
  3. Механизациялау һәм предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеү факультеты
  4. Тәбиғәтте һаҡлау һәм һыу хужалығы төҙөлөшө факультеты
  5. Аҙыҡ-түлек производствоһы технологиялары факультеты
  6. Товароведение һәм коммерция факультеты

Филиалдары

  • Терскийҙа филиалы[8][9]

Билдәле тамамлаусылары

ҠБДАУ рейтингтарҙа

РФ аграр вуздары араһында рейтингы (барыһы араһындағы рейтингы) 2005 2008 2011 2012 2013 2014 2015 2016
Вузға ҡабул итеү сифатына мониторинг / аграр вуздар 10 (39)[10] ↗9 (52)[11] ↘12 (56)[12] ↘50 (51)[13] ↗44 (47)[14] ↘49 (52)[15]
Ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары рейтингы 21 (51)[16] ↗16 (45)[17]
РФ юғары уҡыу йорттарының талап ителгәнлек рейтингы / ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары 48 (49)[18] ↗40 (56)[19] ↗32 (57)[20]
Университеттарҙың милли рейтингы 171 (200)[21] ↘215 (224)[22]

↗↘ — алдағы күрһәткескә ҡарата позицияның күтәрелеүе һәм кәмеүе

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. РИАН. Рейтинг востребованности с/х вузов в РФ - 2015. РИАН (2015).
  4. Просмотр лицензии. rl.obrnadzor.gov.ru. 2016 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
  5. Постановление Совета Министров СССР №585. www.consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2016.
  6. Устав КБГАУ http://www.kbgau.ru/upload/iblock/5f0/ustav1.pdf 2016 йылдың 23 август көнөндә архивланған.
  7. Кабардино-Балкарский государственный аграрный университет имени В.М. Кокова. Контингент преподавателей. www.edu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016. Архивировано 17 сентябрь 2016 года.
  8. История | Официальный сайт Терского филиала ФГБОУ ВО Кабардино-Балкарский ГАУ. tsxt.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2016.
  9. Основные сведения | Официальный сайт Терского филиала ФГБОУ ВО Кабардино-Балкарский ГАУ. tsxt.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2016. 2016 йылдың 26 август көнөндә архивланған.
  10. МОНИТОРИНГ КАЧЕСТВА ПРИЕМА В ВУЗЫ. www.hse.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016.
  11. МОНИТОРИНГ КАЧЕСТВА ПРИЕМА В ВУЗЫ. www.hse.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016.
  12. МОНИТОРИНГ КАЧЕСТВА ПРИЕМА В ВУЗЫ. www.hse.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016.
  13. МОНИТОРИНГ КАЧЕСТВА ПРИЕМА В ВУЗЫ. www.hse.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016.
  14. МОНИТОРИНГ КАЧЕСТВА ПРИЕМА В ВУЗЫ. www.hse.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016.
  15. МОНИТОРИНГ КАЧЕСТВА ПРИЕМА В ВУЗЫ. ege.hse.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2017.
  16. Рейтинг сельскохозяйственных вузов 2005| Рейтинг ВУЗов Москвы. Рейтинг ВУЗов России 2005.| Портал для Абитуриента! www.abituru.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016.
  17. Рейтинг сельскохозяйственных ВУЗов — 2008. high-schools.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016. 2016 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.
  18. Качество бюджетного приема в государственные вузы РФ по профилю - 2014.
  19. Рейтинг востребованности вузов в РФ - 2015.
  20. Рейтинг востребованности вузов в РФ - 2016. РИА.
  21. Рейтинг брендов университетов России - Национальный рейтинг университетов. univer-rating.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016. 2016 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
  22. Рейтинг брендов университетов России - Национальный рейтинг университетов. univer-rating.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2016. 2016 йылдың 22 август көнөндә архивланған.