Габриэла Прейссова

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
чех Gabriela Preissová
Гражданлығы
Һөнәр төрө писательница, драматург
Тыуған ваҡыттағы исеме чех Gabriela Sekerová
Рәсем
Тыуған көнө 23 март 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][…]
Вафат булған көнө 27 март 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][2][…] (84 йәш)
Тыуған урыны
Заты ҡатын-ҡыҙ[4]
Ерләнгән урыны
Вафат булған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Габриэла Прейссова (чех Gabriela Preissová), тыумыштан Секерова (Sekerová), шулай уҡ Думонтова Матильда (Matylda Dumontová, псевдонимы менән билдәле, 23 март 1862 йыл — 27 март 1946 йыл) — чех яҙыусыһы[6] һәм драматург.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Габриэла Прейссова 1905 йылда

Габриэла Прейссова 1862 йылдың 23 мартында[6] Кутна Гора ҡалаһында тыуған. Прагала архиварус ғаиләһендә белем ала.

Йәш сағында бер аҙ Моравская Словакияла Годонин ҡалаһында үткәрә. Милли фольклор менән мауыға[7].

15 йәшендә Матильда Думонтова псевдоним аҫтында «Дворовый и помешичья дочь» хикәйәһен яҙа. 1883 йылда «Движение» («Рух») журналында «Горестная шутка» исеме аҫтында уның ауыл тормошона арналған хикәйәһе баҫылып сыға.

1889 йылда словак крәҫтиәндәренең көнкүреше тураһында очерк һәм хикәйәләр йыйынтығы «Картинки из словацкого края» (Obrázky ze Slovácka) баҫылып сыға, ул уға билдәлелек килтерә[8]. Һуңынан морав һәм венгр словактарының, ваҡ мещандарҙың, һирәкләп интеллигенцияның тормошонан башҡа әҫәрҙәр баҫтырып сығара: «Ideály» (1889), «Z mého alba» (1890), «Crty ze Slovácka» (1890), «Nové obrázkv a črty» (1893), «Obrázky bez rámů» (1895), «Korutanské povídky» (1896), «Kdyź hvězdy padaly» (1898), «Povidky» (1890 и 1899), «Talmové zlato» (1901), «Porosené pavučiny» (1902), «Máky a žitě» (1903) һәм башҡалар. Прейссованың хикәйәләре эффектлы, хәрәкәт менән тулы һәм славян халҡына мөхәббәт менән һуғарылған. Күп әҫәрҙәре поляк, рус һәм француз телдәренә тәржемә ителгән[6].

Каринтияның донъяуи һәм крәҫтиәндәр тормошон һүрәтләгән һуңғы әҫәрҙәре ғәҙәти һәм беренсе әҫәрҙәренең кимәленә етмәй[8].

Прейссованың драмалары —"Хозяйская раба" (Gazdina roba) һәм «Её падчерица» (Její pastorkyňa, 1890), уларҙа ваҡиғалар Моравия Словакияһында бара[9], — словакса яҙылған, реалистик һәм словак көнкүрешен һүрәтләй[6]."Хозяйская раба" — көслө социаль акцент менән мөхәббәт драмаһы, геройҙары булып словак ауылының ябай кешеләре тора[10]. Габриэла Прейссова «Её падчерица» пьесаһына тәнҡитселәрҙең ғәйеп ташлауҙарын ауыр ҡабул итә һәм артабан иғтибарын ҡатын-ҡыҙҙар өсөн танылған китаптарға йүнәлтә[11].

Композитор Йозеф Фёрстер Габриэла Прейссованың «Хозяйская раба» пьесаһы буйынса «Ева» операһы өсөн либретто яҙа[10][12]. Ул 1899 йылдың 1 ғинуарында тәүге тапҡыр Прагала Милли театрҙа башҡарыла.

Композитор Леош Яначек Габриэла Прейссова «Её падчерица» пьесаһы буйынса «Енуфа» операһы өсөн либретто яҙа (1890)[13][14], уның премьераһы 1904 йылдың 21 ғинуарында Вевержи урамындағы театрҙа — Брно ҡалаһының Милли театр филиалында үтә. «Енуфа» бөтә донъяла киң танылған[15][16]. 2018 йылдың 11 июлендә опера Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театрының төп сәхнәһендә ҡуйыла[17].

1894 йылда Львовта поляк журналистары һәм яҙыусылары съезында ҡатнаша (Zjazd Literatów i Dziennikarzy Polskich). 1896 йылда Мәскәүгә, Түбәнге Новгородҡа сәфәр ҡыла, унда алған тәьҫораттарҙы «Рус сәйәхәте картиналарында» һүрәтләй[16].

Беренсе ире менән Каринтияла Клагенфурт-ам-Вёртерзеела ике йыл йәшәй. Икенсе ире, Австрия армияһы полковнигы менән Пулаға күсеп килә, унан Италияға һәм Францияға сыға. Беренсе донъя һуғышы йылдарында уның ире Миловицала әсирҙәр өсөн лагерь начальнигы була. Габриэла Прейссова рус хәрби әсирен үлтергән өсөн шәхсән хөкөм итә[16].

Ике һуғыш араһы осорҙа Прагала йәшәй[16].

1946 йылдың 27 мартында 85 йәшендә Прагала вафат була. Вышеград зыяратында ерләнә[11].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1880 йылда Ян Прейссҡа кейәүгә сыға (Preiss Jan Nepomuk, 1838—1908). Уның вафатынан һуң, 1908 йылда Халберт Адольфҡа (Adolf Halbaerth, 1858—1949) кейәүгә сыға.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Габриэла Прейссова исеме менән Брно Простеев һәм Карвин урамдары атала[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Gabriela Preissová // FemBio-Datenbank (нем.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. 3,0 3,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. Record #15039690 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  5. BillionGraves (ингл.) — 2011.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Прейссова, Габриэла // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Габриэла Прейссова. Радио Прага(10 июня 2020). Дата обращения: 16 марта 2021.
  8. 8,0 8,1 Якубец, Ян. История чешской литературы. Ч. 2: Современная чешская литература от 60-х годов XIX-го века до наших дней / Я. Якубец, А. Новак ; Пер. Ек. Н. Матвеевой и д-ра Вячеслава Куста. — Прага: Пламя, 1926. — С. 116. — 224 с.
  9. Габриэла Прейссова. Радио Прага(10 июня 2020).Дата обращения: 16 марта 2021.
  10. 10,0 10,1 Музыка XX века : Очерки : В 2 ч. : Ч. 1. 1890-1917. Кн. 2 / ред. д-р искусствоведения Д. В. Житомирский. — М.: Музыка, 1977. — С. 355. — 571 с.
  11. 11,0 11,1 11,2 Габриэла Прейссова. Радио Прага (10 июня 2020). Дата обращения: 16 марта 2021.
  12. Неедлы, Зденек. Избранные труды. — М.: Музгиз, 1960. — С. 302. — 519 с.
  13. 100 опер : История создания : Сюжет : Музыка / Ред.-сост. и авт. предисл. М. Друскин. — Л.: Музыка. Ленингр. отд-ние, 1964. — С. 265. — 634 с.
  14. Музыка и современность : Сборник статей. Вып. 4. — М.: Музгиз, 1966. — С. 65. — 402 с.
  15. Якубова, Наталия. Она и её падчерица. Независимая газета (4 октября 2012). Дата обращения: 16 марта 2021.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 Габриэла Прейссова. Радио Прага (10 июня 2020).Дата обращения: 16 марта 2021.
  17. Павлова, Мария.Почему каждый должен послушать «Енуфу» Леоша Яначека. Российская газета (2 марта 2018). Дата обращения: 16 марта 2021.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]