Габриэль Нарутовичтың үлтерелеүе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Габриэль Нарутовичтың үлтерелеүе
Цель Габриэль Нарутович[d]
Дәүләт
Урынлашыу
Һәләк булғандар һаны
  • 1 чел.
Ваҡиға ваҡыты 16 декабрь 1922
Рәсем
Ҡатнашыусылар Невядомский, Элигиуш[d] и Габриэль Нарутович[d]
Число преступников 1
Вооружение револьвер[d]

Габриэль Нарутович - Польша бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәндән һуң беренсе президент, 1922 йылдың 16 декабрендә, президент вазифаһындағы бишенсе көнөндә үлтерелә[1]. Сәнғәттәрҙе дәртләндереү йәмғиәте күргәҙмәһе барышында рәссам Элигиуш Невядомский тарафынан үлемесле яра ала[2].

Президент Габриэль Нарутович сәнғәттәрҙе дәртләндереү йәмғиәте салонын асыу тантанаһында ҡатнаша. Экскурсия барышында 1-се күргәҙмә залында Невядомский яҡын арауыҡтан револьверҙан өс тапҡыр Нарутовичҡа ата.

Ҡаршылыҡ күрһәтмәгән үлтереүсе ҡулға алына һәм судҡа тарттырыла. 1922 йылдың 30 декабрендә ул республика президентын үлтергән өсөн үлем язаһына хөкөм ителә. 1923 йылдың 31 ғинуарында Элигиуш Невядомский суд ҡарарына ярашлы атып үлтерелә.

Үлтереү алдындағы ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Габриэль Нарутовичты Польша республикаһы президенты вазифаһына һайлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылда Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Польша бойондороҡһоҙлоҡ ала.

1921 йылдың 17 мартында ҡабул ителгән поляк конституцияһының 39-сы статьяһына ярашлы, президент Милли йыйылыш составына ингән Сейм һәм Сенаттың күпселек тауышы менән һайлана[3].

1922 йылдың ноябрендә парламент һайлауҙары һөҙөмтәһендә Сеймдағы 444 урындан уң үҙәк төркөмө 220 мандат ала, һулдар — 97, милли аҙсылыҡтар — 89, башҡалар — 38 урын. Шулай уҡ Сенатта ла 111 урындың күпселегенә уңдарэйә була.

Президент вазифаһына биш кандидат тәҡдим ителә:

  • Ян Нецислав Бодуэн де Куртенэ — милли аҙсылыҡтар кандидаты
  • Игнацы Дашинский — социалистик партияһы кандидаты
  • Габриэль Нарутович — партияһыҙ кандидат, «Азат итеү» поляк крәҫтиән партияһы тәҡдиме буйынса
  • Станислав Войцеховский — «Пяст» поляк крәҫтиән партияһы тәҡдим иткән кандидат
  • Маврикий Замойский — уңдар кандидаты

1922 йылдың 9 декабрендә Польша республикаһы президенты вазифаһына Габриэль Нарутович һайлана, ул Милли йыйылыш депутаттарының һәм сенаторҙарының 555 тауышынан 289 тауыш йыя[4]. Һайлауҙарҙың аҙаҡҡы турында Нарутович 56 % тауыш йыя, шул уҡ ваҡытта Замойский уңдар партияһы тауыштары ярҙамында ғына — 44 % тауыш йыя[5][6].

Һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре билдәләнгәс үк, киске сәғәт 8 тирәһендә. премьер-министр Юлиан Новак , Сейм маршалы Мацей Ратай һәм Сенат маршалы Войцех Тромптшиньский Брюль һарайында булған Нарутовичҡа, Йыйылыш һайлауы тураһында хәбәр итеү һәм уның ризалығын алыу өсөн, баралар. Нарутович Милли йыйылыштың ихтыярына буйһоноу уның гражданлыҡ бурысы булыуын һәм илдәге юғары вазифаға һайланыуын ҡабул итеүе тураһында белдерә.

Һайлауҙарҙан һуңғы сәйәси атмосфера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Габриэль Нарутович — профессор, инженер, Сеймдағы (Польша парламенты) һул төркөмө лидерҙарының береһе [7]. 1922 йылдың мартында поляк конституцияһы ҡабул ителгәндән 1922 йылдың ноябрендә президент һайлауҙарын үткәргәндән һуң 1922 йылдың декабрендә Нарутович Польша президенты итеп һайлана[8]. Уң төркөмөнән эндек-милләтселәр уның кандидатураһын ҡабул итмәйҙәр, бер нисә протест акциялары булып үтә[8]. нарутовичҡа ҡаршы агрессив уң һәм антисемит пропагандаһы үткәрелә, Нарутовичтың үлтерелеүе әлеге пропаганданың ахырғы нөктәһе була (матбуғатта уны атеист, масон һәм йәһүд тип нарыҡлайҙар)[9][8][10].

Варшавала Нарутовичтың һайлауҙарҙа еңеүе тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә тарала. . Уң ойошмалар Милли йыйылыштың ҡарары менән риза булмайҙар. Бинанан сығыу урында тауыш биреүҙә ҡатнашҡан депутаттарҙы һәм сенаторҙарҙы демонстрация ҡаршы ала, унда ҡатнашыусылар (башлыса студенттар һәм мәктәп уҡыусылары) һайлау һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерәләр.

Протест белдереүселәр, «Долой нарутиовичты!» тип ҡысҡырып, марш менән Новый свят урамынан генерал Юзеф Халлерҙың йортона тиклем үтәләр[11] Генерал Халлер балконға сыға һәм халыҡ алдында телмәр тота.

Ватандаштар һәм ҡорал буйынса иптәштәр! Һеҙ... үҙ күкрәгегеҙ менән Речь Посполитаяның сиктәрен, Варшава шлагбаумдарын ҡапланығыҙ. Үҙ ғәмәлдәрегеҙ менән һеҙ бер нәмәгә генә ынтылдығыҙ: Польшаға. Бөйөк Польшаға, бойондороҡһоҙ Польшаға. Бөгөнгө көндә һеҙ көрәшкән Польша ҡыйратылған. Һеҙҙең реакция — халыҡ асыуының күрһәткесе, һеҙ — уның рупоры һәм ул арта һәм тулҡын кеүек күтәрелә бара

[12][13].

Галереяға барыуы һәм һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кардинал Каковский йортонан сыҡҡандан һуң президент Габриэль Нарутович галереяға тиклем канцелярия башлығы Станислав Царь менән бергә автомобилдә бара. Президент Новый Свят урамы буйлап бара, галереяға тиклем барыһы нисә минут юлда була. Президент бик яҡшы кәйефтә була, урамда йөрөүселәр ҙә уны тыныс рәүештә сәләмләйҙәр.

12 сәғәт 10 минутта автомобиль галерея бинаһы алдында туҡтай. Бинаға ингән урында уны дипломатик протоколы начальнигы Стефан Пжежджьецкий (Przeździecki Stefan) ҡаршы ала. Йәмғиәт рәйесе президентҡа визиты рәхмәтен белдерә һәм бина эсенә әйҙәй. Галереяла йыйылған халыҡ уны алҡышлап, «виват!» тип ҡаршы ала.

Күргәҙмә залына барышлай президент күргәҙмәне ойоштороусы рәссамдар төркөмөн сәләмләй, һәр береһе менән ҡул ҡыҫыша. 12 сәғәт 12 минутта күргәҙмәнең беренсе этажына инә. Бронислав Копчинский портетын ҡараған саҡта президент янына Польшалағы Англия илсеһе Уильям Гринферр Макс Мюллер ҡатыны менән киләләр. Ҡатыны: «Президент әфәнде, Һеҙҙе ҡотларға рөхсәт итегеҙ» («Permettez-moi Monsieur le Président de Vous fèliciter»), ти, был һүҙҙәргә президент: «Дөрөҫөрәге, ҡайғымды уртаҡлашырға» («Oh, plutôt faire les condoléances»), тип яуап бирә.

Президенттың портреттар галереяһына килеп инеүе ундағы тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуын уята.

Президент Теодор Жёмка портреты алдында туҡтаған мәлдә револьверҙан өс атыу тауышы ишетелә. Йыйылған халыҡ көслө тулҡынланыу кисерә.

Президент сайҡала башлай һәм кинәт иҙәнгә ауа. Шағирә Казимера Иллакович уның башын тотоп тора. Премьер-министр табипты саҡыра. Осраҡлы рәүештә яҡында булған табип Снегоцкий ярҙамға ашыға, әммә үпкәләргә ҡан һауыуын, тын ҡыҫылыуын һәм йөрәктең туҡтауын билдәләп өлгөрә, һәм президент вафат була.

Был ваҡытта президентты үлтереүсе, ҡулында һәләк булған Нарутовичҡа төбәлгән испан револьверын тотоп, тыныс рәүештә тора. Был кеше Элигиуш Невядомский була[14][7]. Иҫенә килгән йәмғиәт вице-президенты Эдвард Окунь һәм президенттың бер адъютанты үлтереүсене тотоп алалар. «Башҡаса атмайым» («Nie będę więcej strzelać»), — тигән һүҙҙәр менән Невядомский бер ҡаршылыҡһыҙ ҡоралын бирә.

Рәссам Ян Скотницкий хәтерләүенсә, бер аҙҙан премьер галереяны ташлап сыға. Был ваҡытта Өс тәре майҙанында Нарутовичты яҡлау демонстрацияһында үлтерелгән эшсе кәүҙәһе менән хушлашыу тантанаһы барған. Майҙанда бер нисә мең кеше йыйылған, әгәр халыҡҡа президенттың үлтерелеүе тураһында хәбәр барып етһә, хәлдәр бик ҡатмарланыр ине. кеше, әгәр ҙә уның президенты тураһында яңылыҡтар үлтереүгә тиклем еткән, был дикий реакция тыуҙырыуы мөмкин.

Шуға күрә кисекмәҫтән ишектәрҙе ябырға һәм бер кемде лә сығармаҫҡа ҡушыла. Сейм маршалы Мацей Ратайға йомошсо ебәрелә, конституция буйынса, уул президентты алмаштырырға тейеш була. Шуға ҡарамаҫтан, Ратай, президенттың вафаты тураһында рәсми рәүештә иғлан иткәндән һуң ғына, вәкәләттәрҙе үҙ өҫтөнә ҡабул итә алған.

Эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Невядомский милли-демократик партияһның уң ҡанаты менән бәйле була[14]. Судта ул, Юзеф Пилсудскийҙы үлтерергә планштырыуы, әммә һөҙөмтәлә уның союздашы Нарутовичты үлтереүе тураһында белдерә һәм был аҙымын «милләт өсөн көрәш» тип нарыҡлай[14].

Үлтереүсе үлемгә хөкөм ителә, хөкөм ҡарары Александров цитаделендә 31 ғинуарҙа үтәләь[15]. Уң ҡанаттың бер өлөшө невядомскийҙы герой тип иғлан итә. Уң ҡанаттың милли матбуғаты һәм тарихсылар хәҙерге ваҡытта ла Невядомскийҙы ыңғай баһалайҙар, уның «героик ҡараштары», «изге инаныуҙары», «патриотик буры» тураһында яҙалар[14][16]. Бер нисә ай дауамында уның ҡәбере милләтселәрҙең инаныу урынына әйләнә, Варашлаала өс йөҙҙән ашыу сабый суҡындырған саҡта Элигиуш исемен ала[15].

Икенсе поляк республикаһы президентын үлтереү һәм уға ҡаршы асыулы агитация ул ваҡыттағы Польшала демократик механизмдарының бушаҡлығын күрһәтә[8][17].

Нарутовичтың үлтерелеүе бик күп эштәрҙең төп темаһы һәм илһам сығанағы булып тора[18]. 1977 йылда Польшала «Президент үлеме» (пол. Śmierć prezydenta) фильмы сыға, режиссеры — Ежи Кавалерович. Поляк рәссамы Вильгельм Сасналь 2003 йылда «Нарутович» исеме аҫтында картина ижад итә[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Watt, 1998
  2. 16 grudnia 1922 Zawada usunięta.
  3. Wszechnica Sejmowa: Konstytucja Marcowa (1921). 2017 йылдың 15 март көнөндә архивланған.
  4. D. Pacyńska, Śmierć prezydenta, Warszawa 1965, s. 44.
  5. Dodatek nadzwyczajny «Kurjer Poznański», 9 grudnia 1922. Poznań.
  6. Richard M. Watt: Gorzka chwała. Piotr Amsterdamski (tłum). Warszawa: A.M.F. Plus Group Sp. z o.o., 2007. ISBN 978-83-60532-08-9.
  7. 7,0 7,1 president.pl
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Biskupski, Wróbel et al.
  9. Michlic
  10. Newton
  11. Gazeta Warszawska, 10 grudnia 1922.
  12. D. Pacyńska, Śmierć prezydenta, Warszawa 1965, s. 50, 51.
  13. Neweseek.pl – Królobójca – 10 grudnia 2001. 2013 йылдың 3 май көнөндә архивланған.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Michnik, p. 79
  15. 15,0 15,1 Watt, 1998, p. 195
  16. Bojarska, p. 350
  17. Bojarska, p. 341
  18. 18,0 18,1 Le Nart

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглиз телендә:

Поляк телендә:

  • Marek Ruszczyc: Strzały w «Zachęcie». Katowice: Śląsk, 1987. ISBN 83-216-0619-9.
  • Danuta Pacyńska: Śmierć prezydenta. Warszawa: Wydawnictwo Ministerstwa Obrony Narodowej, 1965.
  • Marian Marek Drozdowski: Gabriel Narutowicz: prezydent RP we wspomnieniach, relacjach i dokumentach. Warszawa: Oficyna Wydawnicza Rytm, 2004. ISBN 83-7399-023-2.
  • Leopold Marschak: Byłem przy tym…: wspomnienia 1914—1939. Warszawa: Czytelnik, 1973.
  • Eligiusz Niewiadomski: Kartki z więzienia — Eligjusz Niewiadomski. Poznań: Wielkopolska Księg. Nakł. K. Rzepeckiego, 1923 (ponowne wydanie 1994).
  • Stanisław Kijeński: Proces Eligjusza Niewiadomskiego o zamach na życie prezydenta Rzeczypospolitej Polskiej Gabryela Narutowicza w dniu 16 grudnia 1922 r. odbyty w Sądzie Okręgowym w Warszawie dnia 30 grudnia 1922 roku: specjalne sprawozdanie stenograficzne, mieszczące całkowity przewód sądowy, z podaniem dokumentów śledztwa wstępnego, przemówień stron, krótkiego życiorysu i podobizny oskarżonego. Warszawa: Perzyński, Niklewicz, 1923. pełny tekst
  • Józef Sanojca: Winowajcy zbrodni: uwagi o zamordowaniu ś. p. prezydenta Narutowicza. Warszawa: A. Fiderkiewicz i E. Rudziński, 1923.
  • Ryszard Świerkowski: Głośno nad trumnami. Warszawa: Krajowa Agencja Wydawnicza, 1987. ISBN 83-03-01811-6.
  • Richard M. Watt: Gorzka chwała. Piotr Amsterdamski (tłum). Warszawa: A.M.F. Plus Group Sp. z o.o., 2007. ISBN 978-83-60532-08-9.
  • Wojciech Roszkowski: Najnowsza historia Polski 1914—1945. Warszawa: Świat Książki, 2003. ISBN 978-83-7311-991-8.
  • Czesław Brzoza, Andrzej Leon Sowa: Historia Polski 1918—1945. Kraków: Wydawnictwo Literackie, 2006. ISBN 83-08-03845-X.
  • Adam Suwart. Tragiczny los przypadków (cz. 2). «Przewodnik Katolicki». 10/2008. Poznań: Drukarnia i Księgarnia św. Wojciecha. ISSN 0137-8384