Газлайтинг

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ингрид Бергман «Газ яҡтыһы» фильмында (1944 йыл)

Газла́йтинг (ингл. gaslighting[1])  пьесаһының исеменән — психологик көс һәм социаль паразитлыҡ ҡулланыу; билдәле психологик манипуляциялар, ҡорбанды «дефектив», "нормаль булмаған" итеп күрһәтеү маҡсатында, йәки уның үҙен ғазапланырға һәм тирә-яҡ ысынбарлыҡты ҡабул итеүенең адекватлығына шикләнергә мәжбүр итеү маҡсатында эшләнә.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Газлайтинг» төшөнсәһе Газовый светruen 1938 йыл (АҠШ-та «Фәрештә урамы»булараҡ билдәле; Angel Street) пьесаһының исеменә һәм уның 1940 йылдағы Газовый светruen ,1944 йылдағы «Газ яҡтылығы» экранизацияларына барып тоташа. Был әҫәрҙә төп геройҙың үҙ ҡорбанына ҡарата ҡулланған тотороҡло психологик манипуляцияһы моделе күрһәтелә. Сюжет буйынса, йәш ҡатындың ире өйҙә ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе күсереп, йә әйберҙәрҙе йәшереп, ҡатынын үҙ хәтерен һәм аҡылын юғалтҡан итеп ышандырырға тырыша. Фильмдың исеме виктория дәүерендә йорттарҙа ҡулланылған яҡтылыҡ газына ишара итә. Төп героиня кистәрен өйҙәге яҡтылыҡтың бер аҙ һүнгәнен, тоноҡланғанын күрә, тик бының сәбәбе нимәлә икәнен генә аңламай, ә ире, бынан файҙаланып, ҡатынының уйлағанын ныҡышмалы ҡабатлай, ә үҙе йорттоң икенсе өлөшөнә газ яҡтылығын асҡан һәм унда йәшерен аҫыл таштарҙы эҙләгән була.

Ҡорбандың ысынбарлыҡты объектив ҡабул итеүенә шик тыуҙырыу маҡсатында кемдеңдер психологик манипуляциялар яһауын билдәләү өсөн "газлайтинг" төшөнсәһе 1960 йылдарҙа әйләнешкә индерелә. 1980 йылда америка феминисткаһы һәм социаль хеҙмәткәр Флоренс Рашruen үҙенең «Строжайшая тайна: сексуальное насилие над детьми» (ингл. The Best-kept Secret: Sexual Abuse of Children) йәғни «Иң ҡәтғи сер: балаларға ҡарата сексуаль көсләү» китабында (ингл. The Best-kept Secret: Sexual Abuse of Children) балаларҙы сексуаль көсләү темаһына арналған китабының, 1944 йылдағы Джордж Кьюкор төшөргән фильм версияһында күрһәтелгән психологик манипуляциялар тураһындағы һығымталарҙы дөйөмләштерә, «хатта бөгөн дә [газлайтинг] һүҙе кемдеңдер ысынбарлыҡ тураһындағы күҙаллауын юҡҡа сығарырға тырышыуын тасуирлау өсөн ҡулланыла» тип билдәләй.

Газлайтинг һыҙаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газлайтингта кәм тигәндә ике кеше ҡатнаша: психик көсләүсе, йәки эҙәрлекләүсе, һәм икенсе кеше, зыян күреүсе. Был психологик манипуляция аңлы йәки аңһыҙ һәм йәшерен рәүештә башҡарыла, шуға күрә һөҙөмтәлә барлыҡҡа килгән эмоциональ көс ҡулланыу кешеләргә асыҡ күренмәй.

Газлайтинг инициаторы:

  • "ҡорбанын" хәтеренә, аҡылына шикләндерергә тырыша;
  • "ҡорбанын" үҙ эмоциональ тотороҡлолоғо һәм адекватлығы тураһында уйланырға мәжбүр итә;
  • «ҡорбан» ды аҡылһыҙ, аҡылдан яҙып барған кеше итеп күрһәтә;
  • күҙалланған йәш, гендер һәм физиологик компетентһыҙлыҡты һыҙыҡ өҫтөнә ала;ҡорбан өсөн мөһим булған тойғоларҙы һәм факттарҙы инҡар итә;

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хикәйә. Роберт Шекли "Төндә ҡурҡыу".
  • Пьесаһы Газовый светruen пьесаһы
  • "Газ яҡтылығы" фильмы (1944)

Клиник миҫалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газлайтингҡа социопаттар һәм нарциссик шәхестәр йыш мөрәжәғәт итәләр. Беренселәре йәмғиәттә ҡабул ителгән нормаларҙы эҙмә-эҙлекле аша атлап үтә, ҡағиҙәләрҙе боҙа һәм башҡа кешеләрҙе файҙалана, әммә кешеләрҙе һөйкөмлө күренеп арбай ала, улар башҡа кешеләрҙе үҙенең ошо яҡшы сифаттарында ышандыра һәм шул уҡ ваҡытта үҙенең насар ҡыланыштарын инҡар итә алған ялғансылар. Шулай итеп, социопат арҡаһында кемдер уның йоғонтоһона эләгә, ул үҙенең ысынбарлыҡты ҡабул итеүенә шикләнә.

Ҡайһы бер ир менән ҡатын партнерҙарына ҡарата көс ҡулланыуҙан һуң, улар үҙҙәренең физик көс ҡулланыукүрһәткәндәрен ҡәтғи инҡар итеп, газлайтингҡа мөрәжәғәт итә ала.

Газлайтинг ата-әсә менән бала араһында ла булырға мөмкин,был ата-әсәнең балаға донъяны ҡабул итеүҙе боҙоп күрһәтергә тырышып, ялған һөйләгәнендә сағыла.

Ир менән ҡатындың хыянатында ла газлайтинг тураһында һүҙ бара ала : «Терапевтар ҡатын-ҡыҙҙарҙың реакцияларына дөрөҫ булмаған билдәләмә бирмәйенсә ҡорбандың ғазаптарын арттырырға мөмкин . [ ... ] Тормош иптәшенең газлайтинг холҡо ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙы нервы өҙлөгөүенә [һәм] үҙ-үҙенә ҡул һалыуға тиклем килтереп еткереүе мөмкин».

Газлайтинг мөнәсәбәттәре психотерапевт (йәки психиатр) һәм пациент араһында ла барлыҡҡа килеүе мөмкин. Был осраҡта табип дауаланған кеше өсөн «бөтә нәмәне белеүсе аҡыл» (йәғни эксперт) ролендә сығыш яһай. Бының конфликтҡа әйләнеүе бик ихтимал, сөнки пациент үҙенең эске кисерештәрен табип биргән аңлатмалар аша ғына аңлай ала, ә был, үҙ сиратында, пациенттың үҙ баһаларына һәм тирә-яҡ донъяны ҡабул итеүенә шикләнеү һәм уны шикләнеү хәленә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, стационар психиатрия учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм ундағы пациенттар араһында ла газлайтинг мөнәсәбәттәре булыуы мөмкин.

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; gaslighting төшөрмәләре өсөн текст юҡ