Галкин Илья Саввич
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | Prof.[d] |
Рәсми сайт | proza.ru/2009/03/24/901 |
Эшмәкәрлек төрө | тарих |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Ғилми етәксе | Лукин, Николай Михайлович[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Вафат булған урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыусылар | Игорь Петрович Дементьев[d] |
Аспиранттар йәки докторанттар | Галкин, Александр Абрамович[d] |
Тыуған көнө | 20 июль (1 август) 1898 |
Биләгән вазифаһы |
|
1943 — 1947 | |
Предшественник | Бутягин Алексей Сергеевич |
Преемник | Несмеянов Александр Николаевич |
Эш урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Һөнәр төрө | тарихсы, университет уҡытыусыһы |
Вафат булған көнө | 7 апрель 1990 (91 йәш) |
Тыуған урыны |
Галкин Илья Саввич (1 август 1898 йыл — 7 апрель 1990 йыл) — СССР тарихсы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1943-1948 йылдарҙағы М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт униерситеты ректоры, Ленин ордены кавалеры (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973),Бөтә Союз сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илья Саввич Галкин 1898 йылдың 1 авгусында (20 сентябрь) Гродно губернаһы Пружаны өйәҙе Панасюки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ғаиләһе Владимир губернаһына күсеп килә, Ковровта башланғыс белем ала. Артабан Мәскәү тимер юл техник училищеһында уҡый. Училищены тамамлағас, тимер юл оҫтаханаһында ҡойоу цехы формалаусыһы булып эшләй[1].
1917 йылда армияға мобилизацияланған һәм Киевтың прапорщиктар мәктәбенә ебәрелә. 1918 йылда Иванов-Вознесенский политехник институтына уҡырға инә, өс ай уҡығас, Ҡыҙыл Армия сафына инә һәм Көнсығыш фронтҡа эләгә, Колчак ғәскәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша, яралана.
1921 йылда һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана. Һауыҡҡандан һуң Һарытау губернаһы Атҡар өйәҙендә уҡытыусы, мәктәп директоры, ҡарауһыҙ йөрөгән балалар өсөн колонияла төркөм етәксеһе булып эшләй. 1924 йылда Бөтә союз уҡытыусылар съезында делегат була.
Ике йылда ситтән тороп Һарытау университетында уҡығандан һуң,1930 Мәскәү дәүләт университетының этнология факультетына уҡырға ебәрелә[2]. Академик .Н. М. Лукин етәкселегендә Яңы донъя тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1932 йылда Галкин тарих-философия (1931 йылдың ғинуарына тиклем — этнологик) факультетын тамамлай[1].
1935 йылда аспирантура тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай «Германская социал-демократия против демократизации избирательного права в Пруссии» (1936). Н. Г. Чернышевский исемендәге Мәскәү философия,әҙәбиәт һәм тарих. институтында уҡыта башлай. Тарих бүлеге мөдире, 1936-1938 йылдарҙа тарихи бүлеге деканы,1937-1941 йылдарҙа проректор.
1941 йылдың декабрендә Мәскәү университетының уҡыу буйынса проректоры, ректор урынбаҫары, вәкил РСФСР мәғариф Халыҡ комиссариатының университетты Төрөкмән ССР-ына , Свердловскиға эвакуация буйынса вәкиле, Свердловск шулай уҡ, уны Мәскәүгә кире ҡайтарыу буйынса. 1943 йылда И. С. Галкин М В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры итеп тәғәйенләнә[1]. Йыл аҙағына университтың төрлө факультеттарында яңы кафедралар асыла:
Факультетын | Кафедра |
---|---|
физик | түбән температура, диңгеҙ физикаһы, акустика, электрон һәм ион процесы |
геология-тупраҡ | тупраҡ химияһы, тупраҡ агрохимияһы һәм мелиорацияһы, тарихи геология |
география | гидрография һәм гидрология |
философия | көнбайыш һәм рус ффилософияһы тарихы, |
1944 йылда ремонттан һуң М. Горький исемендәге университет китапханаһы асыла, тәүге тапҡыр Ломоносов уҡыуҙары уҙғарыла, Ломоносов премияһы тапшырыла. Тарих факультетында Көнсығыш илдәрҙең тарихы буйынса бүлек асыла. 1945 йылдың мартында студенттарҙың ғилми йәмғиәте тергеҙелә, Көнсығыш Себер, Үҙәк ҡара тупраҡлы ерҙәр һәм Каспий буйы экспедицияһы төҙөлә. 1946 йылдың ноябрендә университет етәкселеге факультеттарҙа 5 йыллыҡ уҡыу ҡабул итә.
1943—1947 йылдарҙа Мәскәү университетының структураһында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты һәм физика- техник факультеты бүленгән, һуңынан үҙ аллы юғары уҡыу йорттарына үҙгәртеләләр — МГИМО һәм МФТИ[1].
МДУ ректоры вазифаһында оҙайлы ваҡыт эшләгәндән һуң, 1953—1980 йылдарҙа Галкин тарих факультетының яңырыу һәм яңы тарих кафедраһы мөдире була.
1956 йылда тарих фәндәре докторы.
Дөйөм тарихы, халыҡ-ара мөнәсбәттәр тарихынан, тарихнамә буйынса күп һанлы эштәр авторы.
7 апрель 1990 йылда Мәскәүҙә вафат була, Востряково зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ленин ордены[1] (1944);
- Ломоносов премияһы лауреаты (1968)
- Сегед университетының почётлы докторы (Венгрия; 1969)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены[1] ();
- Октябрь Революцияһы ордены ();
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Летопись Московского университета / Галкин Илья Саввич
- ↑ Научная сеть 2015 йылдың 15 февраль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Д. С. Сказкин Илья Саввич Галкин (к 60-летию со дня рождения) // «МДУ-НЫ Вестник. Тарих-филология серияһында», 1958, № 1
- А. В. Адо, Д. А. Колпаков, Нарочницкий Л. А. Рсфср-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре с. и. Галкин // «НиНИ», 1973, № 6
- С. Галкин — тарих фәндәре совет аксакалов булды // «Нинь», 1988, № 4
- С. Галкин [некролог] // «Нинь», 1990, № 4
- И. П. Дементьев С. Галкин — ғалим, педагог, тарих фәндәре ойошторолдо // «Нинь», 1998, № 3
- Е. Ф. Язьков С. Галкин // «МӘСКӘҮ Хәбәрсеһе. Серия „История“», 1998, № 4
- Никитина Т. В. 100-летию со дня рождения и. с. Галкин // «Нинь», 1999, № 2
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Летопись Московского университета/ Галкин Илья Саввич
- Мәҡәлә сайтта «Мәскәү университеты Йылъяҙма»
- Меркулов А. М. Мәскәү университеты ректоры И. С. Галкин
- Тарихнамә
- Ленин Ордены
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- КПСС ағзалары
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- 1 августа тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- Востряково зыяратында ерләнгәндәр
- 7 апрелдә вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- СССР тарихсылары
- Тарих фәндәре докторҙары