Гальперн Самарий Александрович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми етәксе Привалов, Иван Иванович[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө математик
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Самарий Александрович Гальперн
Вафат булған урыны
Эшмәкәрлек төрө математик анализ и дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Заты ир-ат
Вафат булған көнө 15 февраль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (72 йәш)
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 4 май 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Эш урыны
Аспиранттар йәки докторанттар Кондратьев, Владимир Александрович[d], Бори́с Руфи́мович Ва́йнберг[d][1], Vladimir Emelyanovich Kondrashov[d][1], Aleksandr Aleksabdrovich Lokshin[d][1] и Yuri Victorovich Sidorov[d][1]
Тыуған урыны

Самарий Александрович Гальперн (4 май 1904 йыл, Белосток — 15 февраль 1977 йыл, Мәскәү) — совет математигы, физика-математика фәндәре докторы (1961), профессор (1962).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инженер Шабтай Гешелевич Гальперн һәм Сара-Лея Симоновна Соловей ғаиләһендә тыуған[2]. 1905 йылда уларҙың ғаиләһе Мәскәүгә күсеп килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған йылдарҙан башҡа, Самарий Гальперндың ғүмеренең ҡалған өлөшө шунда үтә. Октябрь революцияһынан һуң хеҙмәт мәктәбе итеп үҙгәртелгән 8-се Мәскәү гимназияһында уҡый башлай. Математиканы Мәскәү университетын тамамлаған Б. M. Астафьевта өйрәнә, ул уҡыусының математикаға һәләтен аса.

1920 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының математика бүлегенә уҡырға инә. 1924 йылда Мәскәү университетын тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының кесе ғилми хеҙмәткәре вазифаһына ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта математика бүлегенең беренсе курс студенттарын математик анализдан уҡыта башлай. Бер йылдан Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына уҡырға инә, унда уның ғилми етәксеһе И. И. Привалов була.

1929 йылда аспирантураны тамамлағандан һуң, Гальперн Ломоносов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтында уҡыта башлай, унда 1931 йылдан 1932 йылға тиклем юғары математика кафедраһын етәкләй. 1932 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына күсә, башта доцент, ә 1962 йылдан — профессор. 1937 йылдан дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһында. Фән кандидаты (1937). Фән докторы (1961).

С. А. Гальперн — дифференциаль тигеҙләмәләр (ябай һәм өлөшләтә сығарылмалы) теорияһы белгесе.

Уның уҡыусылары араһында билдәле математиктар күп, шул иҫәптән, В. А. Кондратьев, Б. Р. Вайнберг, Ю. С. Сидоров, В. Е. Кондратов, А. А. Локшин, В. М. Леонтович.һәм башҡалар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  2. Запись о рождении доступна на сайте еврейской генеалогии JewishGen.org.