Гамазоидоздар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гамазоидоздар
Dermanyssus gallinae
Dermanyssus gallinae
МКБ-10 B88.0 (ILDS B88.060)

Гамазоидоз (лат. gamasoidosis, (рус.  Гамазоидозы) —паразит формалылар отрядынан талпандар ғаиләһе. 20 -нән артыҡ ғаиләне берләштерә.

Донъя фаунаһында 5000 -ләп төрө иҫәпләнә. Был төркөм 114 төрҙө үҙ эсенә ала, шул иҫәптән ҡоштарҙа − 28, ваҡ имеҙеүселәрҙә 111 төрө табыла. Кәүҙәһенең формаһы оҙонса түңәрәк йәки түңәрәк. 0,2−2 мм ҙурлыҡта, аҡһыл һарғылт, ҡыҙғылт-көрән төҫтә. Кәүҙәһе айырым-айырым ҡалҡандар менән ҡапланған, улар араһындағы бушлыҡҡа параллель йыйырсыҡтарға йыйылған һәм киңәйә ала торған ярылы кутикула урынлашҡан. Ауыҙ аппараты төҙөлөшө туҡланыу ысулына бәйле рәүештә үзгәрә. 4 пар аяғы бар, уларҙың беренсеһе һиҙеү ролен үтәй. Гамаз талпандарның үҫеш циклы: күкәй - личинка - ҡурсаҡ - бөжәк стадияләрарынанн ғибәрәт. Гамаз талпандарның күбеһе йыртҡыстар һәм полифагтар. Туҡлыҡлы тупраҡта, умыртҡалы хайуан өндәрендә һәм ояларында йәшәй. Ғаиләләге күпселек төрҙәр йәки бөтә төрҙәре лә һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм имеҙеүселәр хисабына тереклек итә (тышҡы ағзаларҙа һәм эске ағза ҡыуышлыҡтарында йәшәйҙәр). Паразит төрҙәрҙең личинкалары туҡланмай. Ҡайһы бер төрҙәренең генә үрсемлелеге һәм йәшәү осоро теүәл билдәле. Мәҫәлән, күсе талпаны (Bdellоnyssus bacoti). Ҡан эскән һайын, уны үҙләштереү дәрәжәһенә ҡарап, инә талпан 1−20 күкәй һала. Инә талпан 5-6 ай йәшәй, шул ваҡыт эсендә ул 6-7 тапҡыр ҡан менән туенып һәм күкәй һалып өлгерә. Ҡан һурыусы гамаз талпандар тәбиғи сығанаҡтарҙа талпан энцефалиты, Сан-Луи энцефалиты, лимфоцитар хориоменингит вирустары, туляремия, Ку-риккетсиоз, күсе таплы тифы һ.б. ауырыуҙарның таралуына килтерә. Кимереүселәр һәм ҡоштарҙа тереклек итеүсе гамаз талпандарның кешегә лә ҡурҡыныс тыуҙырыуы мөмкин, мәҫәлән, күсе талпаны, тауыҡ талпаны (Dermanyssus gallinae). Гамаз талпандарның күп кенә йыртҡыс төрҙәрен теплицаларҙа үҫемлектәрҙе кимереүсе талпандарга ҡаршы биологик көрәш сараһы итеп тә файҙаланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Талпандар грызунов фауны СССР. М.-Л., 1955; Эктопаразиты птиц в Среднем Поволжье. Ч. 1. Талпандар. Казань, 1991.