Генерал Карбышев һәйкәле (Мәскәү)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Генерал Карбышев һәйкәле (Мәскәү)
Указания, как добраться бульвар Генерала Карбышева (напротив дома 44 по проспекту Маршала Жукова)
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1980
Административ-территориаль берәмек Хорошёво-Мнёвники[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27601542?
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Советтар Союзы Геройы генерал-лейтенант Дмитрий Карбышев һәйкәле. 1980 йылда Мәскәүҙә Маршал Жуков исемендәге проспект һәм Генерал Карбышев бульвары киҫешкән урында уға ҡуйылған һәйкәл тора[2].

Тарихтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генерал Д. М. Карбышев совет генералы, инженер булған. Бөйөк ватан һуғышы башында ул әсирлеккә эләгә. Немецтар уға хеҙмәттәшлек тәҡдим итә, әммә Д. М. Карбышев баш тарта. Д. М. Карбышев Замосць, Хаммельбург, Флоссенбюрг, Майданек, Аушвиц, Заксенхаузен һәм Маутхаузен концентрацион лагерҙарында тотола. Лагерҙа бер нисә тапҡыр лагерь хакимиәте тарафынан хеҙмәттәшлек тәҡдиме ала. Иң оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул лагерҙағы ҡаршылыҡ хәрәкәтенең иң актив етәкселәренең береһе була. 1945 йылдың 18 февраленә ҡарата төндә Маутхаузен концлагерында (Австрия), башҡа тотҡондар менән (яҡынса 500 кеше) тышҡы һыуыҡта һыу менән һибелә һәм боҙ булып ҡатып һәләк була. Ул бөгөлмәҫлек ихтыяр һәм сыҙамлылыҡтың символына әүерелә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генерал-лейтенант Дмитрий Михайлович Карбышевҡа һәйкәл 1980 йылдың 7 майында Генерал Карбышев бульварында асыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор В. Е. Цигаль, архитекторы — А. М. Половников. Һәйкәл тулыһынса бронзанан ҡойолған, ул 8 метр самаһы юғарыға табан төбәлгән боҙ киҫәктәрен символлай, боҙ киҫәктәрендә геройҙың портреты куйылған куб нығытып ҡуйылған. Иҫтәлекле билдәлә уйып яҙылған:

« Дмитрию Михайловичу Карбышеву, Герою Советского Союза, генерал-лейтенанту инженерных войск, доктору военных наук[3]. »

Филателияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1989 йылда һәйкәл һүрәте төшөрөлгән почта конверты сығарыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Решение Президиума Московского Городского Совета народных депутатов № 84 от 30.07.1992
  2. Карбышев һәйкәл н Карбышев 2011 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.
  3. Памятники Москвы. Памятник Д. Карбышеву