Генрих Манизер. Шыршы сауҙаһы (картина)
| |
Генрих Манизер | |
Шыршы сауҙаһы, 1870 йй. | |
киндер. 93×115 см | |
М.А. Врубель исемендәге Омск өлкә һынлы сәнғәт музейы, Омск, Рәсәй |
«Шыршы сауҙаһы» (рус. «Ёлочный торг») — рус рәссамы Генрих Матвеевич Манизерҙың (1847—1925)[1] 1870-се йылдарҙа төшөрөлгән картинаһы. Картина М.А. Врубель исемендәге Омск өлкә һынлы сәнғәт музейында һаҡлана[2]. 93х115см, киндер, май.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Генрих Манизерҙың «Шыршы сауҙаһы» картинаһы — Омск өлкәһенең Врубель исемендәге һынлы сәнғәт музейында иң тәҡдим ителгән картина. Ҡалала унһыҙ бер Раштыуа байрамы ла үтмәй. «Ҡырҡ йыл элек музейҙың оло хеҙмәткәре Татьяна Владимировна Еременко Санк-Петербургта Генрих Манизерҙың улы скульптор Матвей Манизер һәм ейәнсәре менән осраша. Улар уға «Шыршы сауҙаһы»ның Покров майҙанындағы рәссамдың йортондағы тәҙрәнән күренеш булыуы хаҡында һөйләй», — тип хәтерләй һаҡлаусылар[3].
Генрих Манизерҙың «Шыршы сауҙаһы» картинаһы Раштыуа байрамдары алдынан XIX быуат аҙағындағы Санкт-Петербургтың сауҙа майҙанын һүрәтләй. Майҙан ошонда урынлашҡан Изге Богородицаның Покров сиркәүе исеме менән аталған. Ғибәҙәтхана тирәләй XIX быуат башында уҡ баҙар барлыҡҡа килгән, ул үҙ тәғәйенләнешен XX быуат башына тиклем һаҡлап ҡалған. Бында Раштыуа йәрминкәләре лә үткән. Покров сиркәүе 1920-се йылдарҙа һүтелә, майҙан тулыһынса яңыртыла. Иҫке баҙар ҙа бөтөрөлә, уның урынында ҙур һәм уңайлы сквер булдырыла. Элекке Покров майҙаны Тургенев майҙаны тип үҙгәртелә[4].
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәссам Раштыуа алдынан төрлө ҙурлыҡтағы шыршылар менән һатыу иткән урам йәрминкәһен төшөргән[5]. Шыршы баҙарын рәссам байрам тамашаһы итеп һүрәтләй. Рәссам һул яҡта — мәңге йәшел ағастар рәтен, ә уңда Петербург халҡының байрамға әҙерлек эштәре менән мәшәҡәттәрен күрһәтә. Тамашасылар алдында ҡала майҙаны, унда сауҙагәрҙәр һәр төрлө байрам алды аҙыҡ-түлектәре: ҡаластар, әсегән бал, башҡа ашамлыҡтар һалынған кәштәләрҙе урынлаштырған, ә үҙәк урынды шыршы баҙары биләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, һүрәт тамамланмаған. Автор ҡала пейзажын ентекле һүрәтләй, тамашасы хатта «Ярославль трактиры», «Ритуаль хеҙмәттәр бюроһы» алтаҡталарын да күрә ала, әммә алғы планда йөҙҙәр яҙылмаған, ә рәссам-академист быны юрый эшләмәй. Г.М.Манизерҙың картина өҫтөндә эшләүен туҡтатыу сәбәптәре билдәһеҙ булып ҡала[4].
Манизерҙың һүрәте ҡәҙимге һәм реаль тормошҡа яҡын. Өлкәндәрҙең дә, кескәйҙәрҙең дә, ярлыларҙың да, хәллеләрҙең дә кейемдәре ҡупшылыҡтан мәхрүм, һоро-ҡара-көрән төҫтәрҙә башҡарылған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы оҙон тундарҙа, яулыҡтарҙа, ир-аттарҙы толоптарҙа һәм тиренән тегелгән ҡышҡы башлыҡтарҙа һынландыра, бында урыҫ күңеленең бөтөн киңлеге һәм характеры, шау-шыу һәм йөҙҙәрендә өҙлөкһөҙ шатлыҡ сағыла[6]. Тамашасы, картинаға ҡарап, яңы йыл алды ығы-зығыһына сума. Ял көнө, ололар, күңелле мәшәҡәттәрҙе күҙ уңында тотоп, иң ҡупшы шыршыны алырға ашыға. Йәрминкәнең иң ҡыҙыу мәле. Берәүҙәр тауарға хаҡ түләй, икенселәре, уңышлы һатып алыуҙан ҡәнәғәт булып, сауҙалашыуҙан китә[7].
Картина үҙәгендә — ҙур ғына шыршы тотҡан ике йәш кеше. Алыҫта төрлө төҫтәге һауа шарҙары бәйләме күренеп тора... Әҫәрҙең һул өлөшөндәге күренеш тә иғтибарға лайыҡ. Үҫмер ҡыҙыҡай бәләкәй генә биҙәлгән шыршы менән һоҡлана. Был иҫ киткес «бәләкәс шыршы» картинала башҡаларынан күпкә матурыраҡ һәм байрамсараҡ күренә[8].
Рәссам «Шыршы сауҙаһы» картинаһында ҡышҡы тантанаға әҙерлек атмосфераһын һүрәтләп, байрам кәйефен һәм байрамды көтөп алыуҙы ышандырырлыҡ итеп күрһәтә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Манизер Генрих Матвеевич . Энциклопедия русской живописи. Дата обращения: 28 декабрь 2023.
- ↑ Генрих Матвеевич Манизер
- ↑ «Манизер» в Сибири
- ↑ 4,0 4,1 Выставка «МАНИЗЕР. Наследие династии художников в Омском музее изобразительных искусств имени М. А. Врубеля»
- ↑ ИСТОРИЯ ОДНОГО ШЕДЕВРА Генрих ...
- ↑ История изобразительного искусства
- ↑ Галерея искусств Мурзилки. Раз, два, три...
- ↑ "Ёлочный торг" на выставке под открытым небом