Геодезия, аэросъёмка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Геодезия, аэросъёмка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты (рус. Центральный научно-исследовательский институт геодезии, аэросъёмки и картографии, ҡыҫҡ. ЦНИИГАиК) — 1928—2013 йылдарҙа Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенә ҡараған һәм геодезия, картография һәм аэрофотосъёмка өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән ғилми-тикшеренеү институты.

Эшмәкәрлек йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1928 йылда мәшһүр ғалим, геодезист Феодосий Николаевич Красовский тарафынан асыла. Институттың бурыстарына Ерҙең гравитацион яланын, күләмдәрен, һынланышын астрономик-геодезик, гравиметрик һәм спутниктан алынған бирелмәләр буйынса асыҡлау, шулай уҡ хәҙерге осорҙа ер ҡабығының хәрәкәтләнеүен өйрәнеү инә. Аэросъёмка һәм фотограмметрия эштәренең теоретик һәм ғәмәли яҡтарына, уларҙы топографик карталар һәм пландар төҙөүҙә һәм яңыртыуҙа ҡулланыуға институт эшмәкәрлегендә айырым урын бирелә.

Институтта шартлы тамғалар һәм билдәләр эшләнә, улар топографик пландарҙа һәм карталарҙа 1:500-ҙән 1:10000-гә тиклемге масштабтарҙа оҙаҡ йылдар буйы ҡулланыла.

1978 йылда илле йыллыҡ юбилейы айҡанлы институтҡа уның нигеҙ һалыусыһы Ф. Н. Красовский исеме бирелә һәм «Почёт Билдәһе» ордены тапшырыла.

2013 йылдың 19 июлендә «Геодезия, картография һәм аралыҡ бирелмәләре инфраструктураһы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы ойошторола, «Ф. Н. Красовский исемендәге „Почет Билдәһе“ орденлы Геодезия, аэросъемка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы — «ЦНИИГАиК» ФДУП та уның составына инә[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Официальный сайт Росреестра. Дата обращения: 8 февраль 2015. Архивировано 24 июль 2017 года. 2017 йылдың 24 июль көнөндә архивланған.