Гептнер Владимир Георгиевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Аспиранттар йәки докторанттар Виктор Николаевич Орлов[d]
Эшмәкәрлек төрө Зоология[1]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Эш урыны
Һөнәр төрө зоолог, териолог
Тыуған көнө 22 июнь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған көнө 5 август 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны

Владимир Георгиевич Гептнер (22 июнь 1901 йыл; Мәскәү, Рәсәй империяһы — 5 август 1975 йыл) — совет ғалим-зоологы, Урта Азия фаунаһын өйрәнеүсе. Биология фәндәре докторы (1936), доцент, профессор (1934). 1934—1975 йылда Мәскәү дәүләт университетының умыртҡалылар зоологияһы кафедраһы профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1901 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙә[2] бухгалтер Георгий (Георг-Юлиус) Андреевич Гептнер (1867—1935) ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Валерия (Валерия-Цецилия) Августиновна (1876—?), тыумыштан Ковалевская, лютеран, немец-поляк сығышлы, Познань янындағы Каратошин ҡалаһынан. Ата-әсәһе 1896 йылда өйләнешә, ғаиләлә 5 бала була[3].

1909 йылда Швейцария реформатор мәктәп-гимназияһына уҡырға инә, уны 1919 йылда тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә уҡырға инә[2]. 1922 йылда сығарылыш имтихандарын тапшыра.

1922 йылда СССР-ҙа беренсе һунар курстары тыңлаусыһы була[2].

1924 йылда үҙенең тәүге баҫма хеҙмәтен баҫтырып сығара (тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәҡәлә)[2].

1925 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң билдәле зоологтар — С. И. Огневҡа[2] һәм Г. А. Кожевниковҡа аспирантураға уҡырға инә. Уны 1929 йылда тамамлай, доцент булып китә; киләһе йылынан «Систематика позвоночных» курсын уҡый башлай.

1929 йылда Мәскәү дәүләт университетының Зоология музейының умыртҡалы хайуандар коллекцияһын һаҡлаусы ғалим булып китә[2]. 1932—1950 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының Зоология музейының һөтимәрҙәр бүлеге мөдире булып эшләй[2] ә һуңғараҡ фәнни консультант булып ҡала.

1933 йылдың 16 февралендә ҡулға алына һәм 22 мартта РСФСР Енәйәт кодексының 58-11-се статьяһына ярашлы 3 йылға төрмәгә ебәрелә. Хөкөм язаһын Сиблагтың Мариинск һәм Новосибирск лагерҙарында үтә. 1933 йылдың 9 июлендә ваҡытынан алда иреккә сығарыла.

1938 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең һөтимәрҙәрҙе һаҡлау секцияһы рәйесе урынбаҫары, 1943 йылдан — рәйесе.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп ғилми хеҙмәттәре һөтимәрҙәр систематикаһына, морфологияһына, эволюцияһына, биологияһына һәм уларҙың ауыл хужалығындағы әһәмиәтенә арналған. Гептнер Урта Азияның ҡырағай хайуандарын өйрәнеү менән шөғөлләнә, уның исеме менән 20-нән ашыу төр хайуан атала (мәҫәлән, Гептнер ялманы).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ҡатыны — Руднева Нина Сергеевна (1905, Дишлагар, Дағстан — ?), генерал С. И. Рудневтың ҡыҙы, 1930 йылда кейәүгә сыҡҡанға тиклем Ашхабадтың төрлө учреждениеларында машинистка булып эшләй[3].

-- Улы — Гептнер Михаил Владимирович (1940—2002), биология фәндәре кандидаты, умыртҡаһыҙҙар зоологы, ҡыҫала һымаҡтар систематигы һәм зоогеографы[4]. - Ағайы — Александр (1898—1900)[3]

- Ҡустыһы — Георгий (1905—1951)[5], осоусы, ауыр транспорт самолеттарын йөрөтә, һуғыш башында ҡулға алына, Норильск лагерында була[3][6].

- Ҡустыһы — Эрик (1907—1944)[3] - Һеңлеһе — Галина (1915—1976)[3]

Төп ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гептнер В. Г. Общая зоогеография : 140 рисунков в тексте / В. Г. Гептнер. — Москва ; Ленинград: Государственное издательство биологической и медицинской литературы, 1936. — 548 с.
  • Млекопитающие Советского Союза, — Москва, 1961—1976.
  • Гептнер В. Г. Корсак. — М.: ВНЕШТОРГИЗДАТ, 1932. — 26 с. — 5000 экз.
  • профессор В. Г. Гептнер. Замечательный орнитолог и охотовед // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 3, 1974. стр.12-14 (тезисы доклада о С. А. Бутурлине)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 В. Соколов. Владимир Георгиевич Гептнер (к 70-летию со дня рождения) // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 6, 1971. стр.18-19
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Гептнер М. В. Владимир Георгиевич Гептнер (22 июня 1901 — 5 июля 1975) Краткий очерк жизни. // Соколов В. Е., Арсеньев В. А. 1994. Млекопитающие России и сопредельных регионов. Усатые киты. М.: Наука. 4-12 с.
  4. Любарский Г. Ю. История Зоологического музея МГУ. Идеи, люди, структуры. М.: КМК, 2009. 744 с.
  5. Ю. (Юрий?) Г. Гептнер, принимал участие в экспедиции Дагнаркомпроса в 1926 г. — Гептнер В. Г., Формозов А. Н., 1941. Млекопитающие Дагестана. Сб, трудов Гос. зоол. музея с. 3-74.
  6. Приговорён 20 марта 1942 г. к мобилизации в трудармию, Тюменский РВК, убыл в Норильлаг