Герекмазян Мари

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Герекмазян Мари
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 1947
Вафат булған урыны
Ил
Эшмәкәрлеге скульпторша

Мари Герекмазян (әрм. Մարի Կերեքմէզեան; 1913—1947) — әрмән сығышлы төрөк скульпторы. Төркиәлә беренсе скульптор ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе[1]. Билдәле төрөк шағиры һәм рәссамы Бедри Рахми Эйюбоглуның һөйәркәһе була[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мари Герекмазян Ғосман империяһы Кайсери провинцияһы Талас ауылында тыуа[3]. Урындағы «Варт Базриг» башланғыс әрмән мәктәбендә уҡый[1]. Һуңынан Мари Истанбулға күсенә. Истанбулда Есаян исемендәге әрмән мәктәбендә уҡый. Унда уҡыған ваҡытта Герекмезян танылған төрөк яҙыусыһы Әхмәт Хәмди Танпынар менән таныша. Танпынар Мари Герекмезянды фәлсәфә буйынса ғилми дәрәжә алырға өмөтләндерә. Мари Истанбул университетына уҡырға инә. Университетта Мимар Синан исемендәге сәнғәт университетының скульптура кафедраһында уҡый. Университетта Бедри Рахми Эйюпоглу уның ассистенты була[4] Ул уның бюстын эшләй. Академияла билдәле немец скульпторы Рудольф Беллинг уҡыта[3].

Герекмезян Истанбулдағы Гетронаган һәм Есаян урта мәктәптәрендә сәнғәт һәм әрмән теле уҡытыусыһы булып эшләй. Мари шул уҡ ваҡытта Истанбулда Арти Ґиртаран башланҡыс мәктәбендә уҡыта. Был мәктәп бөгөнгө көндә лә эшләүе билдәле[1].

1946 йылда Герекмезян туберкулёз менингиты менән ауырый башлай. Икенсе донъя һуғышы яңы баҫылған була, шул сәбәпле медицина хеҙмәте бик ҡыйбат була. Бедри Рахми үҙенең картиналарын һата, әмма Герекмезянды ҡотөара алиай.[4] Герекмезән 1947 йылда 35 йәшендә вафат була[2]. Шишли Әрмән зыяратында ерләнә[1].

Ошо сәбәп менән Бедри Рәхми эскелеккә һалына. 1949 йылда ул «Büyük Kulüp» шиғырын уҡыған ваҡытта илай башлай. Ҡатыны Эрен Эйюпоглу уны ташлап Францияға сығып китә. Һуңыраҡ ҡатыны балалары менән әйләнеп ҡайта, әммә был хәлде бер ҡасан да онотмай[4].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герекмазяндың күпселек әҫәрҙәре бөгөнгө көндә юғалған. Уның башҡа әҫәрҙәре Истанбулдағы «Resim все Heykel Muzesi» (Рәсем һәм скульптура музейында) һәм шәхси коллекцияларҙа урын алған. Мари Герекмезяндың иң танылған әҫәрҙәре[1]:

Профессор Нешет Омер бюсты (1943)

Профессор Секип Тунч бюсты (1943)

Патрик Месроб Тина маскаһы (1944)

Яхья Кемал Баятлы бюсты (1945)

Рәхми Эйубоглуның бюсты

Премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герекмазян 1943 йылда профессор Нешет Омер һәм профессор Шекип Тунч бюсттары өсөн «Анкара скульптура экспонаты» премияһынә лайыҡ була. Ул 1945 йылда шағир Яхья Кемал Беятли бюсты өсөн "Анкаралағы Дәүләт һынлы сәнғәткүргәзмәһе"ндә «Беренсе урын өсөн» премияһынә лайыҡ була[1].

Мираҫ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Истанбулдағы Гетронаган Әрмән урта мәктәбе 2012 йылдың декабрендә Мари Герекмезяндың күргәҙмәһен аса, күргәҙмәне танылған әрмән-төрөк фотографы Ара Гулер ойоштора[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Mari Gerekmezyan. Istanbul Woman's Museum. Дата обращения: 22 май 2013. 2013 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ziflioğlu, Vercihan. Exhibit marks Turkey’s first female sculptor (December 12, 2012). 22 май 2013 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 HALİS, MÜJGAN. Bedri Rahmi'nin 'kara dutu' Mari için sergi (Turkish) (9 декабрь 2012). 22 май 2013 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 12 kadın 12 şair 12 hikaye (29 May 2015).