Героик Комсомол һәйкәле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Героик Комсомол һәйкәле
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург и Комсомольская площадь (Санкт-Петербург)[d]
Дәүләт
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза и гранит[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Файл:Памятник Героическому комсомолу01.jpg

Героик Комсомол һәйкәле — Санкт-Петербургтағы скульптуралы монумент, 1968 йылда Комсомол майҙанында урынлаштырылған. Монумент комсомолдарҙың батырлыҡ һәм хеҙмәт ҡаһарманлығына бағышланған. Һәйкәлдең проекты авторҙар коллективы составында башҡарылған, уны скульпторҙар В. И. Гордон, В Г. Тимошенко, О. И. Кузнецова, архитекторҙар Б. Б Фабрицкий һәм И. П. Шмелевтар булдырған. Һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ВЛКСМ-дың 50 йыллығына Ленинградта комсомолға һәйкәл ҡуйырға булалар. Уға нигеҙ ташы һалыу тантанаһы 1958 йылдың 29 октябрендә Автоволағы Түңәрәк майҙанда үтә, шунан һуң, был майҙандың исеме Комсомол майҙаны тип үҙгәртелә. Һәйкәл ҡуйыу урыны тап был районда 1918 йылда беренсе комсомол ячейкаһы барлыҡҡа килеү менән бәйле була. 1959 йылда һәйкәл проектына асыҡ конкурс иғлан ителә, һәйкәл «ябай, мөһабәт булып, комсомолдың идея йөкмәткеһен скульптура һәм архитектура саралары менән асырға тейеш була». 1961 йылда конкурсҡа йомғаҡ яһау була. Һөҙөмтәлә скульпторҙар В. И. Гордон һәм В. И. Тимошенко ижади коллективы проектына өҫтөнлөк бирелә. Һәйкәл авторҙары тәҡдиме менән скульптураны Комсомол майҙанында түгел, ә уға терәлеп тиерлек торған скверҙа ҡуйырға булалар. Постамент өсөн Карел муйынындағы «Ровное» карьерында ауырлығы 250 тонна булған монолит гранитты ҡырҡып алғандар. «Монументскульптура» заводында һәйкәлдең бронза скульптураһын ҡоялар[2].

1968 йылдың 27 октябрендә һәйкәл асыу тантанаһы үтә. Шул уҡ ваҡытта 2018 йылдың комсомолдары өсөн монумент нигеҙенә гильзаға һалынған мөрәжәғәтнамә көпләнә, унда «2018 йылға Ленинград Комсомолы үҙ сменаһына ошо хатты ебәрә. Ерҙең мәңге йәш һәм ирекле йәшлегенең йөҙ йыллыҡ байрамында беҙҙе иҫкә алығыҙ, беҙ ҙә быға ҡыҫылышлыбыҙ. Иҫкә алығыҙ! Хәтерҙән башҡа киләсәк юҡ»[2]- тип яҙылған була.

2017 йылда һәйкәлгә реставрация үткәрелә[3].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәл авторҙары дөйөмләштерелгән йәш егет образын сағылдырған, уның «бөтә фигураһы еңелмәҫлек энергия һәм ихтыяр көсө менән һуғарылған»[2]. Һигеҙ метр бейеклектәге комсомолдың бронза фигураһы уң ҡулын өҫкә күтәргән. Уның буденновка шлемын кейгән башы ғорур рәүештә артҡа ташланып тора[3].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]