Гимнасиарх

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гимнасиарх
Культура Боронғо Греция

Гимнасиарх (лат. gymnasiarchus, от грек. γυμνασίαρχος) — боронғо Грецияла вазифалы кеше, төрлө урындарҙа һәм төрлө дәүерҙә уның дәрәжәһе һәм вазифаһы төрлөсә була. Был термин грек γυμνάσιον (гимнасий) + ἄρχειν (архонт) һүҙенән алынған.

Боронғо Афинала беҙҙең эраға тиклем V һәм IV быуаттарҙа һәр йыл һайын һәр филдан факелдар тотоп йүгереү ярыштарын ойоштороу буйынса сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн гимнасиарх һайлана. (Лампадефорий).[1] Ярышта ҡатнашыусыларҙы өйрәтеү менән бәйле бөтә сығымдарҙы ҡаплатыу вазифа бурысы тип иҫәпләнелә, Афина халҡы хәлле яҡташтарынан талап иткән был бурыс дәүләт вазифаларының иң ҡиммәтлеһе була. гимнасиархтың билдәле бер хоҡуҡтары ла булғандыр, әммә был хаҡта мәғлүмәт һаҡланмаған.

Македонский власы урынлаштырылғандан һуң Афинала үҙгәрештәр була. Йыл һайын һайланған гимнасиарх гимнасийҙа дөйөм тәртипте күҙәтә, ә ҡайһы берҙә, учреждениены тотоу өсөн йәмәғәт аҡсалары бүленмәгәнлектән, сығымдарҙы үҙ кеҫәһенән ҡаплата.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Smith William. A Dictionary of Greek and Roman antiquities. — London: Taylor and Walton. — P. 706.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]