Татаьяна Александровна Гинецинская 1917 йылда Вологдала танылған физиолог, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Александр Григорьевич Гинецинский (1895—1962) ғаиләһендә тыуған[2].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, бында Валентин Александрович Догель (1882—1955) етәкләгән умыртҡаһыҙҙар зоологияһы кафедраһында уҡый. 1942—1944 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Физиология институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Күп йылдар дауамында Ленинград дәүләт университетының умыртҡаһыҙҙар зоологияһы кафедраһында уҡытыусы булып эшләй, доцент, артабан профессор вазифаһын биләй. 1944 йылдан — биология фәндәре кандидаты (диссертацияһының темаһы: «Эколого-паразитологическое исследование утиных птиц дельты Волги»), 1967 йылдан — биология фәндәре докторы (диссертацияһының темаһы: «Трематоды, их жизненный цикл, биология и эволюция»)[3].
Гинецинская Т. А. Трематоды, их жизненные циклы, биология и эволюция. — Л. : Наука, 1968. — 411 с.
Гинецинская Т. А., Добровольский А. А. Частная паразитология: учебное пособие для биологических специальностей вузов, в 2 томах. — М. : Высшая школа, 1978.
Гинецинская Т. А., Добровольский А. А. Свободноживущие и паразитические беспозвоночные. — Л. : ЛГУ, 1983.