Голубев Владимир Васильевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Кемдә уҡыған Млодзиевский, Болеслав Корнелиевич[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Ғилми етәксе Дмитрий Фёдорович Егоров[d]
Тыуған урыны
Эш урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
Тыуған көнө 21 ноябрь (3 декабрь) 1884
Аспиранттар йәки докторанттар Георгий Иванович Петров[d], Космодемьянский Аркадий Александрович, Arkadii Aleksandrovich Kosmodem'yanskii[d][1], Vladimir Nikolaevich Veniaminov[d][1] и Georgii Petrovich Boev[d][1]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы и СССР Фәндәр академияһы[d]
Хеҙмәт итеүе СССР
Вафат булған урыны
Ерләнгән урыны
Вафат булған көнө 4 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2] (70 йәш)
Һуғыш/алыш

Голубев Владимир Васильевич (3 декабрҙә 1884 (139 йәш) — 4 декабрь 1954) — СССР-ҙың ғалим-математигы, механигы. Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты профессоры һәм деканы. СССР Фәндәр академияһының мәхбир ағзаһы (1934), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1943), инженер-техник хеҙмәте генерал-майоры.

Каждый хороший учитель должен фанатически верить в абсолютную правильность своих утверждений, так как иначе он не убедит своих учеников.

Из слова В. В. Голубева в день семидесятилетия, 3 декабря 1954 г. // Вестник МГУ, 1955, № 2, с. 143—158.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дин әһеле ғаиләһендә тыуған. 1-се Мәскәү гимназияһын алтын миҙал менән тамамлағандан һуң, 1903 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетына (математика бүлегенә) уҡырға инә. 1905 йылда, революция ваҡиғаларында эшлекле ҡатнашҡандан һуң, Д. Ф. Егоров кәңәше буйынса Н. Н. Лузин бергә Парижға китә, унда улар билдәле математиктарҙың лекцияларын тыңлайҙар. 1908 йылда В. В. Голубев, дифференциаль тигеҙләмәләр буйынса диплом эше яҙып, Мәскәү дәүләт университетын тамамлай.

1906 йылдан В. В. Голубев Мәскәүҙең урта уҡыу йорттарында эшләй, 1911 йылдың ҡышында магистрлыҡ имтихандары тапшыра, ләкин тик 1914 йылдан һуң, Европа университеттарына ҡабат барып килгәс кенә, бер юлы бер нисә юғары уҡыу йортонда: Мәскәү бәйләнеш юлдары инженерҙары институтында, Император техник училищела, Шанявский исемендәге университетта уҡыта башлай.

1917 йылдан, Һарытау университетының физика-математика факультеты деканы В. Д. Зерновтың үтенесе буйынса магистрлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң[3], унда профессор вазифаһын биләй. 1918—1919 йылдарҙа ул — физика-математика факультеты деканы, 1919 йылда — проректоры, 1920 йылдан — Һарытау университеты ректоры (1922 йылға тиклем)[4]. 1925 йылда, Н. Е. Жуковскийҙың һәм С. А. Чаплыгиндың ҡанат теорияһы буйынса хеҙмәттәрен өйрәнеп, ул аэромеханика менән ҡыҙыҡһына башлай.

1930 йылдан алып — Үҙәк аэрогидродинамика институтының өлкән инженеры һәм Мәскәү университеты профессоры: тәүҙә аэромеханика буйынса лекциялар уҡый, 1931 йылдан университеттың физика-математика факультетында асылған механика бүлексәһе менән етәкселек итә. 1932 йылдан башлап үҙенең вафатына тиклем — был бүлектә үҙе ойошторған аэромеханика кафедраһы мөдире (1955 йылдан — аэромеханика һәм газ динамикаһы кафедраһы) һәм бер үк ваҡытта Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһында юғары математика кафедраһына етәкселек итә[5]. 1933 йылда халыҡ мәғарифы комиссариаты приказы менән Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты ойошторола, һәм В. В. Голубев уның беренсе деканы була; 1935 йылға тиклем, ә ҡабат — 1944—1952 йылдарҙа ул ошо вазифаны биләй[6]

В. В. Голубев төрлө лекциялар курсы уҡый: ҡанат теорияһы, эллиптик функциялар һәм уларҙың гидромеханикаға ҡушымтаһы, кәкере йөҙҙәр тирәләй ағыу, дифференциаль тигеҙләмәләрҙең аналитик теорияһы, ауыр ҡаты есемдең хәрәкәтһеҙ нөктә тирәләй хәрәкәте тигеҙләмәләрен интеграллау буйынса һәм башҡалар. Шуның менән бергә ул айырым лекторлыҡ талантлына эйә була, уның ғәҙәттән тыш тәьҫирле телмәре ишаралар, мимика һәм .интонациялар менән ҡушылып бара. Ул үҙенең лекцияларында фән эшмәкәрҙәре, теге йәки был асыштың шарттары тураһында һөйләргә ярата (һәм белә)[5]

1934 йылда СССР фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. В. В. Голубев 1939 йылда бригинженер званиеһында Ҡыҙыл Армия кадры итеп алына; ә 1944 йылда уға инженер-авиация хеҙмәтенең генерал-майоры хәрби званиеһы бирелә.

Үҙенең етмеш йәшлек юбилейын байрам иткәндән һуң төндә кинәт вафат була[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүлбашҡа әктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. В. Голубевтың төп ғилми хеҙмәттәре аэромеханика һәм комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһы буйынса.

С. Чаплыгиндың аэромеханика өлкәһендәге хеҙмәттәрен дауам итә. Механизацияланған ҡанат теорияһын эшләй. . Шулай уҡ В. В. Голубев ҡағыусы ҡанат теорияһын эшләй[5].

В. В. Голубевтың математиканан төп хеҙмәттәре аналитик функциялар теорияһы һәм дифференциаль тигеҙләмәләрҙең аналитик теорияһы менән бәйле. Шулай уҡ урыҫ фәне тарихы буйынса эштәр (шул иҫәптән Рәсәйҙә механика тарихына, Чебышевтың, Жуковскийҙың, Чаплыгиндың тормошо һәм ижадына арналған мәҡәләләр) авторы.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Теория крыла аэроплана в плоскопараллельном потоке. — Труды ЦАГИ, 1927.
  • Теория крыла аэроплана конечного размаха. — Труды ЦАГИ, 1931.
  • Лекции по теории крыла. — М. — Л., 1949.
  • Лекции по аналитической теории дифференциальных уравнений. 2-е изд. — М. — Л., 1950.
  • Лекции по интегрированию уравнений движения тяжёлого твёрдого тела около неподвижной точки. — М., 1953.
  • Однозначные аналитические функции. Автоморфные функции. — М., 1961.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  2. 2,0 2,1 Голубев Владимир Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Владимир Дмитриевич Зернов — внук профессора Н. Е. Зернова.
  4. Биография В. В. Голубева на Sgu.ru. Дата обращения: 23 октябрь 2009. Архивировано 5 март 2011 года. 2011 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 Механика в Московском университете, 1992
  6. Первый декан механико-математического факультета профессор Владимир Васильевич Голубев. Дата обращения: 23 октябрь 2009.
  7. Механика в Московском университете, 1992, с. 112
  8. Владимир Васильевич Голубев (к столетию со дня рождения)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Математика в СССР за тридцать лет. 1917—1947: Сб. статей, под ред. А. Г. Куроша и др., М.—Л., 1948 (имеется библиография трудов).
  • Памяти Владимира Васильевича Голубева, «Известия Академии наук СССР. Отделение технических наук», 1954, № 12 (имеется библиография научных трудов).
  • Владимир Васильевич Голубев [Некролог], «Вестник Московского университета», 1955, № 2.
  • Владимир Васильевич Голубев [Некролог], «Прикладная математика и механика», 1955, т. 9, вып. 2 (имеется библиография трудов).
  • Колягин Ю. М., Саввина О. А.  Дмитрий Фёдорович Егоров. Путь учёного и христианина. — М.: ПСТГУ, 2010. — 302 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7429-0611-7..
  • Владимир Васильевич Голубев (к столетию со дня рождения) // Математический сборник : журнал. — М., 1985. — Т. 40, № 1. — С. 225—230.
  • Механика в Московском университете / Под ред. К. А. Рыбникова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 168 с. — ISBN 5-211-01979-2..
  • Голубев В. В. Лекции по аналитической теории дифференциальных уравнений. — М.-Л.: ГОСТЕХТЕОРИЗДАТ, 1941. — 400 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]