Горелик йорто

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Горелик йорто
Административ-территориаль берәмек Донецк
Дәүләт
Рәсем
Адрес вул. Жовтнева, 82, Донецьк, Україна
Нигеҙләү датаһы 1905
Урынлашыу
Мираҫ статусы памятник архитектуры местного значения[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Горелик йорто (Октябрь урамы, 82) — Донецк ҡалаһының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы[1]. 19011905 йылдар араһында сауҙагәр Горелик өсөн төҙөлгән. Бинаның фасады модерн стилендә төҙөлгән. Бина мөйөшө осло көмбәҙле ҡырлап яһалған башнялы. Башняла элек ғибәҙәт ҡылыу урыны урынлашҡан. Бина башҡа биналар араһында үҙенең сәйер һыҙатлы балкондары, тәҙрә ҡыҫандары, фасадының йыйнаҡ декоры һәм крамик плитканан торған көпләнеүе менән айырылып тора[2].


1917 йылда Октябрь революцияһына тиклем большевиктарҙың йәшерен типографияһы урынлашҡан.

Совет власының тәүге йылдарында Горелик йортонда ҙур бейеү залы менән шул заманда популяр булған Тудоровскийҙар клубы урынлаша. Һуңынан бинала радиоцентр урынлаша. 1946 йылдан бинала урындағы сәнәғәттең өлкә идаралығы урынлаша.

Фараз ителеүенсә, Горелик йортоноң балконында биш меңлек аудитория өсөн үҙенең шиғырҙарын Владимир Маяковский уҡыған[3].

1977 йылда архитектор А. Мищенко айырым йорттоң көнбайыш өлөшөнә төкәтмә төҙөй. Төкәтмә бинаның дөйөм стилен боҙмай.

2014 йылға тиклем Горелик йортонда «Спецшахтобурение» берекмәһе һәм төбәк «Приватбанок» идаралығы урынлаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. См. табличку на здании
  2. Источник: «Особняк с гранёной башней» — Мефодий Мартынов «Жизнь-Неделя», 28.03.2002, № 46
  3. Дом Горелика.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Памятники архитектуры // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 162-163. — ISBN 5-7740-0782-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дом Горелика на wikimapia (неопр.). Архивировано 25 августа 2011 года.
  • Старый дом мой давно ссутулился… (неопр.). Архивировано 27 сентября 2007 года.
  • Горелик (неопр.). Архивировано 29 ноября 2012 года.
  • Горелик: Купец и помощник РСДРП (неопр.). Архивировано 29 ноября 2012 года.