Гот ихатаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гот ихатаһы

Гот ихатаһы — Новгородта урынлашҡан немец сауҙагәрҙәренең беренсе сит ил ихатаһы, яҡынса XIIXVI быуатта булған[1][2].

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гот ихатаһы исеме тәүге тапҡыр 1269 йылда латин һәм боронғо рус телендә Новгородтың Любек һәм Гот яры менән сауҙа һәм суд мөнәсәбәттәре тураһында килешеү проектында телгә алына[3]. Бындай килешеү төҙөү 1371 йылда төҙөлә, унда шулай уҡ Гот ихатаһы тип атала[4]. Е.А.Мельникова фекере буйынса XIII быуат уртаһына был исемдең нығынғанын ике килешеү раҫлай[5]. Уларҙан тыш Новгородтың беренсе йылъяҙмаһында ике тапҡыр Гот ихатаһы тураһында 1403 һәм 1406 йылда әйтелә, ике ваҡиға ла янғын менән бәйле[6].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Археология мәғлүмәттәре буйынса Гот ихатаһы ҙур майҙанға эйә була. Волхов йылғаһы яры буйында Ярослав ихатаһынан алыҫ түгел урынлаша[7][8]. XII быуат башына Готланд утрауынан килгән немец сауҙагәрҙәре тарафынан нигеҙ һалына тип фаразлана[1]. Д. Г. Хрусталев уның XII быуаттан XIII быуат уртаһына тиклем иҫке Гот ихатаһы булғанлығын әйтә. XIII быуат башында яңы Гот ихатаһына нигеҙ һалына, ул XVI быуатҡа тиклем була[9].

Гот ихатаһы һәм уның ьтсруктураһы тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Был структураның башында ольдерман (староста) тороуы, шулай уҡ Изга Олава сиркәүендә даими рухани тороуы билдәле. Гот ихатаһының, немец ихатаһы кеүек үк, үҙенең уставы булыуы фаразлана. Новгородтың беренсе йылъяҙмаһында новгородлыларҙың немецтар менән сауҙа мөнәсәбәттәре тураһында тәүге тапҡыр 1130 йылда телгә алына[10]. 1152 йылда шунда уҡ янған враягтарҙың сиркәүе тураһында хәбәр ителә[11]. Е. А. Рыбинаның фекере буйынса был һәм башҡа раҫлауҙар XII быуат башына Новгород һәм Готланд араһында яйға һалынған мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй[12]. «Варяг сиркәүе» (Варяг божница) — был изге Олав сиркәүе тип фаразлана, ул Гот ихатаһына нигеҙ һалынғандан һуң төҙөлә. Был сиркәү янғындар менән бәйле йылъяҙмаларҙа йыш телгә алына, иң иртә йылъяҙма ваҡиғаһы 1152 йылға ҡарай. Һуңынан 1181, 1217 һәм 1311 йылдарҙа барлыҡҡа килә[13]. Шулай уҡ ихатала торлаҡ, шулай уҡ келәт биналары ла була. Келәт биналарында төрлө тауарҙар, шул иҫәптән тоҙ һаҡлана[2].

Ганзаның немец сауҙагәрҙәре күпмелер ваҡыт Готландта була, һуңғараҡ Гот ихатаһына күсенә, тик һуңынан ғына улар Немец ихатаһын төҙөү мөмкинлеге ала[14]. 1402 йыл хатына ярашлы, немецтар был ваҡытта Гот ихатаһын ҡуртымға ала. Немец сауҙагәрҙәре готлданд сауҙагәрҙәре менән ҡуртымдың килешеүен йыш яңынан төҙөгән — 1402 йылдан ун йылға, 1414 йылдан шул уҡ ун йылға, 1424 йылдан инде егерме йылға һәм артабан да шулай уҡ. 1424 йылға тиклем ҡуртым өсөн түләүҙәр һәр биш йыл һайын гот маркаһында, тик һуңғы осраҡта Рейн гульденында башҡарыла. Ошо килешеүҙәргә ярашлы, Ганза сауҙагәрҙәре исеменән Ревель ҡалаһы , ә Готланд сауҙагәрҙәренән Висбю ҡалаһы сығыш яһай[15].

1541 йылда Сауҙа яғында янғын сыға, унда ҡаланың күп биналары, шул иҫәптән сит ил сауҙа ихаталары яна. Шунан һуң Гот ихатаһы бүтән сығанаҡтарҙа телгә алынмай. Е.А. Рыбилин фекеренсә, уны тергеҙеп тормағандар, сөнки ике ихатаны тотоу сауҙагәрҙәргә бигерәк ҡыйбатҡа төшөр ине[2][16].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ганза
  • Немец һарайы
  • Гот һәм ҡалалар менән килешеү ярына немец новгородта (XII быуат)
  • Новгородта менән килешеү ярына Готман, немец һәм ҡала Любек (XIII быуат)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хрусталёв, 2004, с. 312
  2. 2,0 2,1 2,2 Рыбина Готский двор, 2007
  3. 31. 1269 г. ранее апреля 1. — Проект договорной грамоты Новгорода с Любеком и Готским берегом о торговле и суде // Грамоты Великого Новгорода и Пскова / Институт истории АН СССР, Ленинградское отделение; подгот. к печати В. Г. Вейман и др.; под ред. С. Н. Валка. М.; Л.: Издательство АН СССР, 1949. С. 58—61.
  4. Грамоты Великого Новгорода и Пскова / Под ред. С. Н. Валка. — М.-Л.: Академия наук СССР, 1949. — С. 74—76.
  5. Мельникова, 2011, с. 372
  6. Новгородская первая летопись старшего и младшего изводов / Под ред. А. Н. Насонова. — М.-Л.: Академия наук СССР, 1950. — С. 398, 399.
  7. Рыбина Раскопки, 1973, с. 100
  8. Мельникова, 2011, с. 371
  9. Хрусталёв, 2004, с. 314—316
  10. Новгородская первая летопись старшего и младшего изводов / Под ред. А. Н. Насонова. — М.-Л.: Академия наук СССР, 1950. — С. 22.
  11. Новгородская первая летопись старшего и младшего изводов / Под ред. А. Н. Насонова. — М.-Л.: Академия наук СССР, 1950. — С. 29.
  12. Рыбина Раскопки, 1973, с. 101
  13. Хрусталёв, 2004, с. 313
  14. Подаляк, 2009, с. 68—69
  15. Рыбина Новгород и Ганза, 2009, с. 117—121
  16. Рыбина Новгород и Ганза, 2009

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мельникова Е. А. К предыстории Готского двора в Новгороде // Древняя Русь и Скандинавия: Избранные труды. — М.: Русский Фонд Содействия Образованию и Науке, 2011. — С. 371—384. — ISBN 978-5-91-244-073-1.
  • Мельникова Е. А. О юридическом статусе Готского двора в Новгороде в середине XIII в. // Древняя Русь и Скандинавия: Избранные труды. — М.: Русский Фонд Содействия Образованию и Науке, 2011. — С. 385—395. — ISBN 978-5-91-244-073-1.
  • Подаляк Н. Г. Могутня Ганза. Комерційний простір, міське життя і дипломатія XII—XVII століть. — К.: Темпора, 2009. — 360 с. — ISBN 978-966-8201-56-1.
  • Рыбина Е. А. Готский двор // Великий Новгород. История и культура IX—XVII веков: Энциклопедический словарь. — СПб.: Нестор-История, 2007. — С. 142. — ISBN 5-98187-236-5.
  • Рыбина Е. А. Иноземные дворы в Новгороде XII—XVII вв.. — М.: Московский государственный университет, 1986. — 176 с.
  • Рыбина А. Е. Новгород и Ганза. — М.: Рукописные памятники Древней Руси, 2009. — 320 с. — ISBN 978-5-9551-0331-0.
  • Рыбина Е. А. Раскопки Готского двора в Новгороде // Советская археология. — 1973. — Вып. 3. — С. 100—107.
  • Хрусталёв Д. Г. О системе готских дворов в Новгородской земле в XII—XIII вв. // Новгород и Новгородская земля. История и археология. — 2004. — Вып. 18. — С. 312—321.